Утагава Хиросигэ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Утагава Хиросигэ
япон. 歌川広重
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Япония[3]
Тыуған көнө 1797[4][1][5][…]
Тыуған урыны Эдо[d], Япония[5][6]
Вафат булған көнө 12 октябрь 1858({{padleft:1858|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[5][7][8][…]
Вафат булған урыны Эдо[d], Япония[5][6]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Ваба
Ерләнгән урыны Tōgaku-ji[d]
Ҡәбере һүрәте
Әһәмиәтле кешеһе Fuchigami Kyokkō[d]
Һөнәр төрө рәссам, художник укиё-э, ксилограф
Эшмәкәрлек төрө укиё-э[d]
Биләгән вазифаһы dōshin[d]
Кана әлифбаһында исеме うたがわ ひろしげ[9]
Сәнғәт йүнәлеше Utagawa school[d] һәм Kasei culture[d]
Уҡыусылар Utagawa Hirokage[d], Утагава, Сигэкиё[d], Утагава, Сигэмаса[d], Q35999857?, Утагава, Сигэхару[d], Q11605744? һәм Утагава, Ёсинобу[d]
Кемдә уҡыған Утагава, Тоёхиро[d] һәм Ооока, Умпо[d]
Әүҙемлек урыны Эдо[d][10] һәм Киото[10]
Жанр пейзаж[d] һәм укиё-э[d]
Испытал влияние от Кацусика Хокусай
Хеҙмәттәре тупланмаһы Миннеаполис сәнғәт институты[d], Прадо[d], Чикаго сәнғәт институты[d], Auckland Art Gallery[d], Финская национальная галерея[d], Виктория милли галереяһы[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Музей Ашмола[d][11], Национальный музей изобразительных искусств[d], Национальный музей мировых культур[d][12][12][12], Музей искусств Нельсона-Аткинса[d], Netherlands Photo Museum[d][13][13], Всемирный музей[d][13], Метрополитен-музей[d], Print Collection of The New York Public Library[d][14], Waseda University Tsubouchi Memorial Theatre Museum[d], Бостон нәфис сәнғәт музейы[d], Бруклинский музей[d], Галерея искусства Фрир[d], Tokyo Fuji Art Museum[d], Музей изобразительных искусств Бильбао[d], Британ музейы[d], Конгресс китапханаһы, Рейксмюсеум, Уолтерс художество музейы[d], Японияның милли парламент китапханаһы, Токио милли музейы, Кливленд художество музейы[d], Музей восточных искусств[d], Смитсоновский музей дизайна Купер Хьюитт[d], Художественный музей Сан-Диего[d], Museo d'arte orientale[d], Музей искусств округа Лос-Анджелес[d], Ishikawa Prefectural Museum of Art[d], Jordan Schnitzer Museum of Art[d], Samuel P. Harn Museum of Art[d], Vanderbilt University Fine Arts Gallery[d], Michael C. Carlos Museum[d][15], Библиотека Честера Битти[d], Художественный музей Принстонского университета[d] һәм Виктория һәм Альберт музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған[d]
Файлы артиста по адресу Philadelphia Museum of Art Library and Archives[d][16], Frick Art Reference Library[d] һәм Smithsonian American Art and Portrait Gallery Library[d][17]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Utagawa Hiroshige
Commons-logo.svg Утагава Хиросигэ Викимилектә

Утагава Хиросигэ (歌川広重; 17971858) — япон рәссамы-график, укие-э йүнәлеше вәкилдәренең һуңғыһы, төҫлө ксилография оҫтаһы.

