Халиуллин Юрий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Халиуллин Юрий Михайлович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 10 август 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Шаран районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Военно-морской инженерный институт[d]
Уҡыу йорто Высшее военно-морское инженерное училище имени В. И. Ленина[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Кемдә уҡыған Рональд Нелепин[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены

Юрий Михайлович Халиуллин — хәрби инженер-механик, ғалим, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, техник фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, контр-адмирал. В.И.Ленин исемендәге Ленинград юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһы етәксеһе, 1998—2000 йылдарҙа — Хәрби-диңгеҙ инженер институты етәксеһе. 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» (1988) һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1998) ордендары кавалеры

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Михайлович Халиуллин 1943 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ының Шаран районы Анисимова Поляна ауылында тыуа.

1950 йылда Халиуллиндар ғаиләһе Днепропетровск өлкәһенең Верхнеднепровск ҡалаһына күсеп килә.

1960 йылдан урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Юрий колхозда тракторсы булып эшләй, артабан район гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, Вольногорск ҡалаһында «Днепрометаллургстрой» тресында иретеп йәбештереүсе һәм арматурщик булып эшләй.

1962 йылда Балтик флотына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1963 йыл 2-се статья старшинаһы Ю. М. Халиуллин В И. Ленин исемендәге Ленинград Юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһына уҡырға инә (Ленинград өлкәһенең Пушкин ҡалаһы).

1968 йылда училищены отличие менән тамамлағандан һуң, лейтенант Ю. М. Халиуллин Петропавловск-Камчатский ҡалаһында урынлашҡан һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы караптар бригадаһы «Лунь» БЧ-5 ҡарауыл карабының машина-ҡаҙанлыҡ төркөмө командиры итеп тәғәйенләнә .

1969 йылда караптың электромеханик хәрби часы командиры итеп тәғәйенләнә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн өлкән лейтенант Ю. М. Халиуллинға капитан-лейтенант хәрби дәрәжәһе бирелә. Һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы караптар бигадаһының сыҙамлылығы буйынса Флагман инженер-механигының ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.

1975 йылда Н.Г. Кузнецов исемендәге Ленинград хәрби-диңгеҙ академияһының караптар төҙөү факультетын отличие менән тамамлай һәм Камчаткала электромеханика өлөшө буйынса һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы бригаданың командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Тиҙҙән Халиуллин етәкләгән бригаданың электромеханика хеҙмәте Тымыҡ океан флотында иң яҡшыһы тип таныла.

1980 йылдың февралендә 2-се ранг капитаны Халиуллин В.И. Ленин исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһы пар көстәре һәм газ турбиналары факультетының уҡыу эштәре буйынса начальник урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1982 йылдың мартынан 1987 йылдың мартына тиклем Тымыҡ океан флотында Камчатка хәрби флотилияһының техник бүлеге начальнигы була.

1987 йылда 1-се ранг капитаны Ю. М. Халиуллин Ҡара диңгеҙ флотының техник идаралығы начальнигы вазифаһына күсерелә. 1989 йылдың мартында уны ремонтлау һәм эксплуатациялау буйынса Ҡара диңгеҙ флоты командующийы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 1990—1992 йылдарҙа Ҡырым АССР-ының халыҡ депутаты булып һайлана[1].

1990 йылда Халиуллинға контр-адмирал исеме бирелә, 1991 йылдың 22 ғинуарында ул кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1992 йылда контр-адмирал Ю. М. Халиуллин В.И.Ленин исемендәге Ленинград юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһының начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1998 йылдан һуң ике юғары хәрби-диңгеҙ уҡыу йорттарын: В.И.Ленин исемендәге училищены һәм Ф.Э. Дзержинский исемендәге училищены бер хәрби-диңгеҙ инженер институтында берләштергәндән һуң Ю.М. Халиуллин ошо яңы уҡыу йортон етәкләй. 8 факультет һәм 41 кафедранан торған институт 15 һөнәр буйынса диңгеҙ офицерҙарын әҙерләүҙе тормошҡа ашыра башлай.

1997 йылдың 31 ғинуарында Ю. М. Халиуллин суднолар ремонтлау теорияһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2]. 1998 йылда уға профессор исеме бирелә.

2000 йылда Юрий Михайлович запасҡа китә. Институтта профессор булып эшләүен дауам итә, институттың идаралыҡ советын етәкләй. Бер үк ваҡытта Балтик суднолар эшләү компанияһында үҫеш буйынса генераль директорҙың урынбаҫары була. Һуңынан ФГУП «ЦНИИ суднолар төҙөү технологиялары» фәнни эштәре буйынса генераль директор урынбаҫары булып эшләй.

