Эстәлеккә күсергә

Фәнзил (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Фәнзил(неол.) — ғәрәп сығанаҡлы башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Фәнзил — фәнле, ғилемле тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

  • Ғәбиҙуллин Фәнзил Нәғим улы (26.02.1939), мәғариф хеҙмәткәре. 1971—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы мәғариф бүлеге мөдире, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
  • Санъяров Фәнзил Бүләк улы (17.02.1953), ғалим-филолог, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доценты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы[1].
  • Мөғәллимов Фәнзил Мәүләүи улы (1950), ғалим-инженер-электромеханик. 1993 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 1994—1996 йылдарҙа Үткәргес торба системаларын диагностикалау үҙәге директоры, 2003—2004 йылдарҙа төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2002 йылдан «Востокнефтегаз» фәнни техник фирмаһының генераль директоры. Техник фәндәр докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2000). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