Эстәлеккә күсергә

Украин әҙәбиәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Украинская литература битенән йүнәлтелде)

Украин әҙәбиәте —  украин телендә яҙылған әҙәбиәт. Ҡайһы бер осраҡтарҙа украин әҙәбиәтенә шулай уҡ украин авторҙарының  башҡа телдәрҙә ижад ителгән әҫәрҙәре лә индерелә.

Боронғо китап традицияһының үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта быуат әҙәбиәтенең үҙенсәлекле күренеше булып Иван Вишенский, Мелетий Смотрицкий, Феофан Прокопович һ . б. полемик әҫәрҙәре тора. Барокко осороноң элекке украин әҙәбиәтенең юғары нөктәһе  — шағир һәм философ Григорий Сковороданың  (1722-1794) ижады. "Урыҫ Сократы"[1][2] кешеләрҙе яҡындан белер өсөн  Украина һәм Үҙәк  Европа илдәре буйлап сәйәхәт ҡылған.  Григорий Сковороданың  фәлсәфәһе өсөн үтәнән - үтә проблема — бәхет проблемаһы була. Бәхетте ул кешенең илаһи асылы тип күргән, күңелең тартҡан эште булдырып, Хозай биргән талантты асыу.  Философтың үҙенең ҡәберташына "Донъя мине тоторға уйланы, әммә тота алманы" тигән һүҙҙәрҙе яҙырға аманат ҡалдырған Григорий Сковороданың көндәлек ығы - зығы һәм мәшәҡәттәрҙән рухани донъяның өҫтөнлөгөнә тағы ла бер тапҡыр тоғролоғон һүрәтләй. 

Яңы украин әҙәбиәтенең формалашыуы 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат аҙағында Иван Котляревскийҙың бурлеск-травести  "Энеида" поэмаһы өр - яңы  украин теленең һәм заманса украин әҙәбиәтенең  барлыҡҡа килеүен күрһәтеп тора. Был әҫәр үҙ эсенә украин юморының ынйыларын йыйған, сағыу халыҡ көнкүрешен сағылдырған. Котляревскийҙың  әҫәрҙәренең юморлы һәм сатиралы асылын  башҡа яҙыусылар ла элеп алды, иң тәүге нәүбәттә, Харьков кружогы (Петр Гулак - Артемовский, Евгений Гребенка). Харьков кружогына  украин телен тик юмор жанрҙарында ҡулланыу традицияһына сик ҡуйған,  украин художестволы прозаһына нигеҙ һалыусы Григорий Квитка - Основьяненко ла  инә.

XIX быуат — милли үҙ - аңдың етлеккән осоро. Тарас Шевченконың 1840 йылда донъя күргән  «Кобзарь» шиғырҙар китабы, Юрий Луцкой фекеренсә, ысынбарлыҡта украиндарҙың әҙәби һәм интеллектуаль бойондороҡһоҙлығын иғлан итеүгә бәрәбәр[3]. Тарас Шевченконың ижады тиҫтә йылдарға алдан украин әҙәбиәтенең артабанғы үҫешен билдәләне  — шиғриәттең генә түгел, ә прозаның да, драматургияның да. Уның шиғриәте украин әҙәби теленең үҫешендә мөһим этап булып тора.   Шевченко үҙенән элгәре Котляревский, Квитка-Основьяненко, романтик - шағирҙарҙың башлаған эшен дауам итте, әҙәби телдең  формалашыу процесын  тере халыҡ теле менән, украин художестволы һүҙенең тасуирлау мөмкинлектәрен байытты.  Тарас Шевченко исеме донъяға украин мәҙәниәте символы булып танылды.

XIX быуаттың икенсе яртыһының әҙәби процесы талантлы яҙыусылар плеядаһы  — Иван Нечуй-Левицкий, Марко Вовчок, Панас Мирной, Михаил Коцюбинский, Иван Франко, Ольга Кобылянская, Борис Гринченко  һ. б. йоғонтоһо аҫтында формалашты. Ул осорҙағы әҙәбиәт өсөн нәфис йүнәлштәрҙең һәм яҙышыуҙың индивидуаль стилдәренең  төрлөлөгө, төрлө жанрҙарҙы файҙаланыу  хас — эпик романдарҙан һәм повестәрҙән новелларға, фельетондарға, хикәйәләргә һ. б. Ул ваҡыттағы яҙыусыларҙың күпселеге  әүҙем сәйәси һәм ағартыу эшмәкәрлек алып бара.

Украин тарихының ғына түгел, донъя мәҙәниәтенең универсаль шәхесе миҫалы булып шағир, прозаик, драматург, әҙәби тәнҡитсе, теоретик һәм тәржемәсе Иван Франко фигураһы тора. Уның ижади заделы үҙенең киң булыуы менән ғәжәпкә ҡалдыра (50 томдан артыҡ). Яҙыусы тәүгеләрҙән булып украин теленә  донъя әҙәбиәте әҫәрҙәрен тәржемә итә башлай (Гёте, Генрих Гейне, Байрон).

