Фәйзулла Аҡтаев
Фәйзулла Аҡтаев | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Кинйәбулат ауылы, Бөрйән улусы, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
подпоручик |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Фәйзулла Аҡтаев (Фәйзулла Ильяс улы Төкәев; 1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 14-се Башҡорт атлы полкының поход есауылы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәйзулла Ильяс улы Төкәев (1834 йылға ҡарай фамилияһын Аҡтаев тип үҙгәртә) 1787 йылда Ырымбур губернаһы Бөрйән улусы Кинйәбулат ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Буранбай ауылында) тыуған. Төрки һәм рус телдәрендә уҡый-яҙа белгән[1].
1806 йылдың 1 апреленән Башҡорт-мишәр ғәскәрендә казак булып хеҙмәт итә башлай. 1806 һәм 1807 йылдарҙа линия хеҙмәтендә Ҡыҙыл, ә 1808 йылда — Уртаҙым ҡәлғәһендә була[1].
1812 йылда Төкәевтар, шул иҫәптән поход есаулы Фәйзулла Ильяс улы шул уҡ йылда[2] нигеҙләнгән Бәхтегәрәй (Мансур) ауылына күсенә[1].
1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, Верхнеурал өйәҙендә 6-сы кантон башҡорттарынан 3-сө Башҡорт атлы полкы ойошторола. Был полк составында 1812—1815 йылдарҙа Фәйзулла Ильяс улы полк командирҙарының береһе булып хеҙмәт итә[1][2].
1812 йылдың 18 сентябрендә 3-сө Башҡорт атлы полкы Түбәнге Новгород килеп етә һәм артабан Полоцк яғына юл тота[3]. 1813 йылдың 13 ноябрендә Фәйзулла Ильяс улы зауряд-хорунжий, ә 1815 йылдың 13 февралендә — есаул званиеларын ала[1].
1816 йылдың 27 майында дистанция начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1815 йылда линия хеҙмәтендә Уртаҙым, 1818 йылда — Магнитная, 1822 йылда — Ҡыҙыл ҡәлғәләрендә, ә 1835 йылда Ҡаҙаҡ далаһында эскадрон составында була[1].
1827 йылдың 5 ғинуарында — йорт старшинаһы, 1828 йылдың 2 апрелендә — полк хорунжийы званиеларын ала. 1832 йылдың 22 ноябрендә 6-сы башҡорт кантоны начальнигы Вәлит Ыласыновтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә[1].
1834 йылда хорунжий Фәйзулла Ильяс улы Аҡтаев Шүрәле йылғаһы буйында Фәйзулла ауылына нигеҙ һала.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Сәлимә; улдары — Йыһангир һәм Ғәли; ҡыҙҙары — Мәхүбъямал һәм Өммөгөлсөм[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Сулейманов Ф. М., Минишев Ю. А. Командиры 3-го и 15-го Башкирских полков: Файзулла Актаев и Юлбарс Бикбулатов // Вестник Челябинского государственного университета. — 2015. — № 2 (357). История. Вып. 62. — С. 31-35.
- ↑ 2,0 2,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 67-68
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.