Фриц Эрпенбек
Фриц Эрпенбек | |
нем. Fritz Erpenbeck | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Германия Демократик Республикаһы |
Тыуған көнө | 6 апрель 1897[1][2][3] |
Тыуған урыны | Майнц[d], Германия империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 7 ғинуар 1975[1][2][3] (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Берлин, Германия Демократик Республикаһы[1] |
Ерләнгән урыны | Доротеенштадтское кладбище[d] |
Хәләл ефете | Һедда Циннер |
Балалары | Йон Эрпенбек һәм Йенни Эрпенбек |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Әүҙемлек урыны | Мәскәү[1] һәм Прага[1] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Германияның берҙәм социалистик партияһы |
Ойошма ағзаһы | Национальный комитет «Свободная Германия»[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d] |
Фриц Эрпенбек Викимилектә |
Фриц Э́рпенбек (нем. Fritz Erpenbeck; 6 апрель 1897 йыл; Майнц — 7 ғинуар 1975 йыл, (Берлин) — немец (алман) яҙыусыһы, публицист һәм актёр.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эрпенбек Оснабрютта слесарлыҡҡа уҡып, актёрлыҡ оҫталығына дәрестәр ала. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1920 йылдан Берлинда Лессинг Театрында һәм Эрвин Пискаторҙа сәхнәлә сығыш яһай башлай, шулай уҡ режиссёр һәм драматург булараҡ көсөн һынап ҡарай. 1928 йылда яҙыусы Һедда Циннерға өйләнә
1927 йылда Германия Коммунистар партияһына инә. 1929 йылдан журналистика менән шөғөлләнә башлай. 1931—1933 йылдарҙа «Ҡыҙыл борос» (нем. Roter Pfeffer) журналын баш мөхәррире вазифаһын биләй. .
1933 йылда Прагаға күсенә, ә 1935 йылда ҡатыны менән СССР-ға килә, унда бер нисә баҫманың мөхәррире булып эшләй. 1936 йылда «Көрәшселәр (Борцы)» фильмында эпизодик ролдә уйнай. «Ирекле Германия» Милли комитетына инә, «Ирекле Германия» радиостанцияһының баш мөхәррире була. Ульбрихт төркөмөндә ҡатнаша.
1941 йылдың октябренән 1943 йылға тиклем ҡатыны Һедда менән Өфөлә эвакуацияла була. Ошонда киләсәктә билдәле физик, философ һәм яҙыусы булып китәсәк улдары Йон (John Erpenbeck) донъяға килә. Йон — билдәле яҙыусы һәм режиссёр Дженни Эрпенбектың атаһы .
1945 йылда Эрпенбек Германияға әйләнеп ҡайта, 1946 йылда Германияның Социалистик берҙәм партияһына (СЕПГ) инә. 1946—1958 йылдарҙа журнала «Ваҡыт театры» (нем. Theater der Zeit) һәм «Театраль хеҙмәт» (нем. Theaterdienst) журналдарының баш мөхәррире була. Бруно Һеншель менән Henschel Verlag нәшриәтен ойоштора. 1951 йылдан ГДР Министрҙар Советының башҡарыу сәнғәте һәм музыка буйынса баш бүлегенең етәксеһе була. 1959—1962 йылдарҙа Берлиндағы Фольксбюне театрының баш драматургы булып эшләй, әҙәби ижад менән шөғөлләнә
Эрпенбек Берлинда Доротеенштадт зыяратында ерләнгән. Берлиндағы бер урамға уның исеме бирелгән.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатыны — яҙыусы, актирса, журналист һәм радио алып барыусыһы Һедда Циннер.
- Улы — физик, философ һәм яҙыусы Йон Эрпенбек.
- Ейәнсәре — яҙыусы һәм режиссёр Дженни Эрпенбек..
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Aber ich wollte nicht feige sein, рассказ, 1932
- Musketier Peters, рассказ, 1936
- Emigranten, роман, Москва, 1937
- Heimkehr, повесть, 1939
- Deutsche Schicksale, рассказы, 1939
- Kleines Mädel im großen Krieg, рассказ, 1940
- Gründer, роман, Москва, 1941 (т. 1)
- Gründer, роман (т. 2-3), Берлин, 1945 и 1949
- Lebendiges Theater, сочинения и литературная критика, 1949
- Wilhelm Pieck. Ein Lebensbild, 1951
- M. Linzer (Hrsg.) Aus dem Theaterleben. Aufsätze und Kritiken, 1959
- Künstlerpension Boulanka, детективный роман, Gelbe Reihe 1964
- Vorhang auf!, исторические рассказы, 1965
- Tödliche Bilanz, детективный роман, 1965
- Aus dem Hinterhalt, детективный роман, 1967
- Nadel im Heu, детективный роман, 1968
- Der Fall Fatima, детективный роман, 1969
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Deutsche Nationalbibliothek Record #116567635 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Fritz Erpenbeck // filmportal.de — 2005.
- ↑ 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France Fritz Erpenbeck // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Fritz Erpenbeck. In: Richard Drews, Alfred Kantorowicz (Hg.), verboten und verbrannt. Deutsche Literatur — 12 Jahre unterdrückt, Berlin und München: Heinz Ullstein — Helmut Kindler Verlag, 1947, S. 37 f.