Ткач Злата Моисеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Злата Ткач
Тыуған

16 май 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Бессарабия губернаһы Ниспоренский өйәҙе (хәҙерге Молдавияның Страшенский районы) Лозово ауылы

Үлгән

1 ғинуар 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (77 йәш)

Үлгән урыны

Кишинёв

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Молдова Молдова

Һөнәрҙәре

композитор
музыка педагогы

Ткач Зла́та Моисе́евна (ҡыҙ фамилияһы Злотэ Бейрихман; идиш ‏זלאַטע טקאַטש‏‎, рум. Zlata Tcaci; 16 май 1928 йыл — 1 ғинуар 2006 йыл) — молдован композиторы, педагог. Молдавияның беренсе ҡатын-ҡыҙ композиторы. Молдавия ССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1974), Молдавияның дәүләт премияһы лауреаты (1980), Gloria Muncii («Глория мунчий») ордены кавалеры, Молдованың дәүләт музыка, театр һәм һынлы сәнғәт академияһы профессоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Злата Ткач (ул ваҡытта Зло́та Бе́йрихман) Бессарабияның (хәҙерге Молдованың Страшенский районы) Лозово ауылында йәһүд ғаиләһендә тыуған. Атаһы Моисей Бенционович Бейрихман[1], "Униря" косерваторияһын тамамлап, Кишенёв косерваторияһында скрипка һәм тынлы оркестр буйынса уҡытҡан, ә әсәһе - Фрейда (Фани) Менделеевна Кофман. Златаға ике йәш тә булмай, ғаилә Кишенёвҡа әсәһенең ата-әсәләренә күсеп ҡайта. Ул румын башланғыс мәктәбендә һәм Кишенёв «Regina Maria» румын гимназияһында белем ала, совет власы килеү менән, 1940 йылда рус мәктәбенә уҡырға күсә. Скрипкала атаһының ҡул аҫтында (шулай уҡ музыка мәктәбендә М. Б. Берихмандың скрипка класында ла) уйнарға өйрәнә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында әсәһе менән Урта Азияға эвакуациялана, ләкин юлда юғала һәм бер үҙе Үзбәкстан дың Наманган ҡалаһына барып эләгә. Сабыртмалы һәм ҡорһаҡ тифы менән ауырый. Дрогобычтан эвакуацияланған балалар йортона урынлаштырыла һәм урта мәктәптә уҡыуын дауам итә. Шул ваҡытта үҙенең тәүге «Краснофлотцы» тигән йырын ижад итә. 1943 йылда ғаиләһе менән осраша, һәм, ҡала азат ителгәс, Кишинёвҡа әйләнеп ҡайта.

1945 йылда Кишинёв университетының физика-математика факультетында уҡый, ләкин бөтмәйенсә, Кишинёв консерваторияһының музыка белгесе бүлегенә уҡырға инә, уны 1952 йылда тамамлай.

1952—1962 йылдарҙа музыка мәктәбендә һәм Штефан Няга исемендәге Кишенёв музыка училищеһында уҡыта.

1957 йылда консерваторияла композиция класы буйынса белем алыуын дауам итә һәм 1962 йылда консерваторияла эшкә ҡалдырыла, ғүмеренең аҙағына тиклем шунда эшләй (1986 йылдан — доцент, 1993 йылдан — композиция класы буйынса профессор).[2]

Злата Ткач — Молдовала үҙенең ғүмерен профессиональ композиторлыҡ сәнғәтенә арнаған беренсе ҡатын-ҡыҙ. Уның ижады киң жанр төрлөлөгө менән айырыла: төрлө инструменттар өсөн концерттар, ҡыллы квартеттар, сюиталар, вокал, хор һәм инструменталь циклдар, кантаталар һәм поэмалар, ҙур һәм бәләкәй сәхнәләр өсөн опералар, вокал - хореографик поэмалар, иструменталь миниатюралар, драма тетры һәм кино өсөн музыка, балалар өсөн йырҙар яҙа.

Музыкаль әҫәрҙәре араһында "Паноптикум" симфонияһы, "Өс бәрәсле кәзә"(1966, 2-се редакция 1971, 3-сө редакция — «Алдаҡсы бүре», 1983), "Ялҡаубикә", "Ашнаҡсы һәм бай", "Цветик- семицветик", "Бәләкәй принц" әкиәт-опералары, "Ҡыя һыҙыҡлы күгәрсендәр"(1974), "Үлемһеҙлеккә аҙым" (1985), Аурелиу Бусуйока романы буйынса яҙылған "Минең парижан олатайым"(1987) исемле камерный опералары, "Андреиш" (Е. Буков әҫәре буйынса, 1979) балеты, альт һәм фортепиано өсөн Дмитрий Шостакович иҫтәлегенә сонатаһы, флейта һәм симфоник оркестр өсөн концерты (1989), фортепиано өсөн симфоник оркестрға ҡушылып башҡарылған концерты (2002), "Фашист тамуғынан йырҙар"ы, "Молдова поэзияһынан" әҫәре (1984, оркестр варианты - 1986), симвоник оркестр өсөн иншалары (Бурлеска, Балалар сюитаһы, скрипка, ҡыллы һәм литавралар өсөн концерт, "Медиатация" симфониеттаһы), кантаталары ("Днестр тураһында поэма", "Ҡала.Ҡояш. Балалар.",«Plai de cânt, plai de dor»), М.Эминескуның, В. Александриеның шиғырҙарына яҙылған балалар йырҙары бар.

