Эстәлеккә күсергә

Тишина Анастасия Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тишина Анастасия Фёдоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Мураевка[d], Кромский уезд[d], Орёл губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 октябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Анастасия Федоровна Тишина (25 декабрь 1914 йыл — 11 октябрь 2002 йыл) — «Прогресс» Башҡортостан производство берекмәһенең токарь-револьверщицаһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Анастасия Федоровна Тишина 1914 йылдың 25 декабрендә Орел өлкәһе Сосновка районының Мураевка ауылында тыуа. Белеме — башланғыс.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1935 йылда Ленинградтың «Красная заря» заводында револьверщица булып башлай. Завод Өфөгә эвакуацияланғандан һуң завода (1942) 697-се заводта (һуңынан «Прогресс» Башҡортостан производство берекмәһе) токарь-револьверщица була. Заводта эшләгән йылдарында А. Ф. Тишина, эшендә алдынғы алымдарҙы ҡулланып, һәр ваҡыт нормаһын арттырып үтәй. Уның юғары етештереүсәнлек уңышы эш ваҡытын юғалтмауға, эш алымдарын камиллаштырыуға, ҡоралды, ҡулайламаны оҫта ҡулланыуға бәйле. Мәҫәлән, инәүестең конструкцияһын үҙгәртеү һыр һалыуға йоғонто яһай һәм етештереүсәнлек ике тапҡырға арта.

1959—1965 йылдарҙа план үтәүҙәге ҡаҙаныштары һәм яңы техника булдырғаны өсөн А. Ф. Тишина 1966 йылдың 29 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.

Уның эш алымдары Ф. Тишина алдынғы тәжрибә мәктәптәрендә өйрәнелә; ул тиҫтәләгән йәш эшсене өйрәтә, уларға остаз була.

1971 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Өфө элемтә аппаратураһы заводында револьверщица булып эшләй.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының бишенсе саҡырылыш депутаты (1959—1963). 2002 йылдың 11 октябрендә вафат була.

А. Ф. Тишинаның иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында «Прогресс» ФГУП БПО-ның Хеҙмәт даны музейында уға арналған стенд ҡуйылған.

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Тишина Анастасия Фёдоровна. «Герои страны» сайты.