Эстәлеккә күсергә

Халиҡов Хәлил Мырҙайән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халиҡов Хәлил Мырҙайән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 4 март 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Базытамаҡ, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, сәнәғәт
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Халиҡов Хәлил Мырҙайән улы (рус. Халиков Халил Мирзаянович; 4 март 1939 йыл) — Рәсәй сәнәғәт, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Халиҡов Хәлил Мырҙайән улы 1939 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Баҙытамаҡ ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1969 йылда Өфө авиация институтын бөтөп сыҡҡан, уға тиклем Өфө авиация техникумында белем алған булған. 1977 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда бетонсы булып башлаған, артабан Өфө приборҙар эшләү заводында слесарь-монтажсы, слесарь-йыйыусы булып башлаған.

1961—1969 йылдарҙа Совет армияһында хеҙмәт итә.

1969—1971 йылдарҙа — Илеш районы «Сельхозтехника» бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары.

1971—1977 йылдарҙа — Илеш район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.

1977 йылдан — КПСС-тың Күмертау ҡала комитетының икенсе секретары.

1980 йылдан — Күмертау ғала Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1982—1992 йылдарҙа — БАССР-ҙың Илеш район Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1992—1995 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Илеш район Советы башҡарма комитеты рәйесе — район хакимиәте башлығы[2]..

1995—2005 йылдарҙа — «Лукойл» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төньяҡ-көнбайыш яғыулыҡ ҡойоу комплексы директоры[3].

Ижтимағи эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халиҡов Хәлил Мырҙаян улы БАССР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты булған һәм БАССР Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары, артабан Рәйесе итеп һайланған.

1990 йылда Хәлил Мырҙаян улы Илеш районы, 211-се Үрге Йәркәй һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына Вәкил палатаһы депутаты итеп һайлана[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994)[5]

Өйләнгән, ғаиләһендә ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  3. Халиков Халиль Мирзаянович(недоступная ссылка)
  4. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  5. Халиков Халиль Мирзаянович(недоступная ссылка)
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104