Быуаттар арауығында авторҙарҙың яңы быуыны килеп сығыуы менән украин әҙәбиәте Европа модернизмы йоғонтоһон кисерә башлай. Айырыуса асыҡ был ҡараш шул осорҙоң ике алдынғы әҙәби эшшмәкәренең  — шағирә Леся Украинка һәм прозаик Михаил Коцюбинский  ижадында сағылыш таба.

Леся Украинка украин әҙәбиәтен донъя әҙәбиәте образдары һәм тарих, төрлө дәүерҙәрҙәге мифология һәм донъяның төрлө  халыҡтарының сюжеттары менән байыта.  Үҙенең шәхси шиғри ижады менән бер рәттән Леся Украинка тәржемәләр менән шөғөлләнә. Ул  Гомер, Генрих Гейне, Шекспир, Байрон, Виктор Гюго, мысыр һәм итальян халыҡ йырҙарын, һинд эпосын иҫ китмәле итеп тәржемәләй.

Михаил Коцюбинский — донъя күләмендә танылыу тапҡан "Онотолған ата - бабалар күләгәләре" ("Тени забытых предков") повестың авторы. Был әҫәрҙә крәҫтиән көнкүрәшенең ысынбарлығы тормошто  поэтик күҙлегенән  ҡабул итеүе менән үрелеп бара. 

Революцянан һуң әҙәби процесс Украинала, ғөмүмән бөтә СССР-ҙағы кеүек, айырыуса көсөргәнешлек һәм ҡатмарлылыҡ менән айырылып тора. Бер яҡтан украин әҙәбиәте был ваҡытта дәүләттән ҙур ярҙам ала һәм быға тиклем күрелмәгән алға китеш кисерә. Бай әҙәби палитраһында төрлө сәнғәт мәктәптәре, стилдәр һәм йүнәлештәр — «лаборатория ысулы» менән «таҙа пролетарий мәҙәниәтен» булдырыуҙы пропагандалаған радикаль пролеткульт теоретиктарынан (Эллан-Блакитный, Игнат Михайличенко, Микола Хвылевой) алып футуризмға (Михаил Семенко) — бер яҡтан һәм донъя әҙәбиәте өлгөләре нигеҙендә камил сәнғәт булдырыуға йүнәлеш алған неоклассицизм вәкилдәренә тиклем — икенсе яҡтан (Николай Зеров етәкселендәге неоклассиктар төркөмө).

Әммә украин яңырыуының был осорҙағы күп кенә вәкилдәре Граждандар һуғышы йылдарында, 1932—1933 йылдарҙағы аслыҡта һәм 30 — сы йылдарҙағы большевистик репрессияларынан һәләк булалар. 1938—1954 йылдарҙа уларҙың күпселеге, Совет власы яҡлы булыуына, уның өсөн көрәшеүенә, революциянан һуң ғына яҙыусы булып танылыуҙарына ҡарамаҫтан, 240 тирәһе украин яҙыусыһы репрессиялана. Уларҙың ҡайһы берҙәре атылып үлтерелә, икенселәре төрмәләрҙә һәләк булалар, ҡайһы берҙәренең яҙмыштары ҡулға алынғандан һуң билдәһеҙ булып ҡалды. Совет власының күренекле шағиры Максим Рыльский ҙә ҡулға алына, Остап Вишня мифик украин хәрби ойошмала ҡатнашҡаны өсөн 10 йыл лагерҙәрҙә үткәрә, Григорий Косынка, Николай Зеров, Николай Кулиш, Евгений Плужник, Михаил Семенко атылып үлтереләләр. Үҙенең иптәштәрен ҡотҡарырға тырышҡан Микола Хвылевый үҙенә үҙе ҡул һала. Эксперименталь «Березиль» театры тыйылыуға дусар була, ә уның етәксеһе — бөтә донъяға билдәле режиссёр Лесь Курбас — ҡулға алына һәм атылып үлтерелә[4].

Совет осоронда хакимлыҡ итеүсе социализм реализмы стиленә ҡарамаҫтан украин яҙыусылары әлеге көндә лә актуаллегын юғалтмаған әҙәбиәт булдыра алғандар. Был, иң беренсе нәүбәттә, Павел Тычина, Максим Рыльский, Владимир Сосюра, Александр Довженко, Александр Гончар һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре.

