Эстәлеккә күсергә

Ғәлимов Флүр Миншәриф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Флюр Миншарифович Галимов битенән йүнәлтелде)
Ғәлимов Флүр Миншәриф улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 декабрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Ҡалҡаш ауылы, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, драматург
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғәлимов Флүр Миншәриф улы (7 декабрь 1958 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2022)[1], 1996 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы; Рәсәй Федерацияһының (2019) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Әбү Насыр Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы һәм Валентин Катаев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.

Флүр Миншәриф улы Ғәлимов 1958 йылдың 7 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Иҫке Ҡалҡаш ауылында тыуған.

Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. Артабан мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1994—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе.

Һуңғы йылдарҙа тик әҙәби ижад менән генә шөғөлләнә.

Флүр Ғәлимов — хикәйә, повестар, романдар һәм республика театрҙарында ҡуйылған бер нисә пьеса авторы.

1989 йылда ижад итә башлай. 1995 йылда донъя күргән «Күктәрҙә күрешеүҙәр» йыйынтығына юмористик, лирик һәм реалистик хикәйәләре тупланған. Икенсе китабына ингән «Йүләр» повесы, «Уралым», «Ҡомаҡ», «Ҡара йәшник», «Газ терапияһы», «Редакцияға хат», «Янғын», «Ямғыр яуа» һәм башҡа хикәйәләре тормоштоң трагик, драматик һәм көлкөлө яҡтарын сағылдыра.

Флүр Ғәлимов драматургия өлкәһендә лә ижад итә: һуңғы йылдарҙа «Прометей. Олимп тауы ишелеүе», «Салауат батыр», «Бафомет менән брудершафт» тигән трагедияларҙан торған «Прометей. Олимп тауы ишелеүе» тип аталған драматургик трилогияһын тамамланы.

Флүр Ғәлимов «Яңы башҡорт» романы, «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы менән башҡорт прозаһында, башҡорт әҙәбиәтендә яҙыусы-новатор булараҡ танылды.

«Яңы башҡорт» романында хәҙерге эшҡыуарлыҡ даирәләре мауыҡтырғыс итеп һүрәтләнә һәм ер мәсьәләһе күтәрелә. «Халҡыбыҙ үҙ еренә, үҙенә хужа булып, үҙен тәьмин итеп, тормоштан ҡурҡмайынса, гөрләтеп донъя көтөп йәшәһә генә ҡоллоҡ психологияһынан ҡотолор һәм цивилизациялы донъяға ҡушылып китер», — тигән фекер үткәрелә, башҡорт халҡына милли идея тәҡдим ителә. Яҙыусының был әҫәрҙәре ҙур резонанс тыуҙырҙы — республикала был китаптарға бағышланған 200 тирәһе сара: түңәрәк өҫтәлдәр, китап уҡыусылар конференциялары, әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуҙар үткәрелде, бер нисә тиҫтә радио һәм телетапшырыуҙар ойошторолдо, гәзит -журналдарҙа мәҡәләләр, интервьюлар баҫылды, юғары уҡыу йорттарында курс, диплом эштәре яҙылды, диссертация яҡланды.

Мәскәү ҡалаһында нәшер ителгән «Юность» журналының 6,7,8,9,10,11-се һандарында сыҡҡан «Вкус запретного плода» тигән романы өсөн прозаикка баҫманың Валентин Катаев исемендәге премияһы тапшырылды. Данлыҡлы әҙәби тәнҡитсе Лев Аннинский был әҫәр тураһында мәҡәлә яҙҙы.

«Аҙғын тәүбәһе» романында яҙыусы мәңгелек проблемаларҙы бөтөнләй көтөлмәгән яҡтарҙан яҡтырта, йәшәү мәғәнәһен аса. Ул быны Салауат Юлаев тоҡомо, Афған һуғышы ветераны, талантлы рәссам, эшҡыуар Салауат Байғазин образы аша сағылдыра. «Аҙғын тәүбәһе» башҡорт әҙәбиәтендә магик реализм йүнәлешенең ҡайһы бер ысулдарын ҡулланып ижад ителгән тәүге сәсмә әҫәр, унда магия, эзотерика, күрәҙәселек, сихырсылыҡ төшөнсәләре реаль күренештәр сифатында һүрәтләнә һәм был нәмәләрҙең кешеләргә ни тиклем емерткес рәүештә тәьҫир итеүҙәрен сағыу рәүештә һүрәтләй. Автор трилогияһында донъяның киҫкен проблемаларын һүрәтләп кенә ҡалмай, «донъяны иман ҡотҡарыр» тип, был бәләләрҙән ҡотолоу юлын да күрһәтә.

