Уҫман ауылы мәсете (Ауырғазы районы)
Уҫман ауылы мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 1900 һәм 20 сентябрь 2014 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ауырғазы районы һәм Төрөмбәт ауыл Советы (Ауырғазы районы) |
Уҫман ауылы мәсете — Башҡортостандың Ауырғазы районы Төрөмбәт ауыл Советы составындағы Уҫман ауылы мәсәте.
ХХ быуат башында (1905 йылда) Уҫман ауылында мәсет теркәлгән, совет осоронда янған. 2014 йылдың 20 сентябрендә тантаналы рәүештә яңы мәсет асыла.
Ауыл һәм иҫке мәсет тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауырғазы районы Уҫман ауылы халҡы Өршәк буйы башҡорттары ҡеүәтле мең ҡәбиләһенең меркет-мең, өршәк-мең ырыуҙарына ҡарай[1]. Ауылға XVIII—XIX быуаттар араһында Стәрлетамаҡ өйәҙе 7-се кантон начальнигы урынбаҫары Усман Ибраһимов нигеҙ һала[2].
Ауылдың икенсе исеме Ҡаҙморон. Риүәйәт буйынса, борон әлеге ауылда бер нисә башҡорт ғаиләһе йәшәгән. Ул ауылға бер ҡаҙаҡ төпләнә, төрлө хәйләләр менән башҡорттарҙы үҙенә ылыҡтырып ҡараһа ла, халыҡ уны үҙһенмәй, киреһенсә, ҡиәфәтенә ҡарап, уға Ҡаҙморон ҡушаматын таға. Ауылды ла ошо исем менән йөрөтә башлайҙар. 7-се кантон начальнигы урынбаҫары Усман Ибраһимовтың кәңәшен тотоп, ҡаҙаҡты ауылдан ҡыуалар һәм Уҫман тип йөрөтә башлайҙар[3].
1811 йылда, генераль межалауҙан һуң, яңы ауыл булараҡ теркәлгән, 1798 йылдан 1930 йылға тиклем Стәрлетамаҡ кантоны Өршәк-мең улусы составына инә[4].
Уҫман ауылында мәсет ХХ быуаттың башында уҡ була. 1905 йылда телгә алынған[4]. Үҙәк дәүләт тарихи архивында 1900 йылдың 29 октябрендәге указ һаҡлана, ул Уҫман мәсете имам-хатыбы Муллағәле Бикәнәсов исеменә яҙылған. Совет осоронда мәсет яна[5]. 1937 йылдың декабрендә Муллағәле Ғәйнулла улы Бикәнәсов ҡулға алына һәм атып үлтерелә. 1980-се йылдар аҙағында хәҙрәттең исеме тулыһынса аҡлана[5].
Яңы мәсет тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000-се йылдар башында һуғыш ветераны Исламғәле Бикәнәсовтың балалары ауыл аҡһаҡалдарына мәсет төҙөү буйынса тәҡдим яһайҙар. Төрөмбәт ауыл Советы ҡарары менән мәсет өсөн уның элекке урынында ер участкаһы билдәләнә. Ошо ауылда тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Стәрлетамаҡта йәшәүсе Мулланур Бикәнәсов 2009 йылда төҙөлөш өсөн материалдар алып килә башлай. Шулай итеп, мәсеткә нигеҙ һалына. Был изге эшкә бөтә ауыл халҡы ҡушыла, айырыуса Зиннур Сәйфетдиновтың улдары, Ғәле Итбаевтың ғаиләһе, Салауат Килдин күп тырышлыҡ һалалар. Әмир Әминев үҙ аҡсаһына мәсеттең эске биҙәлешен эшләтә, манараһына заказ бирә[5].
Мәсет асыу тантанаһы 2014 йылдың 20 сентябрендә үтә. Уҫман һәм эргә-тирә ауылдар халҡы өсөн мәсет асыу тантанаһы оло байрамға әүрелә. Оло-кесеһе, матур кейемдәр кейеп, балҡып торған мәсет алдында йыйыла. Байрамға бөтә донъяға билдәле Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәттәре һәм башҡа ҡунаҡтар килеүе мәртәбә генә өҫтәй. Яңы төҙөлгән мәсеттә тәүге намаҙ уҡыла, доғалар ҡылына. Һәр кем мәсеткә инеп, ғибәҙәт ҡылырға ашыға[1]. Мәсетте асҡандан һуң алыҫтан һәм яҡын тирә ҡала-ауылдарҙан килгән халыҡ байрам табынына саҡырыла.
2002 йылдың 13 майында Уҫман ауылында «Хәтер» мосолман дини ойошмаһы теркәлгән, 2014 йылдың 13 авгусында яңыртылған. Имам — хатыбы Ҡотлоюлов Рафиҡ Миҙхәт улы[6]
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ауырғаҙы районы Уҫман ауылында мәсет асыу. 2014 йылдың 20 сентябре
-
Мәсет асыу тантанаһы
-
Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәтте ҡаршы алыу
-
Халыҡ менән йәнле аралашыу
-
Яңы мәсет асыу хөрмәтенә ғибәҙәт ҡылыу
-
Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәттең бүләктәре
-
Мәсеттең эске биҙәлеше
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ӨРШӘК БУЙЫ БАШҠОРТТАРЫ ТАРИХЫНАН
- ↑ Геналогия и архивы. Усманово (Казбурун
- ↑ Уҫмандар йәшәй белә(недоступная ссылка)
- ↑ 4,0 4,1 Администрация сельского поселения ТУРУМБЕТОВСКИЙ СЕЛЬСОВЕТ муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан. Сайт
- ↑ 5,0 5,1 5,2 В Усманово — новая мечеть.(недоступная ссылка)
- ↑ МРО «ПАМЯТЬ» Д.УСМАН АУРГАЗИНСКОГО РАЙОНА(недоступная ссылка)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
— Новая мечеть(недоступная ссылка)
— Геналогия и архивы. Усманово (Казбурун)
— Күңелдәргә иман тулһын!(недоступная ссылка)
— ӨРШӘК БУЙЫ БАШҠОРТТАРЫ ТАРИХЫНАН
— Уҫмандар йәшәй белә(недоступная ссылка)
— Администрация сельского поселения ТУРУМБЕТОВСКИЙ СЕЛЬСОВЕТ муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан. Сайт
— В Усманово — новая мечеть.(недоступная ссылка)