Джунковская Галина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Джунковская Галина Ивановна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 6 октябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1]
Тыуған урыны Киев өлкәһе, Ставищенский район[d]
Вафат булған көнө 12 сентябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (62 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, лётчик
Уҡыу йорто Центральноукраинский государственный педагогический университет[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығы» юбилей миҙалы юбилейная медаль «Тридцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «Сорок лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы
Commons-logo.svg Джунковская Галина Ивановна Викимилектә

Джунковская Галина Ивановна (ире буйынса — Маркова; 19221985) — 125-се гвардия бомбардировка авиацияһы полкының эскадрилья штурманы (4-се гвардия бомбардировка авиацияһы дивизияһы, 1-се гвардия бомбардировка авиацияһы корпусы, 5-се гвардия бомбардировка авиацияһы корпусы, 3-сө һауа армияһы, 1-се Балтик буйы фронты), гвардия өлкән лейтенанты, Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галина Ивановна Джунковская 1922 йылдың 6 октябрендә Юрковка ауылында, хәҙер Украинангың Киев өлкәһе Ставище районында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Бала сағы һәм үҫмер йылдарын Грозный ҡалаһында үткәрә. 1938 йылда Грозный медицина училищеһын, ә 1941 йылда Мәскәү авиация институтының 2-се курсын тамалай.

Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы Марина Раскова ВГК Ставкаһы (СССР оборона халыҡ комиссариаты 08.10.41 № 0099 бойороғо менән) һәм ВЛКСМ Үҙәк комитетының раҫлауы менән ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкын ойоштора башлағас, 1941 йылдың октябрендә ирке менән Ҡыҙыл армияға инә. Унда аэроклубтар, Граждандар һауа флоты һәм Осоавиахим мәктәптәре әҙерләгән осоусы ҡыҙҙар йыйыла. Шулай итеп өс авиаполктан торған авиатөркөм булдырыла: 586-сы истребитель (Як-1), 587-се бомбардировка полкы, һуңынан 125-се гвардия бомбардировка авиаполкы (Пе-2) һәм 588-се төнгө бомбардировка авиация полкы (По-2).

Осоусылар 1942 йылда Энгельс хәрби авиация осоусылар мәктәбендә дүрт айлыҡ курстарҙы тамамлай. Галина Джунковская Мария Долина етәкселеге аҫтындағы экипажда штурман була, ул бөтә һуғышты үҙгәрешһеҙ составта үтә: Долина, Джунковская һәм уҡсы-радист Соленов Иван[2].

1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың ғинуарынан.

1943 йылдың яҙында 121.4 өҫтөндәге бейеклектә Төньяҡ-Кавказ фронтында (һуңыраҡ «Батырҙар сусағы» тип атала) заданиены үтәгәндән һуң совет самолеттары төркөмө немецтарҙың «мессершмиттары» менән алышҡа инә. Истребителдәр ярҙамында бөтә алыш бейеклектә бара, ә Пе-2 төркөмөнөң алып барыусыһы гвардия майоры Евгения Тимофеева бомбаға тотоусы экипаждарға тығыҙ төркөм менән торорға бойороҡ бирә, ә үҙе һөжүм итеүселәргә ут аса. Уға Мария Долинаның экипажы ярҙам итә: Иван Соленов пулемет уты менән «мессерҙарҙың» береһен бәреп төшөрә. Әммә алышта Долина алып барған Тося Скобликованың самолеты һәм Долинаның Пе-2 двигателе зыян күрә. Ялҡынды һүндерергә маташып, Долина киҫкен штурвалды бирә һәм, алдау маневры менән осоусыны юҡ иттем тип уйлаған эҙәрлекләүҙән ҡасып, Долина экипажға сафтан сыҡҡан самолетты ҡалдырырға бойора, әммә Джунковская һәм Соленов быны эшләүҙән баш тарта. Джунковская Долинаға ялҡын ялмап алған самолетты яҡындағы аэродромға ултыртырға ярҙам итә[3]. Был батырлығы өсөн — «һуғышта иптәштәренә ярҙам итеүе һәм экипажды ҡотҡарыуы өсөн», шулай уҡ 15 хәрби осошо өсөн Галина Джунковская беренсе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].

Звено һәм эскадрилья штурманы вазифаһында Дон, Төньяҡ-Кавказ, Көнбайыш, 3-сө Белоруссия, 1-се Балтик буйы фронттарында һуғыша. Ике тапҡыр һауала яна, контузия, II дәрәжәләге тән бешеүе ала, сафҡа ҡайта.

1944 йылдың ғинуарында эскадрилья штурманы була. 1944 йылда эскадрилья 205 уңышлы хәрби осош яһай, бөтә эштәр «яҡшы» һәм «бик яҡшы» башҡара, Юғары Баш командующий И.В. Сталиндан һәм армия һәм ер өҫтө ғәскәрҙәре командованиеһынан рәхмәт хаттары ала[3].

Долина, Джунковская һәм Соленов экипаждары совет Латвияһын немец-фашист илбаҫарҙары азат итә, Либава янында Курлянд ҡаҙанында уратып алынған гитлерсылар совет ғәскәрҙәренең ҡыҫымына аяуһыҙ ҡаршы тора.

Бөйөк Ватан һуғышы тамаланыуға гвардия өлкән лейтенанты Галина Джунковская 62 хәрби осош яһай, 5 һауа һуғышында ҡатнаша, төркөм составында 2 дошман самолетын бәреп төшөрә[3], бының өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә күрһәтелә.

М. И. Долина менән бергә Галина Джунковская Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү Парадында ҡатнашыуға лайыҡ була.

Тыныс тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыштан һуң Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Частың штурман урынбаҫары булып эшләй. 1949 йылдан майор Г.И. Джунковская — запаста.

1951 йылда Кировоград өлкә педагогия институтын тамамлай, мәктәптә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. Йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә. «СССР—Нидерландтар йәмғиәте» идаралығы, һуғыш ветерандары Совет комитетының халыҡ-ара комиссия ағзаһы булып тора. Мәскәүҙә йәшәй.

1985 йылда 12 сентябрендә Мәскәүҙә вафат була, Кунцево зыяратында ерләнә (9-2 участкаһы).

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Уның исемен тыуған Украинаның Киев өлкәһе, Ставище районының Юрковка ауылындағы урта мәктәп йөрөтә.
  • Галина Ивановна Джунковская «Юность в огне», «Расскажи, берёза», «Офицер разведки», «Взлёт» китаптарының авторы булып тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 TracesOfWar
  2. 2,0 2,1 Прибыльская Л.Б. Звёзды Марии Долиной // Советская Латвия : республиканская газета. — 1990. — С. 3.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Джунковская Галина Ивановна, Герой Советского Союза (Орден Ленина и медаль «Золотая звезда») :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. 21 февраль 2019 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Джунковская (Маркова) Галина Ивановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — Б. 426. — 911 б. — 100000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Мариинский Е. В горящем самолёте // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]