Эстәлеккә күсергә

Урҙы (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урҙы
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Кесе Ҡыҙыл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 14 km
Карта
 Урҙы Викимилектә

Урҙы (рус. Урды) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостанда, Белорет районында аға. Йылға Кесе Ҡыҙыл йылғаһының һул ярына тамағынан 81 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 14 км. Тумһаташ тауы итәгендә башлана, Сатанташ янынан ағып үтә. Йылға аша Мөхәмәт — Абҙаҡ юлы үтә, күпер һалынған. Иң ҙур ҡушылдығы—Сырҙан йылғаһы.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Верхнеурал һыуһаҡлағысынан Магнитогорск һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[1].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[1]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000212112200001664
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200166
  • Бассейн коды — 12.01.00.002
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Гидроним башҡорт телендәге диалект һүҙе «ур» һәм «-ҙы (лы)» суффиксы ярҙамында барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип аңлатыла «Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлегендә»[2]. «Ур — тәрән итеп ҡаҙылған тар, оҙон соҡор; тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙылған хәрби нығытма» тигән аңлатма бирә башҡорт теле һүҙлектәре[3]. Ҡайһылай булғанда ла, йылға атамаһы ҡаҙылған тәрән соҡор менән бәйле. Ихтимал, йылғаны ситтән һөжүмдәр булған саҡта һаҡланыу сараһы итеп ҡулланғандарҙыр йә иһә быуа эшләгәндәрҙер.

  1. 1,0 1,1 РФ һыу реестры: Урды.
  2. Төҙөүселәр:А. А. Камалов, Р. З. Шәкүров, З. Ғ. Ураҡсин, М. Ф. Хисмәтов. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге. — Өфө: Китап, 2002. — 256 с. — ISBN 5-295-03192-6.
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит