Ферштатер Герман Борисович
Ферштатер Герман Борисович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 сентябрь 1933 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 17 июнь 2018 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим, университет уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт тау университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ферштатер Герман Борисович (29 сентябрь 1933 йыл— 17 июнь 2018 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор, РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999).[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1933 йылдың 29 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында[2] Борис Осипович Ферштатер[3] һәм Лия Еремеевна Шпильт ғаиләһендә тыуа. 1941 йылда ата-әсәһе һәм ҡустыһы Иосиф (1938) менән Свердловскийға эвакуациялана[4].
1957 йылда «инженер-геолог» һөнәре буйынса Свердловск тау институтын (хәҙер Урал дәүләт тау университеты) тамамлай. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң геолог-съемщик булып эшләй, һуңынан СССР Геология министрлығының Магнитогорск-разведка партияһында баш геолог була (1960 йыл). 1963 йылда СССР Фәндәр академияһы Урал филиалының Геология һәм геохимия институты аспирантураһына уҡырға инә. Шунан алып бөтә эшмәкәрлеге ошо институт менән бәйле (хәҙер академик А. Н. Заварницкий исемендәге Геология һәм геохимия институты). 1966 йылда «Магнитогорск габбро-гранит интрузияһы» монографияһы буйынса — кандидатлыҡ , 1972 йылда — «Урал гранитоидтарының төп формация төрҙәре петрологияһы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[5].
1963 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Урал филиалының Геология һәм геохимия институтының петрология лабораторияһында аспирант, кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1974—2003 йылдарҙа Герман Борисович петрология лабораторияһын етәкләй, 2003 йылдан шунда уҡ төп ғилми хеҙмәткәр була.
400-ҙән ашыу хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы. Уның хеҙмәттәре Магнитогорск районының магматик тоҡомдарына һәм тимер рудаһына, Джабык-Карагай массивы граниттарына, Сыростан массивы гранитоидтарына, Тараташ метаморфик комплексына, шулай уҡ Илмән тауҙары магматизмына, Кочкар районы магматизмына, метаморфизмына һәм алтын оруднениеһына бағышлана. Һуңғы тиҫтә йылдағы эшмәкәрлеге осоронда Уралдың гранитоид магматизмы үҙенсәлектәрен билдәләүсе төп петрогенетик процес булып торған күп этаплы надсубдукцион анатексистың генетик моделе эшләнә.
Г. Б. Ферштатер 1969 йылдан Рәсәй минералогия йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып тора, Рәсәйҙең ведомство-ара петрографик комитетының Урал комитеты петрография советы рәйесе, Геология һәм геохимия институтының диссертация советы рәйесе урынбаҫары, шулай уҡ «Литосфера» журналының баш мөхәррире урынбаҫары[6] була.
2018 йылдың 17 июнендә Екатеринбургта вафат була.
Һайланма монографиялары:
- Магнитогорская габбро-гранитная интрузия. Свердловск: Изд-во ИГ УФАН. 1966. 123 с.
- Петрология главных интрузивных ассоциаций. М.: Наука. 1987. 263 с.
- Палеозойский интрузивный магматизм Среднего и Южного Урала. Екатеринбург, УрО РАН, 2013. 365 стр.