Ғәлимов Флүр Миншәриф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Флүр Миншәриф улы Ғәлимов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Флүр Миншәриф улы Ғәлимов
Тыуған көнө:

7 декабрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (59 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Стәрлебаш районы Иҫке Ҡалҡаш ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

драматург, яҙыусы

Жанр:

проза, драма

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Ғәлимов Флүр Миншәриф улы (7 декабрь 1958 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1996 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флүр Миншәриф улы Ғәлимов 1958 йылдың 7 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Иҫке Ҡалҡаш ауылында тыуған.

Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. Артабан мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1994—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы сәркәтибе.

Һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡ һәм әҙәби ижад менән шөғөлләнә.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флүр Ғәлимов — хикәйә, повестар, романдар һәм республика театрҙарында ҡуйылған бер нисә пьеса авторы. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ижад итә башлай. 1995 йылда донъя күргән «Һауаларҙағы осрашыу» йыйынтығына юмористик, лирик һәм реалистик хикәйәләре тупланған. Икенсе китабына ингән «Сәйер кешеләр» повесы, «Урал», «Ҡомаҡ», «Ғәфү ит мине», «Ҡара йәшник», «Газ терапияһы», «Редакцияға хат», «Янғын», «Ямғыр яуа» һәм башҡа хикәйәләре тормоштоң трагик, драматик һәм көлкөлө яҡтарын сағылдыра. Флүр Ғәлимов драматургия өлкәһендә лә ижад итә. Уның «Мәжлес», «Гонаһлы хыялдарым!!!» пьесалары, «Салауат Юлаев» трагедияһы театр һөйөүселәргә яҡшы таныш.

Флүр Ғәлимов «Яңы башҡорт», «Аҙғын тәүбәһе» романдары менән башҡорт прозаһында, башҡорт әҙәбиәтендә яҙыусы-новатор булараҡ танылды. «Яңы башҡорт» романында хәҙерге эшҡыуарлыҡ даирәләре мауыҡтырғыс итеп һүрәтләнә һәм ер мәсьәләһе күтәрелә."Халҡыбыҙ үҙ еренә, үҙенә хужа булып, үҙен тәьмин итеп, тормоштан ҡурҡмайынса, гөрләтеп донъя көтөп йәшәһә генә ҡоллоҡ психологияһынан ҡотоласаҡ һәм цивилизациялы донъяға ҡушылып китәсәк", — тигән идея үткәрелә.

«Аҙғын тәүбәһе» романында мәңгелек проблемаларҙы бөтөнләй көтөлмәгән яҡтарҙан яҡтырта, йәшәү мәғәнәһен аса. Ул быны Салауат Юлаев тоҡомо, Афған һуғышы ветераны, талантлы рәссам, эшҡыуар Салауат Байғазин образы аша сағылдыра. «Аҙғын тәүбәһе» башҡорт әҙәбиәтендә магик реализм ысулы ҡулланып ижад ителгән тәүге сәсмә әҫәр, унда магия, эзотерика, күрәҙәселек, сихырсылыҡ төшөнсәләре реаль күренештәр сифатында һүрәтләнә. Автор романда донъяның киҫкен проблемаларын һүрәтләп кенә ҡалмай, «донъяны иман ҡотҡарыр» тип, был бәләләрҙән ҡотолоу юлын да күрһәтә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы 2018 йылда Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» («Художественная литература») нәшриәтендә рус телендә донъя күрҙе. Тиҙҙән был әҫәр Бөйөк Британияла нәшер ителә, ул «The Taste of Forbidden Fruit» — «Тән ғазабы» тигән исем менән инглиз теленә тәржемәләнгән. Трилогияны Инглизсә баҫтырыу тәҡдиме «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтенең генераль директоры Алексей Гришановтан килә[1].

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һауаларҙағы осрашыу: Хикәйәләр. Өфө: Китап, 1995
  • Сәйер кешеләр: Повесть, пьеса, хикәйәләр. Өфө: Китап, 1997
  • Яңы башҡорт: Роман, повесть, хикәйәләр. Өфө: Китап, 2008
  • Аҙғын тәүбәһе: Трилогия. Өфө: Китап, 2015
  • Яңы башҡорт: Роман. Өфө: Китап, 2016

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аралбаев Ҡ.Ә. Яңы заман геройы. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 й., 30 март;
  • Татлыбаева Ғ.Ғ. Донъяны иман ҡотҡарыр. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 й., 25 май;
  • Абдуллина Л. Х. Флүр Ғәлимов: «Эске азатлыҡҡа өлгәштем». — «Башҡортостан» гәзите, 2016 й., 2 август;
  • Ғәлимова Р.Ғ. Замандаш образын күтәргән әҫәр. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 й., 12 август;
  • Т. Рәсүл. Донъяны иман ҡотҡарыр. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 й., 9 декабрь.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)