Эстәлеккә күсергә

Фәхретдинова Дилара Әхәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дилара Әхәт ҡыҙы Фәхретдинова
Тыуған көнө

1923({{padleft:1923|4|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Вафат көнө

билдәһеҙ

Вафат урыны

Үзбәкстан, Ташкент ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

сәнғәт ғилеме

Эшләгән урыны

Хәмзә исемендәге Сәнғәт белеме ғилми-тикшеренеү институты

Альма-матер

Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

сәнғәт ғилеме докторы

Дилара Әхәт ҡыҙы Фәхретдинова (1923—?) — сәнғәт ғилеме белгесе. Сәнғәт ғилеме докторы (1988). Үзбәкстан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге булып сәнғәт ғилеме кандидаты дәрәжәһен ала[1].

Фәхретдинова Дилара Әхәт (Ғәбделәхәт) ҡыҙы Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһында тыуған. Ҡартатаһы — күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдинов (1859—1936). Атаһы — Ғәбделәхәт Ризаитдин улы Фәхретдинов (1889—1938) иҡтисадсы, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы була, милләте буйынса башҡорт.

1951 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай.

1951 йылдан Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтында, Мәскәү туҡыу институтында, Керамика һәм «XVIII быуат Кусково усадьбаһы» музейында эшләй.

Артабан Ташкент ҡалаһына күсә, Үзбәк ССР-ының Сәнғәт музейында, 1961 йылдан Хәмзә исемендәге Сәнғәт белеме ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.

1988 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дилара Ғәбделәхәт ҡыҙының фәнни хеҙмәттәре Үзбәкстанда биҙәү ҡулланма һәм һынлы сәнғәттең формалашыуы һәм үҫеше проблемаларына бағышланған[2].

  • Декоративно-прикладное искусство Узбекистана. — Ташкент, 1972.
  • Ювелирное искусство Узбекистана. — Ташкент, 1988.