Хажиева Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хажиева Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 15 август 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (89 йәш)
Һөнәр төрө актёр
Эш биреүсе Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Хажиева Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы (15 август 1930 йыл) — совет бейеүсеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1967). Йәштәр һәм студенттарҙың VII бөтә донъя фестивале лауреаты (Вена, 1959).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы Хажиева 1930 йылдың 15 авгусында БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында тыуған.

1952 йылда Өфө театр-художество училищеһын (1952; педагогы Х.Бухарский) тамамлай.

Училищены тамамлағандан һуң, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей, 1972 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһында, 1975—1985 йылдарҙа Әбйәлил районында эшләй, С. М. Киров исемендәге колхоз, «Красная Башкирия» һәм «Урал» совхоздары бейеү ансамблдәре етәксеһе була.Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге менән хеҙмәттәшлек итә[1]. CCCР-ҙың халыҡ артисы Мәхмүт Эсамбаев менән бергә сығыш яһай. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (Мәскәү, 1955), БАССР-ҙың мәҙәниәт көндәрендә (Ульяновск, 1968; Ленинград, 1969) ҡатнаша. СССР буйлап һәм донъяның 30 илендә гастролдәрҙә сығыш яһай.

Бейеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәүилә Хажиеваның таланты башҡорт ҡыҙҙарының романтик һәм тәьҫирле образдарын тыуҙырыуҙа асыла, уның бейеүҙәренә виртуозлыҡ һәм сағыу темперамент хас була. Үҙе ҡуйған «Озон сэс» бейеүендә Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы ошо сифаттарын тулыһынса күрһәтә[2].

«Биҙрә менән бейеү», «Дуҫлыҡ», «Зарифа», «Ҡороҡсолар», «Шаян ҡыҙҙар» һәм башҡа башҡорт бейеүҙәрендә соло партияларын башҡара; СССР халыҡтары бейеүҙәрен, көнсығыш бейеүҙәрен (катхакали стилендәге һинд, лаос, елпеүестәр менән корея бейеүе) башҡара.

Раүилә Хажиева «Оҙон сәс», «Һалдат ҡайтты» (А. Н. Фәхретдинов менән берлектә) соло бейеүҙәрен; «Илгәҙәк», «Хәйерниса-Гөлниса», «Себер татарҙары» күмәк бейеүҙәрен сәхнәгә ҡуя.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1967)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1955)
  • Йәштәр һәм студенттарҙың VII бөтә донъя фестивале лауреаты (Вена, 1959)[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]