Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы "Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы" дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы
Нигеҙләнгән

1970

Директор

Моталов Илдар Азат улы

Тип

дөйөм белем биреү учреждениеһы

Адрес

Рәсәй Рәсәй,Башҡортостан Башҡортостан, Өфө, Достоевский ур., 99А

Телефон

+7(347)273-35-03

Эл. почта
Сайт

http://www.ugbg20.com

Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы — Өфө ҡалаһында урынлашҡан дөйөм белем биреү мәктәбе.

Мәктәп 1970 йылда Өфө ҡалаһында беренсе башҡорт мәктәбе булараҡ асыла. 1992 йылдың 1 июленән алып гимназия статусын ала. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 31 декабрендә ҡабул ителгән 404-се ҡарары буйынса гимназия күренекле педагог һәм дәүләт эшмәкәре Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исемен йөрөтә.

Гимназияла уҡыған билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бураҡаев Илгизәр Диҡҡәт улы (12 июль 1957) — прозаик, тәржемәсе, дәреслектәр авторы.
  • Псәнчин Айбулат Вәли улы (12 февраль 1967) — география фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директор вазифаһын башҡарыусы.
  • Юлдашев Роберт Нәжип улы (9 июль 1971) — музыкант, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003), Башҡортостандың халыҡ артисы (2012), «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]