Злата Ткач шулай уҡ рус һәм молдова телдәрендә популяр йырҙар ижад иткән. Мәҫәлән, "Каселе Молдовей" (Молдова өйҙәре) һәм Григоре Виеру һүҙҙәренә "С-а дус пасэря" (Осто ҡош), Р. Рожденственский шиғырына яҙылған "Я бы музыку писал" йырҙарын әйтеп китергә була. З. Ткачтың эстрада йырҙарын Надежда Чепрага башҡарған. Тағы ла «Молдова-фильм» киностудияһының бер- нисә мультфильмы өсөн музыка ижад иткән.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында йәһүд тематикаһына әҫәрҙәр ижад итә, шул иҫәпкә идиш һәм иврит һүҙҙәренә яҙылған "Яд ва-Шем" поэма - реквиемы, Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә арналған фортепиано өсөн соната - экспромты, ҡыллы квартет өсөн "Йәһүд фольклорынан дүрт миниатюра"һы[3], "Һөйләш әле, әсәй, минең менән" ( Паулина Анчелдың "Асенька" повесы буйынса) моноопераһы, йәһүд шағирҙары Иосиф Керлерҙың ("Капрештыға рәхим итегеҙ"), Мойше Леместраның ("Кадиш", "Вандэрштокс гешихтэ" һ.б) Шике Дризаның ("Дайн гутэр номан", "Тэй мит штэрн"), Люба Вассермандың ("Славатич" вокал поэмаһы), Паулина Анчелдың ("Дуст штэйтл Единец), Лев Беринскийҙың, Лейба Квитконың һәм Ихил Шрайбмандың шиғырҙарына идиш телендәге йырҙары ла инә..

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ире Ефим Маркович Ткач - күренекле молдован музыка белгесе (1926, Бельцы, Бессарабия — 2003, Кишинёв), Транснистрия геттоһы тотҡоно. Рус һәм молдова телендә яҙылған "Пособие по элементарной теории музыки" (Кишинёв, 1957, 1961) Опера Давида Гершфельда «Грозован» (Москва, 1960), «Чиприан Порумбеску» (Кишинёв, 1975), «Тимофей Гуртовой» (Кишинёв, 1975), «Евгений Дога» (Кишинёв, 1980), «Дмитрий Кантемир», «Дога Евгений Дмитриевич», « Музыкальные сочинения» (Кишинёв, 1980) һәм башҡа әҫәрҙәрҙең авторы. Молдованың антифашистик демократик берекмәһенә нигеҙ һалыусы.
  • Олатаһы — Мендель (Михаил) Соломонович Бейрехман (1908, Ворничены, Бессарабия, хәҙерге Молдованың Страшенский районы] — 2005, Кишинёв) рәссам - портретсы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Г. В. Кочарова. Злата Ткач. Кишинёв: Литература артистикэ, 1979.
  • Галина Кочарова. «Злата Ткач. Судьба и творчество». Кишинёв: Pontos, 2000.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нота баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Танец. Кишинёв: Картя молдовеняскэ, 1963.
  • Молдавский танец. Кишинёв: Картя молдовеняскэ, 1965.
  • Соната для альта и фортепиано. Москва: Советский композитор, 1981.
  • Leagăn de mohor (35 фортепианных миниатюр). Кишинёв, 1988.
  • «Дайн гутэр номэн» (Имя доброе своё, на идише, с нотами). Вокальный цикл на стихи Шике Дриза. Кишинёв: Лига, 1996.
  • Шолом-Алейхем: сборник вокальных сочинений. Кишинёв: Pontos, 2001.
  • «Дос глэкэлэ» (колокольчик, на стихи еврейских поэтов на идише, с нотами). Берлин, 2004.
  • «Flacăra iubirii» (Пламя любви). Романсы на стихи Агнессы Рошки. Кишинёв: Cartea Moldovei, 2006.

Хәтирәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мойше (Моисей Бенционович) Бе(й)рихман (рум. Moise Berihman, 8 ноябрь 1900, Лозово — 11 декабрь 1985, Кишинёв) — видный молдавский педагог, учился в кишинёвской частной консерватории «Униря» по классу Иосифа Финкеля и Марка Пестера. См. фотографии здесь и здесь
  2. Зиновий Столяр «К 80-летию со дня рождения Златы Ткач»(недоступная ссылка)
  3. Подробный анализ скрипичных произведений З. Ткач (стр. 33—45)(недоступная ссылка)