Эстәлеккә күсергә

Урал барыҫы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Урал барыҫы (Урал ҡапланы) — Башҡортостанда тау бейеклектәрен яулаусылар өсөн «Ҡар барыҫы» программаһы аналогында булдырылған проект[1].

«Урал барыҫы» билдәһен алыу өсөн беренсе этапта республиканың 1000 һәм унан бейегерәк булған тау түбәләренә менергә һәм икенсе этапта (2018 йылда иғлан ителәсәк) тағы ла ҡатмарлыраҡ башҡа маршруттарҙы үтергә кәрәк. Беренсе этап: Белорет районында:

  1. Оло Ирәмәл (1582 м)
  2. Рассыпная (1017 м)
  3. Яланғас (1287 м)
  4. Көмәрҙәк (1318 м)
  5. Ҡорташтау (1019 м) (Учалы районы)
  6. Ҡушай (1048 м) (Әбйәлил районы)
  7. Мәсем (1030 м) (Бөрйән районы)[2].

Проектта 18 йәше тулған, физик әҙерлеге яҡшы булған, Башҡортостан Республикаһы Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте сайтында[3] теркәлеү үткән һәр кем ҡатнаша ала. Тау үренә менеүҙе раҫлау өсөн поход тураһында отчет һәм тау түбәһендәге билдәле урындан өстән дә кәм булмаған фото талап ителә[4].

1-се этап йомғаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың 21 декабрендә «Урал барыҫы» проектының беренсе этабын уңышлы үткән, йәғни Көньяҡ Уралдың 1000 метр бейеклегендәге ете түбәһен буйһондорған туристар тәбрикләнде. Проектта Рәсәйҙең 16 ҡалаһынан һәм 6 төбәгенән, Канада һәм Австралиянан[5] 116 кеше (шул иҫәптән Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма директоры Римма Ғәлиева) ҡуйылған бурысы үтәй. Өфөнән блогер Олег Чагодаев ете түбәне ике тәүлектән әҙерәк ваҡытта үтеп, тиҙлек буйынса рекорд ҡуя. Беренсе этапты тулыһынса үтеүселәр бейеклек" тип яҙылған бронза жетондаға лайыҡ була һәм проект ҡатнашыусыһы танымтаһын ала. Үҙенсәлекле проект ойошторғаны өсөн Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин алтын ялатылған жетон менән бүләкләнә[6].

  • Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе
  • Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының төбәк бүлексәһе
  • Башҡортостан Республикаһының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте.