Эстәлеккә күсергә

Громова Ульяна Матвеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ульяна Громова битенән йүнәлтелде)
Громова Ульяна Матвеевна
укр. Ульяна Матвеевна Громова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 3 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Краснодон[d], Луганск өлкәһе
Вафат булған көнө 16 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (19 йәш)
Вафат булған урыны Краснодон[d], Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем төрө һомицид[d]
Ерләнгән урыны Краснодон[d]
Туған тел урыҫ теле һәм украин теле
Һөнәр төрө политический активист, боец сопротивления
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы Молодая гвардия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы медаль «Партизану Отечественной войны»
 Громова Ульяна Матвеевна Викимилектә

Громова Ульяна Матвеевна (3 ғинуар 1924 йыл — 16 ғинуар 1943 йыл) — 1942—1943 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Гитлер ғәскәре оккупациялаған Краснодон ҡалаһының «Йәш гвардия» йәшерен антифашистик комсомол ойошмаһы штабы ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1943 йыл, үлгәндән һуң).

Улья́на Матве́евна Гро́мова 1924 йылдың 3 ғинуарында Донецк губернаһы Луганск округы (хәҙер — Украин ССР-ы, Ворошиловград өлкәһе, Краснодон районы) Первомайка ҡасабаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.

Атаһы — Матвей Максимович Громов, 1880 йылда Рәсәй империяһы Полтава губернаһында тыуған. 1904-1905 йылғы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан 1905 йылда Краснодонға күсеп килә, шахтала эшләй. 1937 йылдан алып — пенсионер. Пенсияға сыҡҡандан һуң, первомай тирмәнендә тоҡсо таровщик булып эшләгән.

Әсәһе — Матрёна Савельевна Громова, 1884 йылда тыуған, хужабикә.

Ғаиләлә биш бала булып, шулар араһында Ульяна кесеһе була[1].

1932 йылда Ульяна 6-сы Первомай урта мәктәбенең беренсе класына уҡырға бара. Бик яҡшы уҡый, кластан класҡа Маҡтау грамоталары менән генә күсә, әүҙем пионерка була.

1939 йылда мәктәптең уҡыусылар комитеты ағзаһы итеп һайлана.

1940 йылдың мартында ВЛКСМ[2] сафына инә.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
СССР почта маркаһы, 1944 йылда: «Геройҙарға — Краснодон ҡалаһы Йәш гвардия комсомолецтарына дан!»

Бөйөк Ватан һуғышы башланған мәлдә Ульяна унынсы класс уҡыусыһы була. Үҙенең тиҫтерҙәре менән бергә ул колхоз баҫыуҙарында эшләй, госпиталдә яралыларҙы тәрбиәләй, уларға гәзит һәм китап уҡый, туғандарына хаттар яҙырға ярҙам итә. Первомайский урта мәктәбен тамамлағас, 1942 йылдың 3 июнендә ик первомай урта мәктәбен өлгөлө тәртип менән «яҡшы» һәм «бик яҡшы» билдәләренә тамамлай[3].

1942 йылдың 17 июлендә башланған Ворошиловоград өлкәһен нацистик Германия ғәскәрҙәре оккупациялаған дәүерҙә[4], Ульяна, сирле әсәһен ҡалдырып китә алмау сәбәпле, эвакуацияланмай тороп ҡала..

Ульяна, ҡәтғи, тәүәккәл һәм сая характерлы ҡыҙ булғанлыҡтан, Майя Пегливанова һәм Анатолий Попов менән бергә Первомайка ҡасабаһында йәштәр патриотик төркөмөн ойоштора, һәм улар 1942 йылдың сентябрендә «Йәш гвардия» йәшерен антифашистик комсомол ойошмаһы составына инә.

1942 йылдың октябрендә Громова ойошмала штабы ағзаһы итеп һайлана. Ул хәрби операцияларҙы әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашты, антифашистик листовкалар төҙөү һәм таратыуҙа, медикаменттар дарыуҙар йыйыуҙа, халыҡ араһында фашистарға буйһонмаҫҡа, уларҙың ғәскәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин планын өҙөргә һәм гитлер Германияһына совет йәштәрен эшкә вербовкалауға ҡаршы торорға саҡырып агитация үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.

1942 йылдың 7 ноябренә ҡарата төндә, Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 25 йыллығы алдынан, Ульяна йәш гвардиясы Анатолий Попов менән бергә оккупацияланған Краснодонда № 1-бис шахтаһы торбаһына ҡыҙыл флаг ҡаҙай.

Ҡалала йәшерен ойошма ағзаларын күпләп ҡулға алыуҙар башланғас, Ульяна тотҡон йәш гвардиясылар менән бәйләнешкә инергә тырыша, уларҙың ҡасыу планын уйлай.

