Эстәлеккә күсергә

Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллина
Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры
1965 — 1969
 
Тыуған: 7 март 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
СССР, РСФСР, Мәскәү ҡалаһы
Үлгән: 9 ноябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (85 йәш)
Рәсәй, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы (7 март 1931 йыл — 9 ноябрь 2016 йыл) — партия, дәүләт һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1955 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, секретары, 1960—1963 йылдарҙа — беренсе секретары; 1965 йылдан Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 1969 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 198—1986 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), ике «Почёт Билдәһе» (1960, 1967) ордендары кавалеры.

Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллина 1931 йылдың 7 мартында Мәскәү ҡалаһында тыуған. Өфөнөң 3-сө урта мәктәбендә уҡый.

1953 йылда Харьков педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай. 1953 йылдан Украина ССР-ы Одесса өлкәһе Первомайск ҡалаһы урта мәктәбендә уҡыта.

1954 йылдан Өфөнөң 20‑се урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1955 йылдан ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары. 1960—1963 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары [1].

1965 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.

1965—1969 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры.

1969 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләй. 1981—1986 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе вазифаһын үтәй.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 6—10‑сы саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

2016 йылдың 9 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]