Фомичёва Клавдия Яковлевна
Фомичёва Клавдия Яковлевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 февраль 1917 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 октябрь 1958 (41 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Левашов, Анатолий Васильевич[d] |
Һөнәр төрө | лётчик |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | подполковник[d] һәм подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Фомичёва Клавдия Яковлевна Викимилектә |
Фомичёва Клавдия Яковлевна (25 декабрь 1917 йыл — 6 октябрь 1958 йыл) — совет хәрби осоусыһы, Совет армияһы подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы һәм үҫмер йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клавдия Яковлевна Фомичёва 1917 йылдың 25 декабрендә Мәскәүҙә күп балалы ғаиләлә тыуған. Клавдия тыуып бер йыл үткәс, атаһы вафат була, бөтә хужалыҡ ауырыу әсә ҡулында ҡала. Фомичёвтар ғаиләһе ярлы йәшәй[1]..
1931 йылда Клавдия ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, һуңынан хисапсы өйрәнсеге булып эшкә инә, банк уҡуысылығының киске бүлегенә уҡырға инә. Шул уҡ йылда ВЛКСМ ағзаһы була[1]. Уҡыуын тамамлағандан һуң СССР Дәүләт банкының Мәскәү өлкә контораһында бухгалтер-контролёр булып эшләй башлай[2]. Фомичёва спорт менән мауыға, йәмәғәт эштәрен әүҙем алып бара, туристик походтарға йөрөй, Эльбрус тауы түбәһенә күтәрелеүҙә ҡатнаша. 1936 йылда Дәүләт банкы эргәһендә планеристар курсы асыла. Клавдия тиҙ генә әҙерләнеп имтихандар тапшыра ла, курстарҙа уҡый башлай. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уны яҡшы планеристар иҫәбендә Осоавиахим аэроклубына уҡырға ебәрәләр, 1937 йылда уны уңышлы тамамлай.
Тиҙҙән Фомичёва инструкторҙар мәктәбен тамамлай була һәм 1938 йылда Мәскәү өлкәһенең Реут аэроклубында үҙенең беренсе өйрәнеү осоштары төркөмөн ҡабул итә. Инструктор сифатында эшләгән өс йыл эсендә 65 уҡыусыһы уны уңышлы тамамлай һәм хәрби лётчиктар училищеһына уҡырға инә[1].
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында 1941 йылдан. 1942 йылда Энгельс хәрби-һауа авиация мәктәбе ҡарамағындағы осоусыларҙың хәрби әҙерлек курстарында уҡый[2].
Һуғышты Фомичёва Мәскәү эргәһендәге аэроклубта ҡаршылай. 1941 йылдың 22 июнендә уны фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, ғариза яҙа. 1941 йылдың сентябрь айында Фомичева Осоавиахимдың Үҙәк советына саҡырып алалар, унда ул Советтар Союзы Геройы Марина Раскованың 3 ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкы ойоштороп йөрөүен белә. Клавдия ошо полктарҙың береһенә инергә ҡарар итә[1].
Тиҙҙән Фомичёва ҡатын-ҡыҙҙарҙың истребителдәр полкына ебәрелә, унда тиҙ арала УТ-2 самолетында осоуҙы үҙләштерә һәм Як-1 хәрби истребителендә осорға әҙерләнә. Раскова Клавдияға бомбардировка полкында хеҙмәт итергә тәҡдим итә. Фомичёва Раскова менән ризалаша, һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң капитан Тимофеева эскадрильяһының звено командиры вазифаһына тәғәйенләнә һәм беренсе булып Пе-2 самолетында осоп китә[1].