«Яңы башҡорт» романын «Башҡортостан» гәзите, «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһын «Йәшлек» гәзите «Йыл әҫәре» тип иғлан итте. «Покаяние над пропастью»(русса аталышы) тигән трилогияның «Златокрылая птица Хумай» исемле романы Мәскәүҙәге «Роман — газета» журналында (№ 22, 2018 й) баҫылып, 600 экземпляры Германия китап һөйөүселәре тарафынан алынды. Яҙыусы Флүр Ғәлимовты «Башҡортостан» гәзите 2018 йылда «Йыл яҙыусыһы» тип иғлан итте. «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы инглиз, рус, төрөк, ҡаҙаҡ һәм татар телдәренә тәржемә ителгән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы 2018 йылда Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» («Художественная литература») нәшриәтендә рус телендә донъя күрҙе. Тиҙҙән был әҫәр Бөйөк Британияла нәшер ителә, ул «The Taste of Forbidden Fruit» — «Тыйылған емеш тәме» тигән исем менән инглиз теленә тәржемәләнгән. Трилогияны Лондонда баҫтырырға «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтенең генераль директоры Алексей Гришанов тәҡдим иткән.

Флүр Ғәлимовтың «Покаяние над пропастью» һәм «Прометей. Олимп тауы ишелеүе» тигән китаптары Чечен Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, профессор, академик, Нобель премияһы номинанты Канта Ибраһимов тарафынан Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге 2019 йылғы Дәүләт премияһына тәҡдим ителгәйне.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге:

2017 йылдың 17 сентябрендә Флүр Ғәлимов Рәсәй Президенты В. В. Путинға «Не отрезайте нам язык» тигән асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте: «Господин Президент! Известным высказыванием в Йошкар-Оле и Поручением Прокуратуре и Рособрнадзору, касающихся изучения государственных языков в национальных школах, Вы подаете повод для нарушения Ст. 68 Конституции РФ, хотя и являетесь гарантом соблюдения Основного Закона нашей страны» тип яҙҙы. Был хат бер нисә тиҫтә интернет-порталдар тарафынан эләктереп алынып, бөтә донъяға таралды.

2017 йылдың 19 августында Флүр Ғәлимов Башҡортостандың халыҡ сәсәне, драматург, бөйөк ғалим — фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың исемен Башҡорт Дәүләт университетына бирергә кәрәклеген нигеҙләп хат яҙҙы.

2020 йылдың февралендә яҙыусы Флүр Ғәлимов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров менән осрашыу барышында Өфө ҡалаһында Урал батырға һәйкәл ҡуйыу һәм башҡа инициативаларын ишеттерҙе.

  • Күктәрҙә күрешеүҙәр: Хикәйәләр. Әфә: Китап, 1995
  • Йүләр: Повесть, пьеса, хикәйәләр. Өфө: Китап,1997
  • Яңы башҡорт: Роман, повесть, хикәйәләр. Өфө: Китап, 2008
  • Аҙғын тәүбәһе: Трилогия. Өфө: Китап, 2015
  • Яңы башҡорт: Роман. Өфө: Китап, 2016
  • Йылан мөгөҙө: Балалар өсөн хикәйәләр. Өфө: Аэрокосмос һәм ноосфера, 2018
  • Покаяние над пропастью: трилогия. Москва: Художественная литература, 2018
  • Прометей. Падение Олимпа: драматургическая трилогия. Уфа: Инеш, 2019
  • Прометей. Падение Олимпа: драматургическая трилогия. Нур — Султан: «Калдан — Жалден», 2020
  • Писатель. года. Альманах национальной литературной премии «Писатель года»: 2020: Москва: Издательство РСП. 2021. — 286 стр.
  • Генерал Шайморатов: тарихи роман. Өфө: «Ағиҙел» журналының тулыһынса 8 -се һаны, 2021 йыл, 192 бит, 4778 дана.
  • PROMETHEUS. OLIMPIN YIKILISI. TURKEU, 2021.
  • Роковая ошибка: повесть. (Перевод Фарита Ахмадиева), Национальная библиотека имени Заки Валиди. Изготовил Искандар Шакиров. TTS- Аудиокнига, 2021
  • UCURUMUN KENARINDAKI TOVBE, (trilogi), Turkeu, "Beck Didar, 2022, — 500 sayfa
  • The taste of forbidden fruit. English language edit bu: Stephen M. Bland Translated bu: Tim Akhmed, "NF — ALTA «, 2022, Edit of 500 copies:

