Тойғонов Далха Солтанморат улы
| Тойғонов Далха Солтанморат улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1912 |
| Тыуған урыны | Ислам, Йомаш ауыл советы, Баймаҡ районы, СССР |
| Вафат булған көнө | 1 февраль 1945 |
| Вафат булған урыны | Бранденбург[d], Свободное государство Пруссия[d] |
| Хәрби звание | өлкән сержант |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тойғонов Далха Солтанморат улы (рус. Туйгунов Далха Султанмуратович (Султанович) (1912 йыл (башҡа сығанаҡта 1907 йыл[1]) — 1 февраль 1945) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия өлкән cержанты[2]. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов гвардия) дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының разведка взводы старшинаһы, 3-се эскадрон отделениеһы командиры. III (1943) һәм II дәрәжә (1945) Дан ордендары[3][4] кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Далха Солтанморат улы Тойғонов 1912 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Ислам (башҡа сығанаҡта Йомаш[1]) ауылында) тыуған[2]. 1942 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан һуғышҡа алына. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се полкында (16-сы гвардия дивизияһы) бик мөһим хәрби вазифалар биләп, тиңһеҙ батырлыҡ өлгөләрен күрһәтә һәм юғары хәрби ордендарына лайыҡ була. 1945 йылдың 1 февралендә разведчик Далха Тойғонов Германияла һәләк була һәм Бранденбург провинцияһы Одуртайль ауылында ерләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III-сө дәрәжә Дан ордены (1943)
- II-се дәрәжә Дан ордены (1945)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Чтобы помнили 2021 йыл 13 июнь архивланған.
- 1 2 3 ТУЙГУНОВ Д(Т)алха Султанович (Султанмуратович) Шаймуратовцы
- ↑ Туйгунов Толха 2021 йыл 9 июль архивланған.
- ↑ Туйгунов Далха 2021 йыл 9 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ТУЙГУНОВ Д(Т)алха Султанович (Султанмуратович) Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Туйгунов Далха Султанович 2021 йыл 9 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Туйгунов Далха Султанмуратович 2021 йыл 13 июнь архивланған.
- Чтобы помнили 2021 йыл 13 июнь архивланған.