Бөйөк Ватан һуғышы алыштарында 587-се бомбардировка авиация полкы составында 1943 йылдың ғинуарынан[2], һуңғараҡ 125-се гвардия бомбардировка авиация полкы итеп үҙгәртелә (4-се гвардия бомбардировка авиация дивизияһы, 1-се гвардия бомбардировка авиация корпусы 1944 йылдың 26 декабрендә 5-се гвардия бомбардировка авиация корпусы, 3-сө һауа армияһы итеп үҙгәртелә). Дон фронтында тәүге тапҡыр һуғышҡа инә. Беренсе хәрби осошто ҡыҙҙар тәжрибәле осоусылар етәкләгән 124-се гвардия бомбардировка авиаполкы составында башҡара, әммә артабан улар үҙ аллы эш итә. Фомичёва үҙенә тапшырылған звеноны хәрби заданиеларға уңышлы алып йөрөй[1].
1943 йылдың 24 апреленән — Төньяҡ-Кавказ фронтында, 1943 йылдың 10 июленән — Көнбайыш фронтта. Кубанда һауа һуғыштары серияһы барышында эскадрилья хәрби заданиеларҙы уңышлы үтәй һәм экипажы ла юғалтыу кисермәй. Тимофеева һәм Фомичёва төркөмдәре, немец истребителдәренең восьмёркалары менән уңышлы һауа һуғышы үткәреп, батырлыҡ күрһәтә. Был һауа һуғышын хәрби-һауа көстәре баш командующийы А.А. Новиков бөтә бомбардировка авиацияһына өлгө итеп ҡуя[1]..
Эскадрилья командиры сифатында Фомичёва Смоленск операцияһында ҡатнаша. 1943 йылдың 17 сентябрендә хәрби осош ваҡыты барышында Фомичёваның самолеты бәреп төшөрөлә. Ултырыуға ингәндә, самолеттың шассийы бомба соҡорона эләгә, һәм шартлау була. Яҡында торған һалдаттар янған самолетҡа ташлана һәм ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, янған экипаж ағзаларын сығарып ала. Клавдия ауыр йәрәхәттәр һәм бешеү ала, оҙаҡ госпиталдә дауалана, әммә 1944 йылдың ғинуарында полкҡа кире ҡайта[1].
1944 йылдың мартынан — 3-се Белорус фронтында. 1944 йылдың 23 июнендә Белорус «Багратион» һөжүм операцияһы башлана. Был көндә Фомичёва үҙенең эскадрильяһын бомбардировщиктар колоннаһы составында алып бара. Икенсе осошта Фомичёва эскадрильяһы совет ғәскәрҙәре һөжүмен тотҡарлаған мөһим терәктәрҙең береһенә һөжүм итергә тейеш була. Клавдия һәм эскадрилья штурманы Джунковская Галина был маҡсатты алдан разведкалау осошо ваҡытында яҡшы өйрәнгән була. осоу барышында самолеттың һул моторына немец снаряды эләгә, уҡсы-радист үлә, Фомичёваның аяғы яралана, әммә ул Джунковскаяның бомба ташлауы мәлен көтөп, самолетты тура алып барыуын дауам итә. Задание уңышлы үтәлгәндән һуң, Клавдия самолётты совет территорияһына алып барып еткерә һәм Джунковская менән бергә парашюттан ырғый. Джунковскаяның бите яна, 2-се дәрәжә бешеүҙе[2] Фомичёва үҙе лә ала[1][3]. 1944 йылдың 15 июленән Фомичёва 1-се Балтик буйы фронтында һуғыша[4].
1944 йылдың декабренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса Пе-2 самолетында 55 хәрби осош яһай[4]. Дошман өҫтөнә 46 750 кг бомба йөгө Ташлой, төркөмдә 11 немец самолётын бәреп төшөрә, дошманға ҙур зыян килтерә[2] СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы Указы командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Фомичёваға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].
Һуғыштан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғышты гвардия капитаны дәрәжәһендә тамамлай[2]. 1945 йылдың 24 июнендә Еңеү Парадында ҡатнаша[1].
Һуғыштан һуң Хәрби-һауа академияһында лётчик-инструктор булып эшләй, һуңынан Иваново хәрби авиация училищеһында уҡыта (хәҙер — В.П.Чкалов исемендәге осоусылар составын әҙерләү буйынса Борисоглеб уҡыу авиация үҙәге)[2].1945 йылдың ноябрендә Советтар Союзы делегацияһы составында Парижда Ҡатын-ҡыҙҙарҙың халыҡ-ара демократик федерацияһының ойоштороу конгресында ҡатнаша[1]. 1955 йылда Фомичёва подполковник дәрәжәһендә запасҡа сыға[2].
