Туран Арда

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туран Арда
төр. Arda Turan
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Төркиә
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Төркиә
Тыуған көнө 30 ғинуар 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1][2] (37 йәш)
Тыуған урыны Фатих[d], Истанбул, Төркиә
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө футболсы
Командалағы уйын позицияһы ярым һаҡсы[d] һәм фланговый полузащитник[d]
Спорт командаһы ағзаһы Манисаспор[d], Галатасарай[d], Барселона[d], Атлетико Мадрид, юношеская сборная Турции по футболу[d], Юношеская сборная Турции по футболу (до 19 лет)[d], Turkey national under-20 football team[d], молодёжная сборная Турции по футболу[d], Сборная Турции по футболу[d], Turkey national under-16 football team[d], Turkey national under-18 football team[d], Истанбул Башакшехир[d] һәм Галатасарай[d]
Тренер спортивной команды Эюпспор[d]
Масса 76 килограмм
Спорт төрө Футбол
Ҡатнашыусы Футбол буйынса 2008 йылғы Европа чемпионаты[d] һәм Чемпионат Европы по футболу 2016[d]
Уйналған матчтар һаны 1[3]
Бейеклеге/буйы 175 сантиметр
Количество голов за карьеру 0[3]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 2 062 331
 Туран Арда Викимилектә

Арда Туран (тур. Arda Turan; тыуған: 30 яғинуар 1987, Истанбул, Төркиә) — төрөк футболисы, клуба «Барселона» клубыныңярым һаҡсыһы. Выступал за Төркиә милли йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай, команда капитаны.

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Галатһарай»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туран — төрөк «Галатһарайы» тәрбиәләнеүсеһе, клуб академияһына ул 12 йәше тулғас килә. 18 йәшендә Арда «Манисаспорға» арендаға бирелә, үҙенең туған клубына ҡайтҡандан һуң бик һөҙөмтәле уйнай башлай. Был төрөк егетен Румыния һәм «Галатһарай» легендаһына әйләнгән «яңы Георге Хаджи» тип атайҙар. Донъяның күп кенә топ-клубтары, шул иҫәптән Италиянның «Милан» һәм Англияның «Ливерпуль» кеүек топ-клубтары футболсыны үҙ командаһында күрергә теләй. Ләкин Арда «һары-ҡыҙылдар» менән контрактын оҙайта һәм көйәрмәндәренә истанбул клубын ташлап китмәйәсәге һәм тап ошонда яңы үрҙәр яулаясағы, команда капитаны булырға теләүе тураһында белдерә. 2007/08 йылдарҙың футбол миҙгелендә Туран үҙенең тәүге чемпилн титулын яулай. «Галатһарай» ҙа талантлы уйынсыны ситкә ебәрергә ашығып бармай.

«Атлетико Мадрид»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың 10 авгусында Арда, 4 йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуйып, «Атлетико Мадрид»ҡа күсә. Трансфер суммаһы €12 млн тәшкил итә, ә Туран тарихта иң ҡиммәтле төрөк футболсыһы булараҡ эҙ ҡалдыра.

Футболсы үҙенә 11-се уйын һанын һайлай. 2011 йылдың 28 авгусында «Осасуныға» ҡаршы матчта яңы клуб өсөн, икенсе таймда алмашҡв сығып, тәүге тапҡыр уйнай. Европа Лигаһында 2011 йылдың 15 сентябрендә «Селтикаға» ҡаршы матчта старт составында уйын майҙансығына сыға һәм ҡаршы уйнаусылар ҡапҡаһына гол индереүгә өлгәшә. 2011 йылдың 30 ноябрендә Европа Лигаһы уйынында Туран «Атлетико» өсөн үҙенең тәүге голын индерә («Селтикаға» ҡапшы уйында). 2011 йылдың 11 декабрендә Арда Испания чемпионатында тәүге голын индерә.

