Фәттәхов Рафаэль Сәлихан улы
Фәттәхов Рафаэль Сәлихан улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 10 июнь 1942 |
Тыуған урыны | Байталлы, Рәсәй |
Вафат булған көнө | 1 март 2015 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Кушнаренко районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, ауыл хужалығы һөнәре |
Биләгән вазифаһы | хакимиәт башлығы[d] |
Уҡыу йорто |
Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты Башҡортостан ауыл хужалығы институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фәттәхов Рафаэль Сәлихан улы (10 июнь 1942 йыл — 1 март 2015 йыл) — Башҡортостандың дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 12-се, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 1-2-се саҡырылыштары депутаты.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рафаэль Сәлихан улы Фәттәхов 1942 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Байталлы ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында 1-се «Востокнефтепроводстрой» автобазаһында слесарь булып башлай. Һуңынан Өфө телефон папаратуралары заводында слесарь-ҡоралсы була. 1968 йылда ВЛКСМ-дың Кушнаренко район комитетында ойоштороу бүлеге инструкторы, 2-се секретарь булып эшләй[1]. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1971 йылдан ВЛКСМ-дың Кушнаренко район комитетының 1-се секретары[1]. 1973 йылдан Ленин исемендәге колхоздың партия комитеты секретары. 1980 йылда икенсе юғары белем ала — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Шул уҡ йылда тыуған районында «Большевик» колхозы рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1985 йылдан инде район хакимиәтен етәкләй башлай. 1999 йылдан — икмәк бешереү предприятиеһы директоры, 2001 йылда Кушнаренко район советы рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 12-се, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-2-се саҡырылыштары депутаты. Рафаэль Сәлихан улы 2015 йылдың 1 мартында Кушнаренко районында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994)
«Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы (1993)
СССР Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең алтын миҙалы (1984)
ВЛКСМ Үҙәк Комитетының маҡтау ҡағыҙҙары
Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почет грамоталары
Кшнаренко районының почетлы гражданы (2012)[2].