Хәкимов Рәмил Ғәрәф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хакимов Рамиль Гарафович битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәмил Хәкимов
Исеме:

Хәкимов Рәмил Ғәрәф улы

Тыуған көнө:

13 июнь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы
Өфө ҡалаһы

Вафат булған көнө:

29 июнь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (67 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

публицистика, тәржемә

Ижад йылдары:

19631996

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

урыҫ теле

Дебют:

«Сердце на ладони» (1963)

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

«Дружба народов» һәм «Огонёк» журналдары, «Комсомольская правда» гәзите лауреаты

Хәкимов Рәмил Ғәрәф улы (13 июнь 1932 — 29 июнь 1999) — Башҡортостандың урыҫ телендә ижад иткән яҙыусыһы, публицист, тәржемәсе, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1964), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1976).

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәмил Хәкимов Өфө ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. 1954 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған. 1954—1956 йылдарҙа «Советская Башкирия» (бөгөнгө «Республика Башкортостан») гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, 1956—1960 йылдарҙа «Ленинец» (бөгөнгө «Молодёжная газета») гәзитендә пропаганда бүлеге мөдире, редактор урынбаҫары булып эшләй. Был осорҙа ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының бюро ағзаһы итеп һайлана. Һуңынан ул профессиональ кимәлдә әҙәби ижад — поэзия, тәржемә һәм публицистика менән шөғөлләнә. Оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан 1999 йылдың 29 июнендә Өфөлә вафат була, ҡаланың мосолман зыяратында ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәртле йәшлеге осоронда, үҙған XX быуаттың 50-се йылдары башында шиғыр яҙа башлаған Рәмил Хәкимов әҙәбиәткә ныҡлап 60-сы йылдарҙа урыҫ телендә ижад итеүсе шағир булараҡ килә. Уның «Сердце на ладони» тип исемләнгән беренсе китабы 1963 йылда донъя күрә. Заманы өсөн көнүҙәк булған шиғыр һәм поэмаларында гражданлыҡ тауышы һәм юғары хистәр өҫтөнлөк итә. Артабан уның тағы ла «Голос космоса и колосьев» (1969), «Достать себя» (1974) һәм «Верность времени» (1974) тип аталған шиғыр һәм поэмалары тупланған йыйынтыҡтары Өфөлә Башҡортостан китап нәшриәтендә (бөгөн «Китап» нәшриәте) баҫыла, ә «Протуберанцы Земли» исемле шиғырҙар тупланмаһы Мәскәүҙә «Молодая гвардия» нәшриәтендә сыға. Был йыйынтыҡтар башҡорт, ҡазах, яҡут, литва, грузин, фин һәм венгр телдәренә тәржемә ителгән.

Әҙип, оҙаҡ йылдар һәм әүҙем эшләп, үҙен оҫта тәржемәсе итеп тә таныта. Ул бигерәк тә оло һәм урта быуын башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен урыҫ теленә ауҙарыуға күп көс һала. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Европа — Азия» шиғри циклын, «Йылмайыу» — көнсығыш әкиәтен урыҫ уҡыусыһына беренсе булып Рәмил Хәкимов еткерә. Билдәле яҙыусы Динис Исламовтың башҡорт прозаһында күренекле урын алып торған «Мәскәү юлы» романын да урыҫсаға 1974 йылда тәүгеләрҙән булып Рәмил Хәкимов тәржемә итә. Бынан тыш ул Фәрит Иҫәнғоловтың «Батырҙар утрауы» повесын (1968), Баязит Бикбай һәм Хәким Ғиләжев әҫәрҙәрен тәржемәләй.

Рәмил Хәкимов кино, радио һәм телевидение өсөн сценарийҙар яҙыуҙа ла даими һәм әүҙем ҡатнаша. Уның «Здравствуй, Уфа!» (1962), «Преображенный край» (1965), «Степной батыр», «Башкирский кумыс», «Әнәс Асаевҡа — 60 йәш» (1991) һәм башҡа телефильмдәре тамашасы һөйөүен урынлы яуланы.

Рәмил Хәкимов үҙен емешле публицист итеп тә танытты. Ул күп йылдар КПСС-тың төп баҫмаһы булған «Правда», шулай уҡ СССР ваҡытында илебеҙҙең бар тарафтарында ҙур популярлыҡ яулаған «Литературная газета» һәм «Комсомольская правда» гәзиттәре, «Огонек» һәм «Дружба народов» үҙәк журналдары менән хеҙмәттәшлек итә, Советтар Союзы буйлап ижади командировкаларға даими йөрөй. Уларҙың натижәһендә үҙәк матбуғатта Азербайджан, Әрмәнстан, Грузия, Карелия һәм Яҡутстан тураһында ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле очерктар баҫтыра, илебеҙҙең иң көслө һәм әүҙем очерк яҙыусыларының береһе булып таныла. Әлбиттә, тыуған республикаһына оло ихтирам һәм һөйөү менән ҡараған Рәмил Хәкимовтың төп темаһы — ҡояшлы Башҡортостан, уның хеҙмәт һөйөүсән күп милләтле халҡы менән төрлө яҡлы сәнәғәте һәм ауыл хужалығы ҡаҙаныштары. Авторҙың бер-бер артлы Мәскәүҙә донъя күргән публицистик йыйынтыҡтары — «Книга о Башкирии» (1964), башлыса «Правда» гәзитендә һәм «Огонёк» журналдарында баҫылған төрлө жанр әҫәрҙәре һәм яңы ижад өлгөләре ингән «Мост» (1973), «Сабантуй» (1975), «Радостный мир» (1975) — һәм 1967 йылда Өфөлә нәшер ителгән «Здесь Азия встречается с Европой» китабы нәҡ беҙҙең республиканың киң ҡырлы бай тормош-көнкүрешен бөтә ил уҡыусыһына алып сыҡты. Рәмил Хәкимов бер нисә тапҡыр «Огонек» һәм «Дружба народов» журналдарының, «Комсомольская правда» гәзитенең йыллыҡ лауреаты булды.

