Эстәлеккә күсергә

Уильям Гильберт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уильям Гильберт
William Gilbert
Уильям Гильберт
Уильям Гильберт
Тыуған көнө

24 май 1544({{padleft:1544|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

графство Эссекс, Колчестер

Вафат көнө

30 ноябрь 1603({{padleft:1603|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (59 йәш)

Вафат урыны

Лондон

Ғилми даирәһе

физик, табип

Уи́льям Ги́льберт (ингл. William Gilbert, 24 май 1544 йыл —30 ноябрь 1603 йыл) — инглиз физигы, король һарайындағы (Елизавета I һәм Англия короле Яков I) табип. Магнит һәм электр менән бәйле күренештәрҙе өйрәнеүсе, «электр» терминын тәүге ҡулланыусы һәм ғилми әҙәбиәткә индереүсе.

1544 йылдың 24 майында яҡын-тирәлә киң билдәле һәм бай нәҫел-нәсәбле Гильберттар ғаиләһендә тыуған: уның атаһы түрә (чиновник) була. Уильям 1558 йылда урындағы мәктәпте тамамлай, һәм уны Кембридж университетына ебәрәләр. Буласаҡ ғалимдың фән өлкәһендәге карьераһына тиклемге тормошо хаҡында бик аҙ билдәле, уның шулай уҡ Оксфорд университетында уҡыуы тураһында ла фараз бар, тик был документаль нигеҙҙә раҫланмай. 1560 йылда бакалавр, ә 1564 йылда — философия магистры дәрәжәләрен ала. 1569 йылда Уильям «медицина докторы» ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була.

Уҡыуын тамамлағас, Гильберт Европа буйлап сәйхәткә юллана. Бер нисә йыл дауам иткән был сәфәренән һуң ул Лондонда төпләнә. Бында 1573 йылда ул Король медицина колледжы ағзаһы итеп һайлана.[1]

Гильберт 1603 йылдың 30 ноябрендә убон чумаһынан Лондон ҡалаһында вафат була[2][3]. Үҙенең тыуған ҡалаһы Колчестерҙа ерләнә[4].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уильям Гилберт эксперименттарын королева Элизабетҡа күрһәтә (А. Окленд Хант рәсеме).

1600 йылда «De magnete, magneticisque corparibus etc» исемле ғилми китабын баҫтыра. Был фәнни хеҙмәтендә ул есемдәрҙең магнит һәм электр үҙенсәлектәрен тикшереүгә арналған тәжрибәләрен һүрәтләй, есемдәрҙе ышҡылғанда электрләшеүселәргә һәм был сифатҡа эйә булмағандарға бүлә. Ғалим шулай уҡ һауа дымлылығының еңел есемдәрҙең электрләшеп тартылыуына тәьҫирен дә күрһәтә[5].

Гильберт беренсе булып магнит күренештәре теорияһын (магнетизмды) ижад итә. Ул һәр магниттың да ике полюсҡа эйә булыуын, ике төрлө полюстарҙың үҙ-ара тартылыуын, ә бер төрлөләренең бер-береһенән этәрелеүен асыҡлай. Үҙ-ара тәьҫир итешкән тимер шар һәм магнит уғы менән тәжрибә үткәреп, физик Ер шарының ифрат ҙур (гигант) магнит булыуы тураһын самалай. Ул шулай уҡ Ерҙең магнит полюстары планетаның географик полюстары менән тап килеү мөмкинлеге хаҡында ла фараз әйтә.

Гильберт тағы ла электр күренештәрен тикшерә һәм уларҙы тасуирлағанда тәүге булып был аңлатманы ҡуллана. Ышҡығандан һуң күп есемдәрҙең гәрәбә (русса янтарь) кеүек үк ваҡ предметтарҙы үҙҙәренә тартыуҙарын асыҡлай һәм был күренешкә гәрәбә хөрмәтенә уның инглиз телендәге (лат. ēlectricus — «янтарный») исеменән алынған «электр күренештәре» тигән атаманы бирә.

1964 йылда Халыҡ-ара астрономдар союзы Айҙың Ерҙән күренгән яғындағы бер кратерға инглиз ғалим-физигы Гильберт исемен бирә.

Уильям Гильберт хөрмәтенә Халыҡ-ара иҫәпләүҙәр системаһы СИ индерелгәнсе әүҙем ҡулланылған СГС (сантиметр-грамм-секунда) иҫәпләүҙәр системаһында магнит этәреү көсө берәмеге «гильберт» (билдәләре: Гб, Gi) тип аталған.

  1. Книга:Science. A History (1543-2001)
  2. William Gilbert 2014 йыл 21 декабрь архивланған.. National High Magnetic Field Laboratory
  3. William Gilbert (1544–1603). BBC
  4. Ross, David Colchester, Holy Trinity Church | Historic Essex Guide. Britain Express. Дата обращения: 29 октябрь 2016.
  5. Отто фонъ-Герике (историческая заметка) // В.О.Ф.Э.М.. — Киев, 1886. — № 9. — С. 196. (рус.)
  • Гильберт У. О магните, магнитных телах и большом магните — Земле. М., 1956  (рус.)
  • Edgar Zilsel, «The Origin of William Gilbert’s Scientific Method», Journal of the History of Ideas 2:1-32, 1941  (инг.)
  • Bochenski, Leslie «A Short History of Lunar Cartography» (April 1996) University of Illinois Astronomical Society  (инг.)