Эстәлеккә күсергә

Фрейя (алиһә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фрейя битенән йүнәлтелде)
Фрейя
исл. Freyja
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Атаһы Ньёрд[d][1]
Бер туғандары Фрейр[d][1][2]
Хәләл ефете Од (мифология)[d]
Внебрачный партнёр Один
Балалары Герсеми[d][1] һәм Гносс[d][1]
Ойошма ағзаһы Ваны[d]
 Фрейя Викимилектә
Фрейя
Туғандары

Фрейр[d][1][2]

Тормош иптәше

Од (мифология)[d]

 Фрейя Викимилектә

Фрейя (бор.-сканд. Freyja — дама); шулай уҡ Ванадис (бор.-сканд. Vanadís — Ван ҡыҙы); Гефна, Хёрн, Мардёлл, Сюр, Вальфрейя (бор.-сканд. Gefn, Hörn, Mardöll, Sýr, Valfreyja) — герман һәм Скандинавия мифологияһында Асгардта йәшәгән мөхәббәт һәм һуғыш алиһәһе.

«Фрейя с ожерельем», Дж. Д. Пенроуз, ок. 1913

Фрейя ван тигән илаһтар нәҫеленән. Ул — ван Ньёрд ҡыҙы. Ньёрд — Одиндың ҡыяматлыҡ улы; Ньёрдты вандар менән астар солох төҙөгәндән һуң вандар күктәге Асгардта аманат итеп ҡалдыра.

Вандар үҙ илдәре- Ванахеймда йәшәй, ул, «Инглингтар тураһында сагала» әйтелгәнсә, Ҡара диңгеҙҙән төньяҡта Ванаквисль (Дон) йылғаһынан көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Асгардта Фрейя Фригганан ҡала тәүге урында тороусы ҡатын-ҡыҙ. Уға сибәрлектә илаһтар араһында ла, кешеләр араһында ла тиңдәр юҡ, ә уның күңеле шул тиклем йомшаҡ, һәр кемдең ҡайғы-хәсрәтен тоя. Фрейяның ҡарсыға ҡанаттарынан эшләнгән туны бар, уны кейеп, ҡарсыға булып осоп йөрөй ала, шулай уҡ дүрт гном менән төн үткәргәндән һуң бүләк итеп бирелгән алтын Брисингамен муйынсаһы бар . Фрейяның күҙ йәштәре алтындан. Быларҙан тыш, Фрейя — валькирияларҙың (убыр ҡатындар) башлығы. Фрейя ике бесәй егелгән ике тәгәрмәсле арбала йөрөй; Хильдисвини- уның йорт хайуаны. Фрейя һоҡланғыс Фолькванг (Folkvang — «халыҡ ҡыры», «кешеләр ҡыры») һарайында йәшәй, уның төп залы- Сессрумнир (Sessrumnir).

Мөхәббәттән башҡа Фрейя ер уңдырышлылығы, уңыш һәм уңыш урыу алиһәһе. Шулай уҡ ул яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙең яртыһын үҙенә ала, ҡалған яртыһын- Один. Улар һәләк булған яугирҙәрҙе тигеҙ итеп бүлә, яҡшыға, яманға бүлеп тормай.

Фрейя Од исемле илаһҡа кейәүгә сыға, ул Одиндың бер кәүҙәләнеше була.

Фрейяның матурлығы һәм көсө символы- Брисингамен тигән муйынсаһы, уны дүрт тимерсе-гном, ағалы-энеле Брисингамдар эшләгән. Фрейяға был муйынса бик оҡшаған, был иҫ киткес матур әйбер өсөн ул дварфтарға бик ҡиммәтле әйберҙәр биреп ҡараған, тик тегеләре Фрейя менән берәр төн уҙҙырыуҙы талап иткән.

Был хәлдән һуң Од хәләл ефетен ташлап киткән тиҙәр, ә тегеһе уны илай-илай эҙләгән: күҙ йәштәре ергә тейгән саҡта алтынға, ә диңгеҙгә төшһә, гәрәбәгә әйләнгән.

Фрейя астарҙы вандар белгән тылсым һәм сихырға (сейд) өйрәткән.

Мәҙәниәткә тәьҫире

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герман халыҡтарында йома көн (нем. Freitag, ингл. Friday һ. б.) Фригг исемен йөрөтә, ләкин шулай уҡ Фрейя менән дә бәйләйҙәр (контаминация)[3].
  • 1830 йылда швед химигы Н. Г. Сефстрём Швециялағы Табергта тимер рудаһында яңы химик элемент тапҡан һәм уны Ванадис хөрмәтенә ванадий тип атаған.
  • 1862 йылда Фрейя хөрмәтенә астероид (76) Фрейя аталған.
  • 1884 йылда асылған астериод (240) Ванадида аталған
  • Фрейя исемле күбәләк тә бар- перламутровка-фрейя Boloria freija (Becklin im Thunberg, 1791)
  • Freya — аранеоморф үрмәкестәр Aelurillinae ғаилә төрө, үрмәкес — саптар (Salticidae) ғаиләһенән.
  • Дания гимнында ошондай юлдар бар: «Og det er Frejas sal»-, тәржемәһе — «это и есть обитель Фрейи».
  • Freya — 0.3 Linux версияһының код исеме-дистрибутивтың elementary.
  • «Первородные» сериалында Фрейя — мең йәшлек убыр.
  • Бик күп видеоуйындар персонажы
  • «Чобиты» анимеһында Фрейя (Freya) — төп героиня Тии (Chii) һеңлеһе, ысын исеме — Эльда.
  • «Король волшебных стрел и Ванадис»[en] ранобэһында ике һуғыш алиһәһе бар, Ванадис һәм 7 ҡыҙ наделённых индивидуальными сверхъестественными воинскими способностями.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Фрейя (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1902. — Т. XXXVIа. — С. 726.
  2. 2,0 2,1 Фрей, в мифологии (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1902. — Т. XXXVIа. — С. 712.
  3. Дьяконов И. М. Архаические мифы Востока и Запада. М.: Едиториал УРСС, 2004. С. 82, 204.