Филатова-Цэдэнбал Анастасия Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Анастаси́я Ива́новна
Цэдэнбал-Фила́това
Филатова-Цэдэнбал.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

Монголия Халыҡ Республикаһының балалар фонды етәксеһе

Тыуған көнө:

1920({{padleft:1920|4|0}})

Тыуған урыны:

Совет Рәсәйе, Рязань

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Монголия Халыҡ Республикаһы МХР
Рәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

21 октябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Вафат булған урыны:

Мәскәү

Анастаси́я Ива́новна Фила́това — Цэдэнбал (19202001) — Монгол Халыҡ Республикаһы юлбашсыһы Юмжагийн Цэдэнбалдың ҡатыны, милләте — рус.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анастаси́я Ива́новна Фила́това — Цэдэнбал Монголияның сәйәсәтендә ҙур урын тотҡан шәхес, илдең социаль һәм мәғариф өлкәһендәге программаларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән бик күп эштәр башҡара. Ирен отставкаға ебәргәс, ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй, байтаҡ ҡына интервью бирә. Цэдэнбал һәм Филатованың ике улдары бар: Владислав (2000 йылда автомобиль һәләкәтендә һәләк була[1]) һәм Зориг (ғалим-биолог, Мәскәүҙә йәшәй, ғаиләһендә Настя исемле ҡыҙы үҫә. Анастасия Зориговна Цэдэнбал М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы Азия һәм Африка илдәре институтын «шәрҡиәтсе-африкансы» һөнәре буйынса тамамлағандан һуң 2011 йылға тиклем туристик компанияла менеджер булып эшләй)[2].

Тыумышы менән Рязандән булған Анастасия Филатова менән Цэдэнбал Мәскәүҙә таныша. Һөйләүҙәренсә, уларҙы ул ваҡыттағы Монголия етәксеһе Чойбалсандың 1940-сы йылдарҙағы сәйәси кәңәшсеһе Николаю Важнов таныштырған. СССР Сауҙа министрлығының комсомол ойошмаһы секретары булған ҡыҙ уларҙың күршеһендәге коммуналь фатирҙа йәшәгән туғандарына килеп йөрөгән була. Важновтың улы хәтерләүенсә, Цэдэнбалдың уға күҙе төшкәнен белгәс, ВКП(б) Үҙәк Комитетында Важновҡа уларҙың мөнәсәбәттәренә ыңғай йоғонто яһарға кәңәш бирәләр[3][4].

Өйләнешкәс, Анастасия Ивановна ире менән Монголияға китә. Бында ул күп йылдар дауамында Республика балалар фондына етәкселек итә[5].

40 йылдан Монголия менән етәкселек иткән Юмжагийн Цэдэнбал 1984 йылда һаулығы арҡаһында вазифаһынан бушатыла. Уны дауалау маҡсатында ғаилә Мәскәүгә күсенә. Был осорҙа Анастасия Ивановна ысын мәғәнәлә иренең төп терәгенә әүерелә һәм уға ҡаршы ҡылынған бер генә эште лә тормош юлдашына белдермәҫкә тырыша.

Ирен, һуңыраҡ фажиғәле һәләк булған оло улы Владиславты ерләгәс, фәҡирлектә генә көн күреп, Анастасия Филатова — Цэдэнбал 2001 йылдың 21 октябрендә, 81 йәшендә Мәскәүҙә вафат була, Ваганьков зыяратында ерләнгән[6].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монголия президенты хакимиәте хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, һуңғы тиҫтә йылда Юмжагийн Цэдэнбал менән Анастасия Филатоваға ҡараш ҡырҡа үҙгәргән. «Улар мәрхәмәтле йәш быуындың оло хөрмәтенә лайыҡ». 2006 йылдың майында Монголияның баш ҡалаһы Улан-Баторҙың бер биҫтәһендәге халыҡ-ара балалар комплексы «Найрамдал» биләмәләрендә Цеденбалдың рус ҡатынына һәйкәл ҡуйылды, тип хәбәр итә «Оноодор» гәзите. Баҫма яҙыуынса, нәҡ А. Филатова ошо пионер лагерын ойоштороу башланғысы менән сығыш яһаған. Шулай уҡ уның булышлығы менән төҙөлгән һәм асылған йәш техниктар һәм йәш натуралистар һарайҙары әлегә тиклем уңышлы эшләп килә. Монголияның элекке етәксеһенең ҡатына тағы ла үҙенең илдең мәктәпкәсә тәрбиә системаһына индергән ыңғай өлөшө менән дәтарихҡа инеп ҡалған. Анастасия Филатоваға һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме хәҙерге ваҡытта Японияла йәшәгән сумо көрәше чемпионы Яказумо Дагвадоржаныҡы[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шинкарев Л. И. Цеденбал и его время: документальное повествование в 2-х тт. Т. 1: Любовь. Власть. Трагедия.; Т. 2: Документы. Письма. Воспоминания. 2006, 920 стр. — ISBN 5-9606-0026-9
  • Шинкарёв Л. Цэдэнбал Филатова хоёр: хайр дурлал, эрх мэдэл, эмгэнэл. Улаанбаатар, Мөнхийн үсэг хэвлэх үйлдвэр, 2004
  • Shaken Nadirov, 1984 god (Moscow: Vostochnaya Literatura, 1995)
  • Sergey Radchenko, «Mongolian Politics in the Shadow of the Cold War: The 1964 Coup Attempt and the Sino-Soviet Split», Journal of Cold War Studies, Vol. 8 (No. 1).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]