Журналдарҙа баҫылған романдары:

  • Вкус запретного плода: роман. Москва: журнал „Юность“, № 6,7,8,9,10,11, 2018 г.
  • Златокрылая птица Хумай: роман. Москва: журнал „Роман — газета“ № 22, 2018 г.
  • Usurumen basinda toube: roman, Turkeu, Bursa, „ELIZ edebiuat“ № 8, 2019.
  • Яңы башҡорт: роман. Өфө: „Ватандаш“ журналы, 2008 й. № 5,6,7
  • Тән ғазабы: роман. Өфө: „Ағиҙел“ журналы, 2014 й. № 7, 8
  • Йән ғазабы: роман. Өфө: „Ағиҙел“ журналы, 2015 й. № 9, 10
  • Йән дауаһы: роман. Өфө: „Ағиҙел“ журналы, 2015 й. № 11, !2
  • Вкус запретного плода: роман, Уфа: журнал „Бельские просторы“, № 2,3,4,5,6, 2018 г.
  • Генерал Шайморатов: тарихи роман. Өфө: „Ағиҙел“ журналының тулыһынса 8- се һаны, 2021 йыл, 192 бит, 4778 дана

Журналдарҙа баҫылған повестары һәм пьесалары:

  • Йүләр: повесть. Өфө: „Шоңҡар“ журналы, 1995 й. № 1
  • Кентавр: повесть. Өфө: „Ватандаш“ журналы, 2007 й. № 4
  • Гонаһлы хыялдарым: пьеса. Өфө: "Тамаша" журналы, 2009 йыл
  • Роковая ошибка: повесть (перевод Фарита Ахмадиева). Уфа: журнал „Ватандаш“, 2017г. № 12, 2018 г. № 1, 2
  • Салауат батыр: трагедия. Өфө: "Ағиҙел" журналы, №12, 2019 йыл
  • Песнь о Салавате: трагедия. Казахстан. Нур — Султан. Журнал „ ROMAN & DRAMA“, № 3, 2021 год
  • Прометей. Олимп тауы ишелеүе: трагедия. Өфө: "Ағиҙел" журналы, №2, 2024 йыл

