Филиппов Анатолий Тимофеевич
| Филиппов Анатолий Тимофеевич | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 6 сентябрь 1936 |
| Тыуған урыны | Узда[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
| Вафат булған көнө | 23 июнь 2012 (75 йәш) |
| Вафат булған урыны | Белорет, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй |
| Һөнәр төрө | инженер, металлург |
| Эш урыны | Белорет металлургия комбинаты |
| Уҡыу йорто | Приазовский государственный технический университет[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Филиппов Анатолий Тимофеевич (6 сентябрь 1936 йыл — 23 июнь 2012 йыл, Белорет[1]) — инженер-металлург, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Филиппов Анатолий Тимофеевич 1936 йылдың 6 сентябрендә Белорус ССР-ының Минск өлкәһе Узда ауылында тыуған.
1959 йылда Жданов металлургия институтын тамамлай.
Эш урыны: 1959 йылдан Белорет металлургия комбинатында вальцовкалаусы, 1961—1965 йылдарҙа мастер, 1966 йылдан — конструктор, 1967 йылдан өлкән мастер, 1971 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1976 йылдан директор урынбаҫары, 1980—1996 йылдарҙа — прокатлау цехы-станы 150 начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
Филиппов Анатолий Тимофеевич катанка етештереү технологияһын эшләү һәм производствоға индереүҙә ҡатнаша. 7 уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығына эйә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР дәүләт премияһы (1987)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мухаметова 1. ФИЛИППОВ Анатолий Тимофеевич — Башкирская энциклопедия 2018 йыл 7 февраль архивланған. (рус.). xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai. Проверено 6 февраля 2018.