Урал батыр ҡәбере
Урал батыр ҡәбере | |
Урал батыр ҡәбере
Риүәйәттәр буйынса, «Урал батыр» ҡобайырының геройҙары — гиганттар, һәм уларҙың ҡәберҙәре хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан. Әҫәрҙең төп геройы Уралдың ҡайһы ерҙә ерләнеүе тураһында фараздар бер нисә.
Белорет районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белорет районындағы Шатаҡ түбәһе (башҡорттар Биш тау тип йөрөтә) тирә-яғында Урал батырҙың ҡәбере булырға тейеш, тип күҙаллана. Был ҡәберлек таштар менән көпләнгән, оҙонса түңәрәк формаһында, үлсәме — 23×6 м. Элек-электән башҡорттарҙа тап ошонда Урал батыр ерләнгән, тип иҫәпләнә. Экстрасенстар раҫлауынса, 4 м тәрәнлектәге ер аҫтында гигант һөйәктәре ята.
Юрматау һыртында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гиганттыҡы тип иҫәпләнгән йәнә бер ҡәберлек Юрматау һыртының түбәһендә урынлашҡан. Урал батыр ҡәбере тип йөрөтөлгән урын Белорет районы Әүжән (дәү йән һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан тигән фараздар ҙа бар) һәм Исмаҡай ауылы араһындағы ҡуйы урман эсендә урынлашҡан. Ул 7×3 м ҙурлыҡта, был ерҙә үлән үҫмәй. Урындағы халыҡ борон-борондан был урынға табыныу өсөн килгән. Бында кешеләр бик йыш ҡына йүнәлеште юғалта, аҙаша; йәнлектәр ошо урынды ситтән урап үтә[[1]. Урал батыр ҡәбере тип иҫәнләнгән урын таш менән кәртәләп алынған. Ташҡа доғалар, «Урал батыр» ҡобайырынан өҙөктәр яҙып ҡуйылған.
Викидәреслектән уҡығыҙ: Мәһәҙей ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары[2]
Учалы районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ахун һынташтары (менгирҙары) эргәһендә аҡлан ситендәге ҙурлығы 50х20 метрлыҡ сәйер тау бар, уны ла урындағы халыҡ гигант ҡәбере тип атап йөрөтә.
Ирәмәлдә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттарҙың алыҫ үткәненән ошондай риүәйәт һаҡланған. Ирәмәл эргәһендә тау һырты араһында мең метр бейеклектә урынлашҡан бейек тау күле эргәһендә элек махсус зыярат — Урал аръяғындағы көнсығыш башҡорттары ырыуҙарының арҙаҡлы кешеләренең ҡәберлеге булған. Изге Ирәмәл тауы янындағы ҡәберлектә башҡорт халҡының батыры Урал батыр ерләнгән, тип иҫәпләйҙәр. «Урал батыр» ҡобайыры буйынса ул Ирәмәлдән алыҫ түгел Урал батыр йәшәгән тораҡ эргәһендә ерләнгән. Ә был ҡалҡыулыҡ Көньяҡ Уралдағы иң оҙон тау һыртының киң асыҡ ҡалҡыулығында, Әүәләк һәм Үрген һырттарына яҡын урынлашҡан. Ул Ирәмәл тауының аҫтында. Урал батыр үлгәндән һуң, был иң оҙон һыртты «Урал батыр юлы», ә һуңынан ҡыҫҡартып, Урал һырты йәки Уралтау тип йөрөтә башлағандар[3].
Шулай уҡ уҡығыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәһәҙей ауылы
- «Урал батыр» ҡобайыры
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атланты из Башкирии. Гиганты прошлого живы до сих пор? Атланты из Башкирии. Гиганты прошлого живы до сих пор?
- Аномальные новости со всего мира Аномальные новости со всего мира
- Легенды г. Иремель Урал-Батыр и Иремель
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://aif.ru/society/science/atlanty_iz_bashkirii_giganty_proshlogo_zhivy_do_sih_por Атланты из Башкирии. Гиганты прошлого живы до сих пор?]
- ↑ Урал батыр ҡәбере бүлеге
- ↑ Урал-Батыр и Иремель