Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улы
Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 2 декабрь 1925 |
Тыуған урыны | Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1998 |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXV съезы[d] һәм XXIV съезд КПСС[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улы (2 декабрь 1925 йыл — 1998 йыл) — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, крайҙы өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1977 йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары, 1977—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. КПСС-тың XXIV (1971) һәм XXV (1976) съездары делегаты. Башҡорт АССР-ының 7-11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһын әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәйзрахман Шәйхитдин улы Хисмәтуллин 1925 йылдың 2 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған. Әбйәлил районы Тупаҡ башланғыс мәктәбендә уҡый[1].
1943 йылда фронтҡа китә, 2-се Белорус фронтында һуғыша. 1944 йылда Польшаны азат иткәндә ҡаты яралана, дауаланғандан һуң сафҡа ҡайта[2].
1950 йылда демобилизациялана һәм Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә, уны 1954 йылда экстерн рәүештә отличие менән тамамлай, ә 1958 йылда өлкә партия мәктәбен тамамлай. 1951—1977 йылдарҙа Әбйәлил районында эшләй, шул иҫәптән 1965—1977 йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены,
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- Почёт Билдәһе ордены
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары,
- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
- Әбйәлил районының почетлы гражданы.
Әҙәби эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крайҙы өйрәнеүсе, тикшереү темаһы — 1950—1980 йылдарҙа Әбйәлил районы тарихы. Район гәзитендә мәҡәләләр яҙа.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатыны — Шәрифә, балалары — Батыр, Булат, Зәйтүнә һәм Зөлфиә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисматуллин, Файзрахман Шайхитдинович. Воспоминания о родном Абзелиле. — Уфа: Гилем, 2000. — 135с.: ил. -
908(470. 57)(башк)+908(470. 57)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисматуллин Файзрахман Шайхитдинович на сайте Литературная карта Республики Башкортостан
- Равиль РАМАЗАНОВ. «Настоящий патриот республики»(недоступная ссылка)// Республика Башкортостан, 14.12.2010
- 2 декабрҙә тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Белоретта тыуғандар
- 1998 йылда вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- КПСС-тың XXIV съезы делегаттары
- КПСС-тың XXV съезы делегаттары
- 8-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 9-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 10-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 11-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр