Травницкий Вениамин Николаевич
Травницкий Вениамин Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 18 октябрь 1919 |
Вафат булған көнө | 18 апрель 1987 (67 йәш) |
Травницкий Вениамин Николаевич (18 октябрь 1919 йыл — 18 апрель 1987 йыл) — СССР-ҙың нефтсе-геологы, хужалыҡ эшмәкәре. 1964 йылда −1979 «Аксаковнефть» нефть-газ сығарыу идаралығы начальнигы (унан алда — Оник Арсеньевич Межлум, вариҫы — П. А. Сафронов).
Бәләбәй, Дим, Раевка, Сатай, Шкапов һәм башҡа нефть ятҡылыҡтарын эшләүҙе ойоштороусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вениамин Николаевич Травницкий 1919 йылдың 18 октябрендә Горький өлкәһенең Ризоватово ауылында тыуа. Мәскәү нефть институтынан (1943) нефть промыслаһы ҡорамалдары буйынса инженер-механик һөнәре алып сыға.
1943—1951 йылдарҙа — «Ишембайнефть» тресының инженеры, өлкән инженеры, бүлек начальнигы; 1951—1955 йылдарҙа — Ҡарғалы нефть промыслаһы директоры, «Башнефть» производство берекмәһенең бүлек начальнигы ; 1955—1979 йылдарҙа — «Аксаковнефть» НГДУ-һының баш инженеры, начальнигы.
Нефть табыуҙа яңы техника һәм технологиялар индереү, 10 нефть ятҡылығын йыһазландырыу һәм эшкәртеүгә индереү менән шөғөлләнә. Уның етәкселегендәге нефть һәм газ ятҡылыҡтарында нефть һәм газды герметизациялап йыйыу ысулына күсеү тормошҡа ашырыла. Телемеханиканың ЧТ-БЭН, ЧТ 2К һәм ТМ-600М системаларын һынай һәм ҡулланылышҡа индерә. Нефть эмульсияһын тарҡатыу өсөн аппарат эшләй һәм уны производствоға индерә. 12 уйлап табыуға автор таныҡлығы бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе.
- СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1972).
- Октябрь Революцияһы ордены (1974).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966).
- ике «Почёт Билдәһе» ордены (1959, 1971).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәләбәй ҡалаһында В. Н. Травниций исемендәге урам бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профессионалы нефтегазовой отрасли. — М., 1996. — C. 457—458.
- НГДУ «Аксаковнефть» 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.
- Травницкий Вениамин Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.