1943 йылдың 10 ғинуарында, ун туғыҙ йәше тулып бер аҙна үтеүгә, Ульяна Громов ҡулға алына һәм гестапо[5]зинданына ташлана. Ҡаты туҡмау һәм язалауҙар менән оҙатылған һорау алыуҙарҙы, бирешмәй, батырҙарса ныҡлыҡ менән күтәрә. Йәш гвардиясыларҙың Тыуған илгә һәм иптәштәргә хыянат итмәм тигән изге анттарына тоғро булып ҡала[6][7], ул йәшерен ойошма эшмәкәрлеге буйынса ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт биреүҙән баш тарта. Язалау һәм туҡмауҙарҙы ҙур сыҙамлылыҡ менән, рухын һындырмай үткәрә, дуҫтарына таяныс була, Михаил Юрьевич Лермонтовтың «Демон» поэмаһын яттан уҡый[8]. Хатта туғандарына йәшерен ебәргән үлер алдынан яҙылған хатында ла илһөйәрлек тойғоһо һәм еңеүгә ышаныс ярылып ята, ағаһы Елисейға «үҙ тыуған илебеҙ өсөн ныҡ тор»[9] тип мөрәжәғәт итә.

«… Ульяна Громованы сәсенән аҫып ҡуялар, арҡа тиреһен киҫеп биш саталы йондоҙ яһайҙар, түшен киҫәләр, тәнен ҡыҙҙырылған тимер менән өтәләр һәм яраһына тоҙ һибәләр, ҡыҙҙырылған плитаға ултырталар. Ғазаплауҙар оҙаҡ һәм ҡанһыҙ дауам иткән, әммә ул өндәшмәгән…»[10]

«Ульяна Громова, 19 йәштә, уның арҡа тиреһенән биш саталы йондоҙ киҫкәндәр, уң ҡулы, ҡабырғалары һынған» (СССР Министрҙар Советв эргәһендәге Дәүләт Именлек Комитеты (КГБ) Архивынан, д. 100−275, т. 8)

1943 йылдың 16 ғинуарында, кеше күтәрә алмаҫлыҡ ҡаты ғазаптарға дусар итеп, гитлер оккупанттары Ульянаны һәм башҡа йәш гвардиясыларҙы язалап үлтерәләр һәм кәүҙәләрен 5-се краснодон шахтаһының 58 метр тәрәнлегендәге шурфына ташлайҙар.

1943 йылдың 1 мартында, хәрби хөрмәттәр күрһәтеп, Краснодон ҡалаһының үҙәк майҙанындағы герой-антифашистарҙың туғандаш ҡәберлегендә ерләнгән, бында уларҙың батырлығы тураһында иҫтәлек хөрмәтенә «Йәш гвардия» мемориаль комплексы төҙөлгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 13 сентябре Указы менән «Йәш гвардия» йәшерен комсомол ойошмаһы штабы ағзаһы Ульяна Матвее вна Громоваға үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
  • Ленин ордены (үлгәндән һуң).
  • I дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы (үлгәндән һуң).
Файл:Пам'ятник Герою Радянського Союзу Громовій У.М..jpg
Харьковта Йәш гвардиясылар аллеяһында Ульяна Громованың бюсы

