Төньяҡ Осетия ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төньяҡ Осетия дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны29 539 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты7 сентябрь 1967 йыл 
Урынлашыуы
42°47′23″ с. ш. 44°04′35″ в. д.HGЯO
РФ субъектыТөньяҡ Осетия
РайонАлағыр районы

zapovednik15.ru
Рәсәй
Точка
Төньяҡ Осетия дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Төньяҡ Осетия ҡурсаулығы Викимилектә

Төньяҡ Осетия дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Се́веро-Осети́нский госуда́рственный приро́дный запове́дник) — Төньяҡ Кавказдағы ҡурсаулыҡ. 1967 йылдың 7 сентябрендә РСФСР Министрҙар Советының 677-се ҡарары менән ойошторола. Ҡурсаулыҡ майҙаны 29 539 гектар тәшкил итә. 1980 йылда ҡурсаулыҡтың буфер зонаһы ике тапҡырға арттырыла — 29 952 гектар майҙанлы Цей федераль заказнигы уның буйһоноуына тапшырыла[1].

Географик мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ардон йылғаһы

Ҡурсаулыҡ Төньяҡ Осетияның Алағыр районында, Оло Кавказдың төньяҡ битләүендә диңгеҙ кимәленән 650 метрҙан алып 4649 метрға тиклем бейеклектә урынлашҡан (иң бейек нөктәһе — Уилпата тауы).

Ҡурсаулыҡҡа Кавказдың Тау алды, Урманлы, Көтөүлек, Ҡаялы, Боковой һәм Төп (Һыу айырғыс) һырттары тулыһынса йәки өлөшләтә инә.

Ҡурсаулыҡта 76 боҙлоҡ бар, уларҙың дөйөм майҙаны яҡынса 37 км². Иң ҙур булған Цей боҙлоғоноң майҙаны 9,7 км² һәм оҙонлоғо 8,6 км. Ул 2300 метр бейеклектә тамамлана.

Боҙлоҡтарҙан ҡурсаулыҡ йылғалары Ардон (ысынында Мамисондон, Нардон, Адайком һәм Цмиакомдон йылғалары ҡушылғандан һуң барлыҡҡа килә), Садон, Баддон, Архондон, Цазхиудон, Бугультыдон һәм башҡалар башлана.

Шулай уҡ бер нисә боҙлоҡ күле (мәҫәлән, Цаджиуцад), ҙур булмаған минераль күл (Згил ауылы янында) бар.

Ҡаялы һыртының Шуби төбәгендә Үҙәк Кавказ мәмерйәләренең иң ҙуры — Шуби-Ныхас урынлашҡан, уның дөйөм оҙонлоғо 1000 метрҙан ашыу[1]

Хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сказдон тарлауығы

Боковой һырты эргәһендә 1500-гә яҡын тур йәшәй[2] Ҡаялы һәм Һыу айырғыс һырттарында ике айырым серна популяцияһы бар, уларҙың һаны 130-ҙан артмай. Ҡурсаулыҡтың киң япраҡлы урмандарында зубр, ҡоралай һәм ҡабан йәшәй. Ҡабан һәм ҡоралайҙар һаны 60 баштан артмай. Урманлы һыртындағы Цей ҡурсаулығына 48 зубр күсерелгәс, зубрҙар һаны 1960-сы йылдарҙа ҡайтанан арта. 1980 йылдар уртаһына уларҙың һаны 200-ҙән ашып китә. Ҡурсаулыҡта айыу популяцияһы 30 — 35-кә етә. Уналь тау араһы бассейнында сүл бүреһе йәшәй. Урман бесәйе осрай, ләкин улар аҙ һанлы. Бурһыҡ бөтә ерҙә осрай. Киң япраҡлы урмандарҙа урман һыуһары таралған. 1951 йылда Америка шәшкеһе һәм енот эте, 1952 йылда тейен яһалма рәүештә климатлаштырыла. Үрғуян да бар.

Ҡурсаулыҡта ҡоштарҙың 175 төрө йәшәй. Һирәк осрай торған ҡара ҡауҙы даими күҙәтелә. Ҡара барҡылдаҡ, йырсы барҡылдаҡ һәм таң турғайы күп. Кесерткән турғайы бөтә ерҙә лә, хатта Цей боҙлоғо янындағы ҡая массивтарына тиклем оя ҡора. Урман зонаһында шулай уҡ тумыртҡаның һәм һарытүштең биш төрө оялай.

Ҡурсаулыҡ территорияһында умыртҡаһыҙҙарҙың һәм бөжәктәрҙең 2000-дән ашыу төрө йәшәй.

Шуби-Ныхас мәмерйәһендә ярғанаттарҙың биш төрө йәшәй. 1982 йылда Кавказда тәүге тапҡыр мәмерйәлә бәләкәй ярғанат күрәләр[1].

Юҡҡа сыҡҡан төрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920-се йылдарҙа аҫыл болан, леопард тулыһынса юҡҡа сыға[1].

Үҫемлектәр донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ территорияһында 1437 төр көпшәле үҫемлек, 188 төр бәшмәк, 150 төр мүк һымаҡтар һәм 120 төр лишайник үҫә. Улар араһында Рәсәй Федерацияның һәм Төньяҡ Осетия — Аланияның Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре бар[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Амирханов А. М. и др. Северо-Осетинский заповедник // Заповедники СССР.. Заповедники Кавказа / Под общ. ред. В. Е. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1990. — С. 50—69. — ISBN 5-244-00432-8.
  2. Флора и фауна Северо-Осетинского заповедника. Дата обращения: 29 сентябрь 2015. Архивировано 30 сентябрь 2015 года.
  3. Северо-Осетинский заповедник. naturerussia.travel. Дата обращения: 16 апрель 2022. Архивировано 20 июнь 2021 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • М. Таболов. Северо-Осетинский заповедник // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 3, 1974. стр.22-23
  • К. Попов, Ю. Комаров. Заповедное высокогорье // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 1, 1987. стр.22-23