Халет Чамбел
Халет Чамбел | |
төр. Halet Çambel | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 27 август 1916 |
Тыуған урыны | Берлин, Германия империяһы |
Вафат булған көнө | 12 ғинуар 2014[1] (97 йәш) |
Вафат булған урыны | Истанбул, Төркиә[2] |
Атаһы | Hasan Cemil Çambel[d] |
Хәләл ефете | Наиль Чакырхан[d] |
Һөнәр төрө | антрополог, археолог, фехтовальщик, университет уҡытыусыһы, хеттолог |
Эшмәкәрлек төрө | археология |
Эш урыны |
Саарский университет[d] Истанбул университеты[d] |
Ойошма ағзаһы | Германский археологический институт[d] |
Уҡыу йорто |
Роберт-колледж[d] Париж университеты Истанбул университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | профессор[d] |
Спорт төрө | Фехтование |
Ҡатнашыусы | Летние Олимпийские игры 1936[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Область интересов | первобытная археология[d] |
![]() |
Халет Чамбел (төр. Halet Çambel; 27 август 1916 йыл — 12 ғинуар 2014 йыл) — төрөк археологы һәм рапирасыһы. Олимпия уйындарында ҡатнашҡан беренсе мосолман ҡатын-ҡыҙ[3].
Тормош юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халет Чамбел 1916 йылдың 27 авгусында Берлинда тыуа. Атаһы Хәсән Йәмил Бәк — хәрби атташе, Мостафа Кәмал Ататөрктөң дуҫы. Әсәһе Чамбел, Рәмзиә Ханым, ул ваҡытта Германияла Ғосман империяһы илсеһе вазифаһын биләгән Бөйөк Вәзир Ибраһим Хаҡҡының ҡыҙы була.
Халет Чамбелкыҙҙар өсөн Арнавуткёй америка мәктәбендә уҡый (һуңыраҡ был мәктәп Роберт көллиәте исемен ала). Мәктәптә уҡығанда фехтование менән шөғөлләнә башлай. 1933—39 йылдарҙа Париж университетында археология өйрәнә. 1940 йылдан Истанбул университетында ассистент булып эшләй. 1944 йылда докторлыҡ дәрәжәһен ала. Ике йыл дауамында Германиялағы Саар университетында (рус.)баш. саҡырылған профессор булараҡ эшләй. 1984 йылда эмерит вазифаһын ала[4].
1936 йылғы Олимпия уйындарында рапирала Төркиә өсөн сығыш яһай[5]. Олимпия уйындарында ҡатнашҡан беренсе мосолман ҡатын-ҡыҙ тип һанала[6].
Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Истанбул университетында археология уҡытҡан немец архитекторы Хельмут Боссертта уҡый. Улар бергә беҙҙең эраға тиклем ун икенсе быуат ерлеге булған Каратепта ҡаҙыу эштәрен алып баралар, шулай уҡ ҡаҙыныуҙарҙа Бахадыр Алҡым да ҡатнаша[4].
Халет Чамбел Төркиәнең мәҙәни мираҫын һаҡлау өсөн сығыш яһай. Джейхан йылғаһындағы дамба төҙөлөшөнә ҡаршы сығыш яһай, сөнки был археология өсөн ҡиммәт территорияларҙы һыу баҫыуға килтерергә мөмкин була. Һыу баҫыуҙы булдырмаҫ өсөн, Чамбел властарҙы һыу кимәлен кәметергә кәрәклегенә күндерә ала[7].
2004 йылда Чамбел принц Клаустың Голландия премияһы менән бүләкләнә[4].
2014 йылдың 12 ғинуарында Истанбулда вафат була[8].
Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Олимпия уйындарынан ҡайтҡас, Чамбел журналист һәм архитектор Наил Чакырхан менән таныша[4]. Чамбел һәм Чакырхан 70 йылға яҡын, Наил Чакырхан вафат булғансы бергә йәшәгән.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Halet Çambel // https://pantheon.world/profile/person/Halet_Çambel
- ↑ выгрузка данных Freebase — Google.
- ↑ Halet Çambel - obituary - Telegraph
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Karatepe-Aslantaş Azatawitaya ve Halet Çanbel
- ↑ Halet Çambel Olympic Results . Архивировано 2 ноябрь 2012 года. 2012 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ New fields to conquer for Muslim sportswomen 2021 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ An archaeologist digs through her life
- ↑ Arkeolog Halet Çambel vefat etti