Ульяна Громова исеме

  • Совет яҙыусыһы Александр Фадеев «Йәш гвардия» (1946) романын «йәш гвардиясыларҙың» батырлығына арнаған, һәм Ульяна Громова шул уҡ исемле персонаждың прообразы итеп бирелә.
  • Режиссёр Сергей Герасимовтың Фадеевтың шул уҡ исемле романы буйынса төшөрөлгән «Йәш гвардия» (1948) совет нәфис фильмында Ульяна Громова ролен яңы уйнай башлаған йәш актриса Нонна Мордюкова башҡара.
  • Элекке Советтар Союзының күп кенә ҡалаларында герой-йәш гвардиясы Ульяна Громова һәйкәлдәре ҡуйылды, уның исемен урамдар йөрөтә.
  • 1986 йылдың 1 июлендә «Ульяна Громова» тип аталған йылға буксир теплоходы (буксир-этәүсе) төҙөлә, ул (Рәсәй, Саха Республикаһы (Яҡутстан)[11] Пеледуй портына беркетелгән.
  • 1949 йылда Ульяна Громова исеме менән Тымыҡ океан флотының гидрографик судноһы атала.
  • Балахна ҡалаһында (Түбәнге Новгород өлкәһе) Ульяна Громова исемендәге тыҡрыҡ бар.
  • Түбәнге Тагил ҡалаһында Ульяна Громова урамы бар.
  • Калининград ҡалаһында Ульяна Громова хөрмәтенә урамы булдырылды. Был ура популярлыҡ менән файҙалана.
  • Курск ҡалаһында Ульяна Громова исемендәге лагерь бар.
  • Тольятти ҡалаһында Ульяна Громова урамы һәм һәйкәл-горельефы бар.
  • Первоуральск ҡалаһында Ульяна Громова урамы бар.
  • Санкт-Петербурга Ульяна Громова тыҡрығы бар.
  • Силәбелә Ульяна Громова урамы бар.
  • Орёл ҡалаһында Ульяна Громова урамы бар.
  • Липецк ҡалаһында Ульяна Громова урамы бар.
  • Ульяновск ҡалаһында Ульяна Громова урамы бар.
  • Уральск ҡалаһында (Көнбайыш Ҡаҙағстан) Ульяна Громова урамы бар.
  • Кемерово ҡалаһында Ульяна Громова урамы бар.
  • Аксай ҡалаһында (Ростов өлкәһе) Ульяна Громова урамы бар.
  • Новокузнецк ҡалаһында (Кемерово өлкәһе) Ульяна Громова урамы бар.
  • 2017 йылда Луганск Халыҡ Республикаһы Почтаһы «Йәш гвардия 75 йыл» тигән маркалар блогы сығарҙы. Ульяна Громова маркалар блогының береһендә төшөрөлгән[12].
  1. Ульяна Громова. Биография. Сайт Дмитрия Щербинина «Молодая гвардия» // molodguard.ru
  2. Комсомольский билет Ульяны Матвеевны Громовой № 8928004 от 13 апреля 1940 года. Время поступления в ВЛКСМ — март 1940 года. Сайт Дмитрия Щербинина «Молодая гвардия» // molodguard.ru
  3. Аттестат Ульяны Матвеевны Громовой № 37 от 3 июня 1942 года об окончании Первомайской средней школы, выданный Народным комиссариатом просвещения Украинской ССР. Сайт Дмитрия Щербинина «Молодая гвардия» // molodguard.ru
  4. Т. Ю. Анпилогова, кандидат исторических наук, доцент кафедры истории Украины ЛНУ имени Тараса Шевченко; О. А. Онищук, аспирант кафедры истории Украины ЛНУ имени Тараса Шевченко. Нацистский оккупационный режим на Ворошиловградщине (1942—1943). 2016 йыл 2 март архивланған. Информационно-аналитический портал «Ракурс+» (г. Луганск) // rakurs.pl.ua (25 марта 2013 года)
  5. Картина художника Щеглова Валериана Васильевича «Арест Ульяны Громовой» (иллюстрация к роману А. А. Фадеева «Молодая гвардия»). Сайт Дмитрия Щербинина «Молодая гвардия» // molodguard.ru
  6. Клятва (текст), записки и надписи на стенах тюремных камер фашистских застенков членов краснодонской подпольной комсомольской организации «Молодая гвардия». Конец сентября 1942 года — 9 февраля 1943 года. ИП Злыгостев Алексей Сергеевич // historic.ru
  7. YouTube сайтында ВИДЕО. Клятва молодогвардейцев (фрагмент художественного фильма «Молодая гвардия», 1948 год, режиссёр и автор сценария — С. А. Герасимов, композитор — Д. Д. Шостакович, 00:01:13). // youtube.com (Egor Shlein)
  8. Картина художника Фёдора Петровича Глебова «Ульяна Громова читает в камере стихи Лермонтова» (иллюстрация к роману А. А. Фадеева «Молодая гвардия»). Сайт Дмитрия Щербинина «Молодая гвардия» // molodguard.ru
  9. Предсмертная записка родным, переданная из тюрьмы Ульяной Громовой. Сайт Дмитрия Щербинина «Молодая гвардия» // molodguard.ru
  10. А. Ф. Гордеев, кандидат исторических наук. О палачах и предателях «Молодой гвардии» (из монографии «Подвиг во имя жизни», 2000 год, г. Днепропетровск). Сайт Дмитрия Щербинина «Молодая гвардия» // molodguard.ru
  11. Буксир-толкач «Ульяна Громова». Порт приписки — Пеледуй. Дата постройки — 01.07.1986 г. Технические характеристики судна. // korabel.ru
  12. Сайт «Комсомольской правды», Ольга ГОРДО |. Почта ЛНР выпустила марки, посвящённые «Молодой гвардии»  (рус.), KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (18 сентябрь 2017). 25 сентябрь 2018 тикшерелгән.

Жариков Л. Краснодонские страницы // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.