Ижады тураһында матбуғат баҫмаларында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғәйетбай Н. А. Ҡалыптарҙан ҡотолайыҡ! — „Башҡортостан“ гәзите, 1992 й., 29 февраль;
  • Мөҙәрис Ҡотлошин. Уңыштар юлдаш булһын һиңә, Флүр! — „Ленин васыяттары“, 7. 11. 1991 йыл;
  • Илешева Р. Х. Йәш яҙыусының тәүге повесы — „Ағиҙел“ журналы, 1997 й., № 7;
  • Шәйхелислам Шәйәхмәтов. Персонаждар — беҙҙең яҡташтар» — Ленин юлы" гәзите, 8. 05. 1998 йыл;
  • Аҙнағолов Р. Ғ Төклө аяғың менән, «Яңы башҡорт!»- «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 29 октябрь;
  • Абдуллина Л. Х. (Лариса Абдуллина). Беҙ үҙгәрергә тейешбеҙ! — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 26 ноябрь;
  • Ахметгалим Халимов (муэдзин с. Кабакуш Стерлибашевского района РБ). Известен благими делами. — газета «Стерлибашевские родники», 11. 12. 2008 год ;
  • Ҡолмөхәмәтова Ә. А. Бизнес писателя обернулся книгой. — «Республика Башкортостан», 2009 г., август;
  • Никонова Е. С. Непредсказуемая судьба писателя — «Неделя», 2009 г., 7 янв.;
  • Абдуллина Л. Х.(Лариса Абдуллина). Йөрәк аҡылы. — Өфө: Китап, 2011 й.;
  • Аҙнағолов Р. Ғ. Һин яңымы, «Яңы башҡорт?» — «Ватандаш» журналы, 2009 й. № 10;
  • Аралбаев Ҡ. Ә. (Ҡәҙим Аралбай). Яңы заман геройы. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 й., 30 март;
  • Татлыбаева Ғ.Ғ. Донъяны иман ҡотҡарыр. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 й., 25 май;
  • Абдуллина Л. Х. (Лариса Абдуллина). Флүр Ғәлимов: «Эске азатлыҡҡа өлгәштем». — «Башҡортостан» гәзите, 2016 й., 2 август;
  • Аҙнағолов Р. Ғ. Йәйғор төҫтәре. — Өфө: Китап, 2011 йыл, 112 −122 биттәр.;
  • Зәйнуллин Р. Р.(Рәшит Зәйнуллин). Яңы башҡорт яңыса йәшәргә өйрәтә. — «Ағиҙел» журналы, 2017 йыл, № 1;
  • Йосопова Г. Р. Автобиография. — «Шоңҡар» журналы, 2015 йыл, № 12;
  • Сәғитов Р. Х. (Рәсүл Сәғит). Ҙур нәмәләр кесегә, кешегә таяна. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 25 май;
  • Салауат Әбүзәр. Ҡайҙа бара был донъя? — «Йәшлек» гәзите, 2016 йыл, 26 август;
  • Рәшит Зәйнуллин. Иман һәм ер — һуңғы бастионыбыҙ. — «Шоңҡар» журналы, 2016 йыл, № 8;
  • Фарзана Губайдуллина. Герой нового времени, газета «Республика Башкортостан», 2016 год, 13 сентября;
  • Рауил Бикбай. Айырмаһын китаптарҙан — иң-иң тоғро дуҫтарҙан. — «Ватандаш» журналы, 2016 йыл, № 10, 127—129 биттәр;
  • Зәйнуллин Р. Р. Ф. Ғәлимовтың һуңламаған тәүбәһе. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 19 февраль;
  • Шарипова Р. Р. Вечные ценности в трилогии Ф. Галимова. — газета «Истоки»,2016 год, 10 августа ;
  • Бикбаев Р. Т.(Равиль Бикбай). Взгляд на современность сквозь призму умных книг. — газета «Вечерняя Уфа», 2016 год, 19 августа;
  • Миләүшә Ҡаһарманова. Ожмахҡа илтер оҙон юл. — «Киске Өфө» гәзите, 2016 йыл, 22-26 август;
  • Рауил Бикбай. Иң юғары баһаға лайыҡлылар. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 31 август;
  • Земфира Гирфанова. Яҙыусыны яҡындан беләм тиһәң. — «Башҡортостан» гәзите, 2017 йыл, 17 ноябрь;
  • Лариса Абдуллина. Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тиҙәр, юҡ уны тик иман ҡотҡарыр"- «Башҡортостан» гәзите, 2018 йыл, 26 декабрь;
  • Римма Ғәлимова. Замандаш образын күтәргән әҫәр. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 й., 12 август;
  • Т. Рәсүл. Донъяны иман ҡотҡарыр. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 й., 9 декабрь;
  • Лев Аннинский. Несравненное чудо. — журнал «Юность», г. Москва, 2019 год, № 1;
  • Канта Ибрагимов. Уникальная трактовка образа Прометея. Предисловие к книге «Прометей. Падение Олимпа.», 2019 год;
  • Рәшит Зәйнуллин. Халҡыбыҙға юл күрһәтерлек әҫәрҙәр. — «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, 2019 йыл, № 2;