2005 йылдан 2009 йылға тиклем Завод «Кризо» асыҡ акционерҙар йәмғиәте оборона заводының генераль директоры була.

Әлеге ваҡытта Хәрби-Диңгеҙ инженер институтында уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген дауам итә. «Славянка» ААЙ «Санкт-Петербург»филиалында директор булып эшләй.

2015 йылдың 5 мартында Серго Орджоникидзе исемендәге Севастополь диңгеҙ заводының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы (31 мартҡа тиклем)[3].

Фәнни ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Михайлович Халиуллин караптар ремонтлау тармағының структур анализы теорияһына һәм караптарҙың физик ҡырҙары теорияһына, суднолар төҙөкләндереү ойошмаһын камиллаштырыуға ҙур өлөш индерә. Ул караптарҙың һаҡланғанлығына теоретик нигеҙ һала. Идаралыҡ структураһын камиллаштырыуҙа мөһим ғилми һөҙөмтәләр ала. Уның тарафынан ҡатмарлы бүлеү бурыстарының мәғлүмәти технологияһын хәл итеүҙең методологик нигеҙҙәре эшләнә, шулай уҡ ул судно ремонтлау потенциалын тикшереү төшөнсәләре һәм иҫәп-хисап алгоритмдары системаһын булдыра. Уның етәкселегендә үткәрелгән тикшеренеүҙәр караптың акустик ҡырҙарын өйрәнеүгә яңы алым табырға мөмкинлек бирә, һөҙөмтәле техник диагностика ысулдарын индерергә, шулай уҡ Хәрби-диңгеҙ флотында өҙлөкһөҙ техник хеҙмәтләндереү ысулын алып барырға мөмкинлек бирә.

Ю. М. Халиуллин 120-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән өс дәреслек һәм ике монография, 20-нән ашыу уйлап табыу авторы[4]. Уның етәкселегендә 8 кандидатлыҡ һәм 3 докторлыҡ диссертациялары яҡлана.

Атҡаҙанған фән эшмәкәре Ю. М. Халиуллин Санкт-Петербург инженер академияһы һәм Халыҡ-ара экология фәндәре, кеше һәм тәбиғәт хәүефһеҙлеге академияһының академигы, Санкт-Петербург диңгеҙ йыйылышы старшинаһы булып тора[5].

Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Халиуллин Ю. М., Живов В. Г., Вербовой О. И. Отечественный военно-морской флот 1917—1992 гг,/ Санкт-Петербург Военно-морской инженерный институт. 2000. 164 с.
  • Халиуллин Ю. М., Голосов А. И. Методологические основы управления алогической безопасностью производственно-хозяйственных систем / Сб. учных трудов «Управление в транспортных системах» СПб.: СПГУВК, 1995
  • Халиуллин Ю. М., Соколова Н. П., Рогов И. М., Фурчков В. А. Разработка технологии противопожарной защиты судовых конструкций. Научно-технический и производственный журнал «Судостроение» № 1,2005.
  • Халиуллин Ю. М. и др. Перспективы создания высокоэффективной огнезащиты судовых конструкций с применением терморасширяющихся составов нового поколения / Научно-технический и производственный журнал «Судостроение» № 4,2005.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» ордены
  • III дәрәжә «СССР ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
  • Миҙалдары
  • Почетлы исемле ҡорал — диңгеҙ кортик (1993, 1996).
  • Татарстан президенты М. Ш. Шаймиев исеменән бүләк ҡул сәғәте (1995)
  • III дәрәжә Изге Кенәз Даниил Московский ордены (Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Алексий II тарафынан бүләкләнә (1999 йыл).

1998 йылда Ю. М. Халиуллин Петербургтта йыл һайын үткәрелә торған «Ҡаланың билдәле һәм абруйлы кешеләре» ҡатнашыусыһының шәхси сертификатын ала, унда « Санкт-Петербург алдында шәхси ҡаҙаныштарын баһалап, әлеге сертификат менән мөхәрририәт коллегияһы Юрий Михайловичтың 1998 йылда Санкт-Петербургтың иң билдәле һәм абруйлы кешеләрҙең береһе була, тип белдерә»

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Атаһы — Михаил Халиуллин, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта һәләк була.
  • Әсәһе — Елена Ивановна, башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Ҡатыны — Татьяна Николаевна
  • Ҡыҙҙары Елена һәм Вика

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]