5400-ҙән кәм булмаған гравюраларҙың авторы. Оҫтаның иң билдәле циклдары булып Токайдоның 53 станцияһы һәм Эдоның 100 билдәле күренеше тора. Башлыса кабуки театры актерҙарын, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм Эдо дәүере Япония ҡалаларын һүрәтләгән. Хокусая ижады йоғонтоһо аҫтында Утагава Фудзи тауының 36 күренеше циклын яҙған, фукэй-га жанрында эшләп — пейзаж; кате-га жанрында эксперимент — төрлө ҡош һүрәте һәм сәскәләр эшләгән. Лирик пейзажда жанр мотивтары тәбиғәттең үҙгәреп тороуын, ҡар һәм томандың атмосфера эффектын үҙгәртеүен һүрәтләй. Рәссам Андо Хиросигэ (安藤広重) псевдонимы аҫтында эшләй.

Утагава вафат булғандан һуң укие-э йүнәлеше һүнә, был Японияның мэйдзи осорондағы йылдам хәрбиләштерелеүе менән бәйле була. Шул уҡ ваҡытта Хиросигэ эштәре европа рәссамдарына һәм япон гравюраһының аҙ һанлы буласаҡ оҫталарының ижадына ла ҙур йоғонто яһай.

Балалыҡ һәм йәшлек йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡар ҡаплаған тарлауыҡ, Хиросигэ Утагава

Хиросигэ Эдо (элекке атамаһы Токио) ҡалаһының Яэс районында яҡынса 1797 йылда самурай ғаиләһендә тыуа: уның ҡартатаһының атаһы Цугару кланына хеҙмәт итә, ул йәйәнән атыусы уҡсыларҙың тренеры була. Атаһы ошо райондың яр буйы янғын һүндереү хеҙмәте начальнигы була. Ун ике йәшендә малай ата-әсә ҡарауынан ҡала һәм Эдо замогының янғын хәүефһеҙлеге мөдире вазифаһын үтәүсе була. Был хеҙмәт уға буш ваҡыт бирә, һәм ул ун дүрт йәшендә һүрәт төшөрә башлай.

Хиросигэ Утагава мәктәбендәге Тоекуниҙың ҡулы аҫтында рәсем төшөрөргә өйрәнергә тырыша, әммә Утагава мәктәптә уҡыусыларҙың күплеге арҡаһында уҡымай, һөҙөмтәлә үҫмер егет шул уҡ мәктәптең уҡытыусыһы Тоехироға эләгә. Мәктәптә уҡыу процесы барышында Хиросигэ үҙ мәктәбе сиктәрендә генә түгел, шулай уҡ Кано, Нанга, Сидзе мәктәптәренең дә техникаһын өйрәнә. 1812 йылда Утагава Хиросигэ үҙ эштәрен ҡул тамғаһы аҫтында төшөрөү хоҡуғын ала, ә 1823 йылда тулыһынса Эдо замогындағы эшен ташлай.

Хиросигэ 1858 йылда Эдола холера эпидемияһы ваҡытында үлә. Уның үлеменән һуң пейзаж сәнғәтендәге укиё-э йүнәлеше лә һүнә.[18] Хиросигэ хөрмәтенә Меркурийҙағы кратер уның исеме менән аталған.

Ижад йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хиросигэ ижады классик укие-э темаларынан ситкә сыҡмай, әммә уның ҙур оҫталыҡ менән яҙылған картиналары рәссамды бөтә Японияла данлыҡлы итә. Утыҙынсы йылдарҙа Хиросигэ үҙенең тәүге картиналар серияһын яҙа башлай — ул Оми провинцияһының һигеҙ күренешен төшөрә. Шул уҡ ваҡытта рәссам бик күп ҡоштар, сәскәләр, бөжәктәр һәм башҡа фауна төрҙәренең гравюраларын эшләй. 1832 йылда Хиросигэ ике баш ҡаланы тоташтырған Токайдо тракты буйлап Киотоға сәйәхәт ҡыла, уның нигеҙендә 53 Токайдо станцияһы циклын яҙа. Был циклға уның иң билдәле күп эштәре инә. Шул уҡ йылда Кацусики Хокусаяның йоғонтоһо аҫтында Фудзи тауының утыҙ алты күренешенең йоғонтоһо аҫтында үҙенең картиналарын яҙа. 1835 -1842 йылдарҙа Хиросигэ Кисо Кайдо станцияһының 69 күренеше өҫтөндә эшләй, уларҙы укие-э йүнәлешенең билдәле башҡарыу оҫтаһы Кэйсай Эйсэн менән авторҙашлыҡта яҙа. Хәҙерге ваҡытта Хиросигэ эштәренең иң тулы йыйынтығын Токио-Мицубиси аҡса банкы музейында күрергә мөмкин, унда Утагава Хиросигэның биш меңдән ашыу эше йыйылған. «Эдоның данлыҡлы йөҙ күренеше» гравюралар серияһы уның ижадында иң шәбе, Хиросигэ был эштәрен үҙе лә иң яҡшы тип һанаған. Ул гравюралар 118 биттән тора, 1856-1858 йылдарҙа гравюралар баҫып сығарыла, ә ҡайһы берҙәре автор үлгәндән һуң ғына баҫылып сыға.[18]

Циклдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Хиросигэ Мост Осаши.jpg
Эдоның 100 билдәле күренеше циклынан
  • Эдоның 100 күренеше (1832)
  • Фудзи тауының 36 күренеше (1832)
  • Токайдоның 53 станцияһы (1833-1834)
  • Кисокайдоның 69 станцияһы (1834-1842)
  • Эдоның 100 билдәле күренеше (1856-1858)

Йоғонтоһо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пейзаж Хокан күле

Хиросигэ эштәре, бигерәк тә уның Токайдоның 53 станцияһы серияһы (1833-1834) һәм Эдоның 100 билдәле күренеше (1856-1858) француз импрессионисттарына (атап әйткәндә, Моне) һәм рус рәссамы И. Билибинға ҙур йоғонто яһай. Ван Гог Хиросигэның Эдоның 100 билдәле күренеше картинаһының икеһенән күсермә яһай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. http://vocab.getty.edu/page/ulan/500249642
  3. Japans // https://hdl.handle.net/20.500.11840/pi60373
  4. Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #118551469 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Нидерландский институт истории искусств
  6. 6,0 6,1 https://en.isabart.org/person/129864
  7. Hiroshige // RKDartists (нидерл.)
  8. Hiroshige // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  9. https://jpsearch.go.jp/entity/chname/歌川広重 (яп.) — 2018.
  10. 10,0 10,1 https://education.asianart.org/resources/artist-profile-utagawa-ando-hiroshige/
  11. http://jameelcentre.ashmolean.org/object/EAX.4846.a
  12. 12,0 12,1 12,2 Utagawa Hiroshige // https://hdl.handle.net/20.500.11840/pi60373
  13. 13,0 13,1 13,2 https://collectie.nederlandsfotomuseum.nl/fotografen/detail/3f6872d0-0ee8-6274-daae-11a58e68a15e
  14. http://wallachprintsandphotos.nypl.org/catalog/165430
  15. https://collections.carlos.emory.edu/people/14632/
  16. https://pacscl.exlibrisgroup.com:48994/F/?func=find-b&request=000136150&find_code=SYS
  17. https://library.si.edu/art-and-artist-files
  18. 18,0 18,1 Мировое искусство. Мастера японской гравюры / сост. И. Г. Мосин. — СПб, 2007. — С. 176. — 208 с. — ISBN 5-9603-0033-8, ББК 85.154..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дашкевич В. Т. Хиросиге. — М.: Искусство, 1974.
  • Новый Энциклопедический Словарь. — Рипол Классик, 2004.
  • Мировое искусство. Андо Хиросигэ: Серия гравюр «53 станции Токайдо», «69 станций Кисокайдо». — СПб.: ООО «СЗКЭО» «Кристалл», 2006. — 160 с.: ил. — ISBN 5-9603-0052-4
  • Мировое искусство. Андо Хиросигэ. «100 видов Эдо» — СПб.: ООО «СЗКЭО» «Кристалл», 2007. — 128 с.: ил. — ISBN 978-5-9603-0053-7