  • Зөһрә Ҡотлогилдина, Нияз Мәһәҙиев. Ғүмерем мөсәлдәре. — «Ағиҙел» журналы, 2019 йыл, № 2;
  • Набиуллина Г. М. Духовные поиски героя трилогии Ф. Галимова «Аҙғын тәүбәһе» («Покаяние распутника») — журнал «Проблемы востоковедения», г. Уфа, 2019 год, № 3 (85);
  • Нияз Мәһәҙиев, Зөһрә Ҡотлогилдина. Хан һүҙенән юғарыраҡ әҙип һүҙе. 381—400 биттәр. Өфө: «Самрау», 2019 йыл;
  • История башкирского народа. Том 7, стр. 313—314, Уфа: Гилем, 2012 год;
  • Писатели земли башкирской. Справочник. (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). — Уфа: Китап, 2006—137 стр. (рус);
  • Писатели земли башкирской. Справочник (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015—180—181 стр. ISBN 978 — 5 — 295 — 06338 — 1 (рус);
  • Dudareva Marianna. In the world of «thick» literary magazines. Amazonia. Journal. Vol. 8 Num. 24 / diciembre 2019, USA;
  • Анастасия Ермакова. Настоящий башкирский характер. — «Литературная газета», № 30, 22. 07. 2020 год, Беседа с заместителем главного редактора «ЛГ»;
  • Жолтай Жумат-Алмашулы. Признанный талант художественного слова. Предисловие к книге «Прометей. падение Олимпа», 2020;
  • Нияз Алсынбаев. Шаныраҡ. — «Ватандаш» журналы, 2020 йыл, № 11;
  • Арыҫлан Таймасов. Генерал Шайморатов — башҡорт батырлығы символы. «Киске ӨФө» гәзите, 31-6 (июль-август, 2021 йыл, 3250 дана), интервью;
  • Римма Ғәлимова. Тарихи роман яҙыуы еңел эш түгел. (Флүр Ғәлимовтың «Генерал Шайморатов» романын уҡығас), «Ашҡаҙар» гәзите, 3 ноябрь, 2021 йыл:
  • Ҡәҙим Аралбай. Йәшәү мәғәнәһе нимәлә? «Тамырҙар һәм олон» . Өфө: Китап, 2021 йыл, 179-201-се биттәр;
  • Элина Мусина. Ғорурлыҡ уятҡан әҫәр. — «Йәшлек» гәзите, 2021 йыл, 12 ноябрь;
  • Әмир Әминев. Тормош дөрөҫлөгө менән художестволы дөрөҫлөк. — «Йәшлек» гәзите, 2022 йыл, 14 ғинуар;
  • Заки Алибаев. «Литературный памятник генералу Шаймуратову и 112-й Башкавдивизии» — журнал «Ватандаш», № 9, 2022 год;
  • Әмир Әминев. «Яугирҙәргә ҡойолған һәйкәл» — "Башҡортостан " гәзите, 20 сентябрь, 2022 йыл;
  • Римма Галимова. «Тарихи роман язу жиңел эш түгел» — «Кызыл таң» газетасы, 20 сентябрь, 2022 жыл;
  • Заки Алибаев. «Война и подвиг: новая трактовка» — газета «Республика Башкортостан», 22 сентября, 2022 года;
  • Ахмадиев Ф. В. «Флюр Галимов как новатор жанра башкирского бизнес-романа». Сборник статей Всероссийской (с международным участием) научно-практической конференции «Духовная культура тюркских народов: прошлое и настоящее», 216 стр., стр. 95-97, Уфа, 08. 04, 2022 год;
  • Рәйсә Мусина. "Тыуған төйәгенән илһам алып" - "Стәрлебаш шишмәләре", 14 декабрь, 2024 йыл;
  • Салауат Әбүзәр. "Ир-егеттәр уянығыҙ, һеҙҙе бөйөк эштәр көтә!" - "Ағиҙел" журналы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флүр Ғәлимов менән интервью, №12, 2023 йыл;
  • Зөлфиә Ханнанова. "Буранғолдо ҡасан тейешенсә баһаларбыҙ икән?" - "Ватандаш" журналы, №1, 2024 йыл, 146-152 биттәр, интервью;
  • Тәлғәт Сәғитов. "Журнал бик һутлы булған" (Мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләп) - "Башҡортостан" гәзите, 15 март, 2024 йыл;

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2022)

* Самбо көрәше буйынса мастерлыҡҡа кандидат

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019)[2][3].
  • Әбу Насыр Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия (2021)
  • Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы
  • Валентин Катаев исемендәге әҙәби премия
  • «Янги овоз» Үҙәк Азия Яҙыусылар һәм тарихсылар берлеге Ҡырғыҙстан бүлексәһенең «Туран Биримдиги» миҙалы (2020).
  • * Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2022)[4]
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 1 август 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 август 2019)