Төрөк келәмдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Төрөк келәмдәре
Commons-logo.svg Төрөк келәмдәре Викимилектә
Зәңгәр мәсет, Истанбул, 2006 г.

Төрөк келәмдәре — бик боронғо тарихы һәм традициялары булған иң билдәле һөнәрҙәрҙең береһе, ул Төркиәнең мәҙәни мираҫында айырым бер урынды биләп тора[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрөк келәмдәре тураһындағы тәүге мәғлүмәт ун өсөнсө быуатҡа ҡайтып ҡала. Билдәле сәйәхәтсе Марко Поло раҫлауынса, оҙаҡ ваҡыт төрөк келәмен туҡыу үҙәге булған Конья ҡалаһында иң яҡшы келәмдәр [2]. Смирна порты аша сит илдәргә сығарылғанға күрә, ун дүртенсе быуатта уларҙы «смирна» келәмдәре тип атайҙар[3]. Изготавливались в Анатолии (современная азиатская территория Турции)[4]. Улар Анатолияла етештерелә (хәҙерге Төркиәнең Азия территорияһында)[5].

Билдәле булыуынса, Төркиәлә келәмдәрҙең туҡыла башлауына Греция йоғонто яһай, сөнки ул заманда гректар ҙа был һөнәр менән шөғөлләнер булған. Билдәле булыуынса, Ғосман империяһы идаралығы ваҡытында бер нисә төрөк ҡәбиләһе Истанбулдан 60 километр алыҫлыҡта, Мәрмәр диңгеҙе ярында төпләнергә ҡарар итә. Аҙаҡ был тораҡ пункты Хереке (төр. Hereke) тип атала. Тап ошонда беренсе келәм оҫтаханаһы эшләй башлай, унда Ғосман һарайҙарын биҙәү өсөн ифрат ҙур күләмле келәмдәр туҡыла[6].

Келәм туҡыу технологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Келәм туҡымаһында урын алған меңәрләгән төҫтәге милли орнамент иң боронғо төрөк ҡәбиләләре һәм халыҡтары тарихына барып тоташа. Ундағы символдар һәм һүрәттәрҙә шул осорҙағы мәҙәни һәм иҡтисади ҡиммәттәр сағыла. Келәмдең туҡылыу ваҡытын материалы һәм буяуҙы әҙерләү ысулы буйынса билдәләргә мөмкин. Шулай итеп, төрөк келәмдәре улар туҡылған замандың антропология, этнология һәм этнографияһын өйрәнеү мөмкинлеген дә бирә. Ғәҙәттә биҙәү өсөн ләлә сәскәһе йәки граната емеше кеүек үҫемлектәр мотивтары һалынған орнамент ҡулланыла. Фон өсөн ҡыҙыл, күк һәм һарғылт төҫ һайлана. Ҡөрьән рәхсәт итмәгәнгә күрә, кеше һәм хайуандар һүрәтләнмәй.

Өбөрөлө (ворсовые) һәм өбөрөһөҙ келәмдәр була. Өбөрөлө келәмдәр төйөндәрҙе бәйләү ысулын ҡулланып туҡыла, ә өбөрөһөҙҙәре горизонталь һәм вертикаль ептәрҙең үҙ-ара сиратлап киҫелеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Ғәҙәттә Төркиәлә келәм туҡыуҙа тик тәбиғи материалдар: йөн йәки мамыҡ, хатта ебәк кенә ҡулланыла.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Большая иллюстрированная энциклопедия древностей/ пер. чеш. Бы. Бы. Михайлов. — 3-е изд. — Прага: Артия, 1983. — 496 с.
  • Запаско Я. П. Ковроткачество // Очерки по истории в украинского декоративно прикладного искусства. — Львов, 1969. — 66, С.73
  • OUR TRADITIONAL CULTURAL HERITAGE : ANATOLIAN TURKISH HAND-WOVEN CARPETS AND KILIMS

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Anatolian Carpets and Kilims. www.turkishculture.org. 22 май 2018 тикшерелгән.
  2. Turkish carpets/Anatolian carpets - Carpet Encyclopedia | Carpet Encyclopedia  (инг.). www.carpetencyclopedia.com. 22 май 2018 тикшерелгән.
  3. Евгений Федорович Лудшувейт Турция: экономико-географический очерк — Гос. изд-во геогр. лит-ры, 1955. — 410 б.
  4. Запаско Я. П. Ковроткачество // Очерки по истории украинского декоративно прикладного искусст ва. — Львов, 1969. — С.66-73
  5. Запаско Я. П. Ковроткачество // Очерки по истории украинского декоративно прикладного искусст ва. — Львов, 1969. — С.66-73
  6. Турецкие ковры | Cайт о Турции (ru-RU). turkkey.ru. 22 май 2018 тикшерелгән.