1960 — сы йылдарҙа Хрущев осорондағы бер аҙ йомшаҡлыҡ күрһәтелеүе һәм ижтимағи — сәйәси тормоштоң либералләшеүе арҡаһында Украинала артабан «шестидесятники» исеме алған бик көслө хәрәҡәт барлыҡҡа килде. «Шестидесятниктар» ижадтың яңы формаларын, тоталитар системаһы сиктәрендә милли тәжрибәнең яңы офоҡтарын эҙләйҙәр. Был быуынға Василий Стус, Лина Костенко, Василий Симоненко, Григорий Тютюнник, Дмитрий Павлычко, Иван Драч һәм башҡалар инәләр. Актив гражданлыҡ позицияһы В. Стусты һәм уның күп кенәҡәләмдәш коллегаларын «диссидент» интеллигенция рәттәренә , был үҙ сиратында ҡулға алыуғарға һәм һөргөндәргә алып килде. 1970 — се йылдарҙа украин интеллигенцияһының массауи ҡулға алыуҙар тулҡыны булып үтә, күп кенә алдынғы ҡарашлы яҙыусылар «советтарға ҡаршы агитация өсөн» хөкөм ителәләр. Уларҙың ҡайһы берҙәре (шул иҫәптән үлгәндән һуң) 1990-сы йылдарҙың башында аҡланды.

Украин диаспораһының әҙәбиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат дауамында ижад ителгән диаспора әҙәбиәте сыбар һәм бай. Иң сағыу вәкилдәре араһынан — Иван Багряный, Василий Барка, Богдан Бойчук, Виктор Домонтович, Улас Самчук, Евген Маланюк, Юрий Тарнавский, Эмма Андиевская һәм башҡа бик күптәр[5].

Украин әҙәбиәте хәҙерге заманда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Какое место я отвожу украинской литературе среди литератур мира? К сожалению, небольшое, она очень мало известна даже в славянских странах, ещё меньше в германских, романских. Хотя сейчас происходит много перемен… и в перспективе лучшие украинские произведения станут известными. Нельзя надеяться, что они станут аж такими влиятельными, как произведения, скажем, Толстого, или Марселя Пруста, или Томаса Манна. Это очень значительные фигуры, таких у нас нет. Пока ещё. Но история не закончилась. И у нас всё ещё впереди. Вполне возможно, что именно наши современники сделают определенный прорыв. На английский язык начинают переводить именно их: Юрия Андруховыча, Оксану Забужко. Вот и у Володымыра Дибровы вышла книга на английском языке. Все эти авторы говорят на художественном языке, который понятен и там.

— Д-р филол. наук С. Д. Павлычко, 13.06.1998 [1]

Заманса украин әҙәбиәтен ижад итеүсе яҙыусылар —  Иван Андрусяк, Юрий Андрухович, Наталка Белоцерковец, Дмитрий Билый, Андрей Бондарь, Юрий Винничук, Вера Вовк, Алексей Волков, Богдан Волошин, Павло Вольвач, Григорий Гусейнов, Лариса Денисенко, Любко Дереш, Иван Дзюба, Владимир Диброва, Анатолий Днистровый, Мирослав Дочинец, Евгений Сверстюк, Сергей Жадан, Богдан Жолдак, Оксана Забужко, Юрий Издрик, Александр Ирванец, Юрий Камаев, Ирена Карпа, Евгения Кононенко, Галина Крук, Андрей Курков, Володимир Лис, Иван Малкович, Таня Малярчук, Мария Матиос, Богдана Матияш, Дзвинка Матияш, Константин Москалец, Всеволод Нестайко, Игорь Павлюк, Галина Пагутяк, Юрий Покальчук, Светлана Пыркало, Владимир Рутковский, Николай Рябчук, Катерина Хинкулова, Валерий Шевчук, Василий Шкляр, Аркадий Польшаков  һәм башҡалар.

Украин драматургияһы хәҙерге заманда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Украина драматургтар гильдияһы бөгөнгө драматургтарҙы берләштерә. "Ваҡыт етте, — тип яҙылған Фонд программаһында , — үҙенең граждандарының барлыҡ художестволы мираҫын баһалауҙа берҙән - бер әхләҡи - эстетик закондарға буйһонған донъялағы барлыҡ  цивилизациялы халыҡтарға  ылығырға. Был законды ошолай формулировкалайбыҙ: ниндәйҙер әҙәби кимәле булған, үҙенсәлекле формаһы, характеры һәм сюжет төҙөлөштәре  менән айырылып торған һәм Кешелектең  төп әхләҡи - этик принциптарына ҡаршы килмәгән  сәнғәт әҫәре   — Аллаһы Тәғәлә бүләге, милләттең рухи байлығы булып  һанала. Гильдия нәшер иткән альманах  12 авторҙы берләштерҙе: Ярослав Верещак, Ольга Зоренко, Татьяна Иващенко, Елена Клименко, Василий Кожелянко, Владимир Сердюк, Светлана Лелюх, Виктор Лысюка, Алина Семерякова, Александра Погребинская, Олекса Слепец, Лидия Чупис, Неда Неждана, Аркадий Польшаков.

  • Украинская литература XIX и начала XX века
  • Украинская литература советского периода
  • Библиотека украинской литературы в Москве
  • Русскоязычная литература Украины
  1. И. 
  2. Лосев А.
  3. Луцький Ю. Між Гоголем і Шевченком. — К.,1998. — С.140;
  4. Лесь Курбас на сайте «Великие украинцы» 2009 йыл 6 ғинуар архивланған.
  5. Українська і світова культура. Історія і сучасність. Київ, 1995