Ҡәләм оҫтаһы тыуған Башҡортостанының әҙәби образын бик оҫта һәм матур сағылдырыу өсөн бар тырышлығын һалған һәм шуға ла әҙип ижадында үҙенсәлекле урын алып торған «На семи дорогах» китабы 1974 йылда Мәскәүҙә донъя күрә. Ул — республикабыҙ тураһында күп мәғлүмәтте дөйөмләштереп бергә туплаған документаль һәм бер үк ваҡытта әҙәби ижад емеше: баҫмала Башҡортостан тарихы боронғо яҙмаларҙа телгә алыныуҙан башлап революция ваҡиғаларына тиклем бик йәнле һүрәтләнә. Республикабыҙҙың бөгөнгө хәл-тормошо, күп төрлө һөнәр эйәләре араһында хеҙмәт алдынғылары булып танылған замандаштарыбыҙҙың сағыу образдары — ысын мәғәнәһендә публицистиканың матур өлгөһө. Был китабы өсөн Рәмил Хәкимовҡа 1976 йылда Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев премияһы бирелеүе бер ҙә юҡҡа түгел.

Публицист һәм тәржемәсе күп йылдар РСФСР һәм СССР яҙыусылар союздарында очерк һәм публицистика, әҙәби тәржемә советтарында даими ағза булды.

Яҙыусының китаптары үрҙә телгә алынғандан тыш инглиз, испан, поляк һәм башҡа сит ил телдәренә тәржемә ителгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1976)
  • «Дружба народов» журналы лауреаты
  • «Огонёк» журналы лауреаты
  • «Комсомольская правда» гәзите лауреаты

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сердце на ладони: Стихи, поэмы. Уфа, 1963.
  • Книга о Башкирии: Очерки. Москва, 1964.
  • Здесь Азия встречается с Европой: Очерки. Уфа, 1967.
  • Голос космоса и колосьев: Стихи. Уфа, 1969.
  • Десять тостов — и все за Грузию: Очерки. Тбилиси, 1969.
  • Протуберанцы Земли: Стихи. Москва, 1970.
  • Мост: Очерки. Москва, 1973.
  • Радуга Азербайджана: Очерки. Баку, 1974.
  • Достать до себя: Поэма и стихи. Уфа, 1974.
  • На семи дорогах: Очерки. Москва, 1974.
  • Сабантуй: Очерки. Москва, 1975.
  • Радостный край: Очерки. Москва, 1975.
  • Верность времени: Стихи, поэмы, переводы. Уфа, 19682.

Тәржемәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Карим М. Улыбка: Восточная сказка, Уфа, 1962.
  • Гиляжев Х. Меч Чапая: Стихи для детей. Уфа, 1964.
  • Исянгулов Ф. Остров героев: Повесть для детей. Москва, 1968.
  • Исмагилов З. Кодаса (Свояченница): Музыкальная комедия. Либретто Б.Бикбая. Уфа, 1968.
  • Киньябулатова К. Внучка партизана: Повести для детей. Уфа, 1974.
  • Исламов Д. Дорога Москвы: Роман. Уфа, 1974.
  • Исянгулов Ф. Дубы на опушке: Повести. Москва, 1976.

Әҙип хаҡында мәҡәләләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Карим М. Пожелания идущему // Литература и жизнь. 1959. 20 дек.
  • Смеляков Я. Герои берутся за перо // Комс.правда. 1961. 7 июня.
  • Железнов П. Ряды для подвигов развернуты // Лит.газета. 1963. 11 апр.
  • Озерова И. За общую радость // Лит.газета. 1963. 2 авг.
  • Карим М. Сердце на ладони // В мире книг. 1963. № 8.
  • Шкавро Л. Хорошее знакомство // Урал. 1963. № 8.
  • Рамазанов Г. Сердечное слово о родной земле // Лит. Россия. 1966. № 27.
  • Шутов М. Лучи человечества — люди // В мире книг. 1969. № 10.
  • Краснов А. Книга о дружбе // Сов. Россия. 1969. 8 мая.
  • Поройков Ю. Башкирия, отчий край // Огонек. 1975. № 4.
  • Назиров Р. Дороги Р.Хакимова // Студенческий меридиан. 1976. № 10
  • Муссалитин В. Чувство семьи единой // Известия. 1976. 7 окт.
  • Каминский М. На семи дорогах. Радостный край // Лит .обозрение. 1976. № 1.
  • Ермолаев А. Мост // Лит.обозрение. 1976. № 6.
  • Кузьменко В. На семи дорогах // Октябрь. 1976. № 11.
  • Амиров Р. Постоянство любви // Урал. 1977. № 5.
  • Хусаинов А. Правда Рамиля Хакимова // Истоки. 2012, 13 июня.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (урыҫ.) (Тикшерелгән 25 декабрь 2016)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (урыҫ.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (урыҫ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]