Эстәлеккә күсергә

Тәминдәров Ринат Ғиниәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәминдәров Ринат Ғиниәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 сентябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Усман, Төрөмбәт ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, партия эшмәкәре

Тәминдәров Ринат Ғиниәт улы (рус. Таминдаров Ринат Гиниятович; 1 сентябрь 1949 йыл) — партия органадары һәм сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Ринат Ғиниәт улы Тәминдәров 1949 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Уҫман ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1974 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡып сыҡҡан, 1985 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1966 йылда Ауырғазы районындағы «Өршәк» колхозында колхозсы вазифаһында башлай. Артабан ауыл советы рәйесе булып эшләй.

1970—1972 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайта.

1972—1979 йылдарҙа Ауырғазы районында ВЛКСМ район комитеты инструкторы, бүлек мөдире, Ғ. Туҡай исемендәге һәм «Уңыш» колхоздарында рәйес вазифаларында эшләй.

1979 йылдан алып 1990 йылға тиклем Башҡортостандың КПСС өлкә комитеты инструкторы, КПСС-тың Өфө район комитетының икенсе секретары, КПСС-тың Ғафури район комитетының беренсе секретары булып хеҙмәт итә.

1990 йылдан «Башагропромдорстрой» берекемәһенең башлығы урынбаҫары, етештереү-техник комплектлаштырыу идаралығы етәксеһе.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылда Тәминдәров Ринат Ғиниәт улы Ғафури районы, 192-се Бурлы һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, сауҙа, халыҡҡа коммуналь-көнкүреш һәм башҡа хеҙмәт күрһәтеү мәсьәләләре буйынса комиссияһы ағзаһы була[2].

Өйләнгән, ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5.