«Атлетико» составында уйнап, 2012 йылда Арда Туран УЕФА-ның Европа лигаһында еңеүсе була. 2012/13 йылдар миҙгеленең башында Арда 10-сы һаны аҫтында сығыш яһай башлай. 2012 йылдың авгусында УЕФА суперкубогын яулай, матч 4:1 иҫәбе менән тамамлана, ә Туран Фалькаоға гол индерә торған тупты тапшыра[4]. 2013 йылдың 19 сентябрендә Арда «Атлетико» менән контрактын 2017 йылдың 30 июненә тиклем оҙайта[5]. 2014 йылдың 30 апрелендә ярым финалда «Челси» ҡапҡаһына еңеү голын индереп, «Атлетиконы» 2014 йылда УЕФА чемпиондары лигаһы финалына сығара[6], 1974 йылдан алып беренсе тапҡыр[7]. Йомғаҡлау турында Туран йәрәхәт ала, шуға ла «Атлетиконың» «Камп Ноу» стадионында «Барселонаға» ҡаршы «алтын» матчында ҡатнаша алмай. Уйын 1:1 иҫәбе менән, бер кемдең дә еңмәүе менән тамамлана, һәм «Атлетико» 18 йыл эсендә беренсе тапҡыр Испания чемпионы була[8]. Арда Испания чемпионатының 30 уйынында ҡатнаша, уйындар барышында 3 гол һәм 4 гол индереү тапшырыуҙарын башҡара.

«Барселона»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың 6 июлендә Туран «Барселонаға» күсә. Трансфер суммаһы 34 миллион евро тәшкил итә. ФИФА клубына һалынған сикләүҙәр арҡаһында ул 2016 йылдың ҡышҡы трансфер исемлегенә генә теркәлә. 2016 йылдың 3 мартында "Райо Вальеканоға "ҡаршы матчта Туран «Барселона» өсөн тәүге голын индерә.

2016 йылдың 6 декабрендә Арда Чемпиондар лигаһының 6-сы туры сиктәрендә «Боруссия Менхенгладбахтың» ҡапҡаһына хет-трик эшләй, һөҙөмтәлә «Барселона» 4:0 иҫәбе менән еңә.[9] 2016 йылдың 22 декабрендә Арда Туран «Эркулес Аликанте» ҡапҡаһына ла хет-трик ҡулланыуға өлгәшә, һөҙөмтәлә «Барселона» 7:0 иҫәбе менән еңеүсе була. Турандың хет-тригы «Барселонаның» «Эркулесты» ҙур иҫәп менән еңеүен тәьмин итә һәм «Барселона» Король кубогының 1/8 финалчна үтә.

«Истанбул Башаҡшәһәр»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йылдың 10 ғинуарында «Истанбул Башаҡшәһәр» тренеры Абдуллатуран Авджи Турандың был командаға күсеүе буйынса килешеүе тураһында иғлан итә[10]. 13 ғинуарҙа «Барселона» ярымһаҡсыһының икенсе клубҡа китеүе тураһында иғлан итә[11]. Төрөк хавбегы яңы клуб менән 2,5 йылға ҡуртым тураһындағы контрактҡа ҡул ҡуя. «Каталондар», Турандың уңышлы йәки уңышһыҙ сығышына ҡарап, төрөктәрҙән аҡса аласаҡ, ә 2020 йылдың йәйенә тиклем теләһә ниндәй уйынһыҙ ваҡытта трансферҙы тулыһынса ғәмәлгә ашырырға була[12]. «Барселона» клубы 2020 йылға — каталон клубы менән Турандың контракты тамамланғанға тиклем уйынсыһын башҡа клубтарға һатыу хоҡуғын һаҡлап ҡала.

Йыйылма командалағы карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арда Туран Төркиәнең йыйылма командаһында

Арда Туран Төркиә йәштәренең төрлө йыйылма командалары өсөн уйнай, ә 2006 йылда төп команда өсөн сығыш яһай башлай. 2008 йылдың Европа чемпионаты уйындарында ҡатшасағы тураһында заявкаға индерелә, унда 2 туп индерә (шул иҫәптән Швейцарияның ҡапҡаһына еңеү голын). Беренсе булып чехтар ҡапҡаһына гол индерә, ә Хорватия менән пенальтиҙар серияһында дәғүәсе ҡапҡаһына беренсе голды тибеп индерә. Дисквалификация алыу сәбәпле, ярымфиналда ҡатнаша алмай, уның командаһы 2:3 иҫәбе менән еңелә һәм турнирҙың бронза призеры була.

2010 йылда футбол буйынса донъя чемпионатынының һайлап алыу турниры сиктәрендә Арда йыйылма команда өсөн 2 гол индерә, ләкин Төркиә командаһы төркөм этабын үтә алмай һәм 2010 йылдың донъя чемпионатына эләкмәй. Төркиәнең йыйылма командаһы Әрмәнстан һәм Төрки йыйылма командалары араһында 2008 йылдың сентябрендә үткәрелгән матчтар өсөн FIFA Fair Play Award наградаһын ала. 2010 йылда футбол буйынса донъя чемпионатының һайлап алыу турниры матчында Эстонияға ҡаршы уйнағанда Туран Төркиә йыйылма өсөн 600 гол индерә.

