Тымыҡ океан һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тымыҡ океан һуғышы
Map of the War of the Pacific.en.svg
Дата

14 февраль 187920 октябрь 1883

Урыны

Көньяҡ Америка

Сәбәбе

Чили баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтары булған Атакама сүле территорияһының Перу һәм Боливия өлөштәрен яулап алыу маҡсатында һуғышты башлай

Нәтижә

Чилиҙың еңеүе

Үҙгәрештәр

Антофагаста провинцияһы Боливиянан Чилиға күсә. Тарапака һәм Арика провинциялары Перунан Чилиға күсә. Такна ваҡытлыса (1929 йылға тиклем) Перунан Чилиға күсә

Ҡаршы тороусылар

Чили Чили

Боливия Боливия (1880 йылға тиклем)
Перу Перу (1879 йылдың апреленән)

Командирҙар

Flag of Chile.svg Анибал Пинто Гармедиа (1876—1881)
Flag of Chile.svg Доминго Санта Мария Гонсалес (1881—1886)

Flag of Peru.svg Мариано Игнасио Прадо (1876—1879)
Flag of Peru.svg Николас де Пиерола (1879—1881)
Flag of Peru.svg Франциско Гарсиа Калдерон (12.04.1881—28.09.1881)
Flag of Peru.svg Лизардо Монтеро (1881—1883)
Flag of Peru.svg Мигель Иглесиас (1882—1885)
Flag of Bolivia.svg Хиларион Даса (1876—1879)
Flag of Bolivia.svg Нарцисо Компейо Лерос (1879—1884)

Юғалтыуҙар

һәләк булғандар:
2425—2791[1]
Яраланғандар:
6247—7193[1]

һәләк булғандар:
12934—18213[2]
Яраланғандар:
7891—7896[2]
Һуғышта һәләк булғандар һәм яраланғандар:
4367—10467[2]

Commons-logo.svg Тымыҡ океан һуғышы Викимилектә

Тымыҡ океан һуғышы (1879—1883) — Чилиҙың баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтары булған территорияларҙы яулап алыу маҡсатында Перу һәм Боливияға ҡаршы һуғышы. Диңгеҙҙә өҫтөнлөк итеп чилиҙар еңеү яулайҙар һәм баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтары булған территорияларҙы баҫып алалар.

Сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чили баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарына бай булған Атакама сүле территорияһының Перу һәм Боливия өлөштәрен яулап алыу маҡсатында һуғышты башлап ебәрә[3].

Һуғыш барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чили ғәскәрҙәре һәм флотының хәрби операциялары.

1879 йылдың февралендә Чили ғәскәрҙәре Боливияға һөжүм итәләр. Боливия менән теләктәшлек килешеү төҙөгән Перу шул уҡ йылдың апрелендә һуғышҡа инә. Диңгеҙҙә хакимлыҡ итеп, чилиҙар йыл аҙағына ҡарай Боливия яр буйын һәм Перуның Тарапака провинцияһын баҫып алалар. Боливия фактик рәүештә һуғыштан сыға. 1880 йылдың апрелендә Чили флоты Перуның төп порты Кальяоны ҡамайҙар, ә 1881 йылдың ғинуарында илдең баш ҡалаһы Лиманы яулап алалар[3].

Селитра сығарыу монополияһы алған Бөйөк Британия Чилиға булышлыҡ күрһәткән, ә АҠШ был төбәктә нығыныу маҡсатында Перу һәм Боливияға ярҙам итергә вәғәҙә бирә[3].

Һуғыштың тамамланыуы һәм уның эҙемтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1883 йылдың июлендә Чили ғәскәрҙәре тағы ла ике тапҡыр Перу ғәскәрҙәрен ҡыйраталар. Шул уҡ йылдың 12 июнендәге килешеүгә ярашлы Перу хөкүмәте Чилиға Тарапака провинцияһын ғүмерлеккә, ә Такна һәм Арика провинцияларын 10 йылға (ғәмәлдә тик Такна ғына 1929 йылда ҡайтарыла) тапшырырға мәжбүр була. 1884 йылдың 4 апрелендәге Валпараисо ҡалаһындағы Чили һәм Боливия араһындағы солохҡа ярашлы Боливия Антофагаста өлкәһен бирергә мәжбүр була һәм шуның менән ул диңгеҙгә сығыу юлынан мәхрүм ителә. Был торош 1904 йылғы Боливия һәм Чили араһында ҡул ҡуйылған тыныслыҡ килешеүендә нығытыла[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Querejazu Calvo Roberto. Guano, Salitre y Sangre. — La Paz-Cochabamba, Bolivia: Editorial los amigos del Libro, 1979.
  • Querejazu Calvo Roberto. Aclaraciones históricas sobre la Guerra del Pacífico. — La Paz, Bolivia: Editorial los amigos del Libro, 1995.
  • Kiernan, Victor (1955). «Foreign Interests in the War of the Pacific» (Hispanic American Historical Review) XXXV.


Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]