Мәскәүҙә йәшәй, шунда 1958 йылдың 6 октябрендә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә[2].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы Указы, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы № 7929)[2];
- ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены ( 5 сентябрь 1943, 28 июнь 1944[4];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (4 май 1943 йыл)[4];
- СССР миҙалдары, шул иҫәптән:
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (22 декабрь 1942, 1943 йылдың 7 июлендә тапшырыла)[4];
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы (1945 йылда тапшырыла)[5];
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945 йылдың 20 июнендә тапшырыла)[6].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фомичёва исеме менән Мәскәүҙә Төньяҡ Тушино районында урамдарҙың береһе аталған[7]. Ошо уҡ урамдағы 1/13 йортҡа уның тураһында иҫтәлекле билдә ҡуйылған[2]; осоусы иҫтәлегенә 2-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[8]. №1571 лицей бинаһында осоусыға арналған мемориаль музей урынлашҡан.
- 2010 йылдың 8 майында Липецк өлкәһенең Данков ҡалаһында Геройҙарға һәйкәл асыла. Мемориаль Советтар Союзы Геройҙарының 11 мемориаль таҡтаташынан һәм Дан орденының тулы кавалерҙарының — Данков районында тыуғандарҙың 2 мемориаль таҡтаташынан тора. Таҡтаташтарҙың береһендә Фомичёва исеме уйып яҙылған[9][10].
- Фомичёва хөрмәтенә Данковта ҡала урамдарының береһе аталған[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список женщин — Героев Советского Союза
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 Абрамова, Левашов, 1969
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 Уфаркин Н. В. Фомичёва Клавдия Яковлевна . «Герои страны» сайты.
- ↑ Наградной лист на орден Красного Знамени «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Наградной лист на звание Героя Советского Союза «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756).
- ↑ Акт о вручении награждённым медалей «За оборону Кавказа» от 18.05.1945 «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 336, оп. 6460).
- ↑ Акт вручения награждённым медалями «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.» от 20.06.1945 «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 135, оп. 12761).
- ↑ Наталья Шавкунова. Сколько улиц Москвы названо в честь женщин? The Village (8 март 2016). Дата обращения: 5 март 2017.
- ↑ Фото Павла Мурашова. Акция «Москва — город героев» . radiozvezda.ru. Радио Звезда (10 апрель 2014). Дата обращения: 5 март 2017. Архивировано из оригинала 9 март 2017 года. 2017 йыл 9 март архивланған.
- ↑ Алексей Логинов. Памятник Героям в Парке Победы Данкова . blogomedia.ru (4 ғинуар 2015). Дата обращения: 19 апрель 2015.
- ↑ Портнихина Т. Мемориальный комплекс в Парке Победы : [история создания] // Заветы Ильича [Данковский район] : газета. — 2015. — № 42 (11535). — С. 2.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фомичёва Клавдия Яковлевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Абрамова М., Левашов А. Отвага и умение // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
- Вотинцев А. С., Фёдоров Г. Н. В небе Ульяновска. Саратов, 1984. — С. 55—58.
- Герои огненных лет: очерки о москвичах — Героях Советского Союза / Институт истории СССР АН СССР, Институт военной истории Министерства обороны СССР; ред-кол.: А. М. Синицын (отв. ред.) и др. — Книга 1. — М.: Московский рабочий, 1975. — С. 704—710. — 759 с.
- Маркова Г. И. Расскажи, береза… — М., 1983. — С. 69—137.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының сифатлы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
- 25 февралдә тыуғандар
- 1917 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 6 октябрҙә вафат булғандар
- 1958 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Википедия:Сифатлы мәҡәләләр
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 25 декабрҙә тыуғандар
- Хәрби осоусылар