2012 йылда донъя чемпионатының һайлап алыу турниры матчында Төрки йыйылма командаһы өсөн Туран дүрт гол индерә — икеһен Ҡаҙағстан, берәүҙе Бельгия һәм тағы ла бер голды Австрия командалары ҡапҡаларына индерә. Әммә Төркиә, плей-оффта Хорватия йыйылма командаһынан еңелеп, Евро-2012-нең финал уйындарына үтә алмай.ф.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Командала

«Галатһарай»
  • Төркиә чемпионы: 2007/08
  • Төркиә кубогы хужаһы: 2004/05
  • Төркиә суперкубогы хужаһы: 2008

Бөтәһе: 3 трофей

«Атлетико Мадрид»
  • Испания Чемпионы: 2013/14
  • Испания кубогы хужаһы: 2012/13
  • Испания суперкубогы хужаһы: 2014
  • УЕФА-ның Европа Лигаһы еңеүсеһе: 2011/12
  • УЕФА-ның суперкубогы хужаһы: 2012

Бөтәһе: 5 трофей

«Барселона»
  • Испания чемпионы (2): 2015/16, 2017/18
  • (3): 2015/16, 2016/17, 2017/18
  • Испанияның суперкубогы хужаһы: 2016

Бөтәһе: 6 трофей

Төркиә йыйылма командаһы
  • Урта диңгеҙ уйындарының көмөш призеры: 2005
  • Европа чемпионатының бронза призеры: 2008

Шәхси

  • Төркиә чемпионатының иң яҡшы уйынсыһы: 2008, 2009[13]
  • Төркиә чемпионатыныңиң яҡшы ассистенты: 2009, 2010
  • IFFHS Европаның иң популяр футболисы: 2009

Сығыштар статистикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Клуб статистикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2019 йылдың 19 декабренә.

Сығыш Лига Кубки[14] Еврокубки Остальные[15] Итого
Клуб Лига Миҙгел Уйындар Голдар Уйындар Голдр Уйындар Голдар Игры Голы Уйындар Голдар
Флаг Турции Галатасарай Супер лига 2004/05 1 0 1 0 0 0 0 0 ? ?
2006/07 29 5 3 1 7 2 0 0 ? ?
2007/08 30 7 7 0 7 1 0 0 ? ?
2008/09 29 8 6 2 11 2 0 0 ? ?
2009/10 29 7 6 4 12 0 0 0 ? ?
2010/11 12 2 3 1 4 3 0 0 ? ?
Итого 130 29 26 8 41 8 0 0 ? ?
Флаг Турции Манисаспор  Супер лига 2005/06 15 2 0 0 0 0 0 0 ? ?
Итого 15 2 0 0 0 0 0 0 ? ?
Испания Атлетико Мадрид Примера 2011/12 33 3 0 0 12 2 0 0 ? ?
2012/13 32 5 7 0 2 0 0 0 ? ?
2013/14 30 3 5 2 9 4 2 0 ? ?
2014/15 32 2 4 0 10 1 0 0 ? ?
Итого 127 13 16 2 33 7 2 0 ? ?
Испания Барселона Примера 2015/16 18 2 4 0 3 0 0 0 ? ?
2016/17 18 3 5 4 5 4 2 2 ? ?
2017/18 0 0 0 0 0 0 0 0 ? ?
Итого 36 5 9 4 8 4 2 2 ? ?
Флаг Турции Истанбул Башакшехир Супер лига 2017/18 11 2 0 0 0 0 0 0 ? ?
2018/19 17 0 2 0 0 0 0 0 ? ?
2019/20 9 0 0 0 3 0 0 0 ? ?
Итого 37 2 2 0 3 0 0 0 ? ?
Барлығы 345 51 53 14 85 19 4 2 ? ?

Йыйылма командаһы өсөн голдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

# Дата Урын Оппонент Иҫәп Һҡҙҡмтә Ярыштар
1. 25 мая 2008 Бохум, Германия Италия флагы Италия 0—1 3—2 Товарищеский матч
2. 11 июня 2008 Базель, Швейцария Флаг Швейцарии Швейцария 1—2 1—2 Чемпионат Европы 2008
3. 15 июня 2008 Женева, Швейцария Чехия Чехия 2—1 2—3 Чемпионат Европы 2008
4. 11 октября 2008 Истанбул Төркиә Флаг Боснии и Герцеговины Босния и Герцеговина 1—1 2—1 Отборочные матчи ЧМ-2010
5. 5 сентября 2009 Кайсери, Төркиә Эстония флагы Эстония 3—2 4—2 Отборочные матчи ЧМ-2010

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]