Эстәлеккә күсергә

Урал сасси

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урал сасси
Нигеҙләү датаһы 1989
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Бәләбәй, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Әҫәрҙең теле Сыуаш теле
Рәсми сайт ursas.ru
Һаны 3300

«Урал сасси» (баш. Урал тауышы) — Башҡортостанда баҫып сығарылған сыуаш телендәге республика ижтимағи-сәйәси гәзите.

«Башҡортостан Советы» ҡушымтаһы булараҡ[1] гәзит 1989 йылдың октябрендә сыға башлай[2][3]. 1990 йылда республика гәзите статусын ала.

1999 йылдың ғинуарында гәзит Н. Я. Бичурин исемендәге премияға лайыҡ була, ә 2013 йылда Н. В. Никольский ордены менән наградлана[4].

Гәзит аҙнаһына 1 тапҡыр 3,3 мең дана тиражы менән[5] А3 форматындағы дүрт биттә сыға. Интернет-версияһы бар.

Гәзиттең учредителдәре — Парламент һәм Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте. Редакцияһы Бәләбәй ҡалаһында урынлашҡан.

«Урал сасси» гәзите Башҡортостан Республикаһы сыуаштарының тормошон, тарихын, сыуаш теленең, милли мәҙәниәтте, традициялар һәм йолаларҙы тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү проблемаларын яҡтырта. Шулай уҡ гәзит билдәле сыуаштар — ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙар, композиторҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, рәссамдар һ. б. тураһында һөйләй. «Шуратал» әҙәби берекмәһендә ҡатнашыусыларҙың әҫәрҙәре баҫыла.