Хамматов Шәрифулла Хәбибулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хамматов Шәрифулла Хәбибулла улы
Тыуған көнө:

1893({{padleft:1893|4|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Лаҡлы ауылы

Подданныйлығы:

Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

22 июнь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Вафат булған урыны:

Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Үрге Ҡыйғы ауылы

Хамматов Шәрифулла Хәбибулла улы (1893—1918) — революционер. Златоуст өйәҙ халыҡ комиссариаты советының милләттәр буйынса комиссары (1918).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хамматов Шәрифулла Хәбибулла улы 1893 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) Лаҡлы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

Шәрифулла бәләкәйҙән зирәклеге менән айырылып торған, иртә уҡырға өйрәнә. Башта Лаҡлы ауылындағы «Әхмәҙиә» мәҙрәсәһендә белем ала, һуңынан Лаҡлы ир балалар өсөн рус-башҡорт земство мәктәбенә күсә. Ул бигерәк тә биология фәне менән ҡыҙыҡһына.

1915 йылда Красноуфимск ауыл хужалығы училищеһын тамамлай. Пермь губернаһы Камышлов өйәҙендә агроном булып эшләй. РСДРП ағзаһы (1914 йылдан)[2].

Көрәш юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1915 йыл аҙағында армияға алына, Златоуст ҡалаһында 39-сы Томск запас пехота полкында хеҙмәт итә. Һалдаттар араһында пропаганда эшмәкәрлеге өсөн, ҡулға алына һәм фронтҡа оҙатыла. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнаша.

1917 йылдың авгусында, һуғыштан әйләнеп ҡайтыу менән ҡыҙыл гвардиясы дружинниктар һәм крәҫтиән активистары араһында йыйылыш үткәрә. Үҙҙәренең штабын булдыралар.

1918 йылдың 1 апрелендә Советтарҙың Златоуст өйәҙ съезында Златоуст өйәҙ халыҡ комиссарҙары советының милләттәр буйынса комиссары итеп һайлана.

1918 йылдың май аҙағында Аҡ чехтар корпусы күтәрлеше барышында отряд менән етәкселек итә һәм Уржумка станцияһындағы алышта ҡатнаша.

1918 йылдың июнендә большевиктарға ҡаршы ихтилал күтәргән урындағы крәҫтиәндәр тарафынан ҡулға алына. Улар ревком штабына һөжүм итә, ҡоралһыҙландыралар.

Шәрифулла Хамматовты ҡаты туҡмайҙар. Ул баш күтәреүселәргә тәьҫир итергә маташа, әммә уның мөрәжәғәте кире ҡағыла. Уны һәм дружинниктарҙы бер байҙың һарайына бикләйҙәр. Килеп өлгөргән ҡыҙылармеецтар ғына уны үлемдән ҡотҡара. Хамматов Златоуст яғына сигенергә ҡарар итә. Ләкин төндә ул тағы ла әсирлеккә алына. Көслө конвой һағы аҫтында Үрге Ҡыйғы ауылына ебәрелә. Юл ыңғайы Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәммәт ауылында Оморҙаҡ байҙың өйөндә туҡталалар. Унда Хамматовты бик ҡаты ғазаплайҙар.

Үрге Ҡыйғы ауылында боласылар иҫ киткес ҡоторона, улар Совет власын яҡлаған һәр кемде юҡ итергә ынтыла. Законлы ғәмәл ишаратын күрһәтеп, халыҡты алдау маҡсатында, улар, йәнәһе, «тәфтиш комиссиялары» ойошторалар. Үрге Ҡыйғыла комиссия башында сауҙагәр Сәмиғулла Ғатауллин торған.

Хамматовтан йыртҡыстарса һорау алалар. Уның арҡа тиреһенән йондоҙҙар киҫәләр, танауын, ҡолағын ҡырҡалар.

Әммә йәлләдтәр уның еңеүгә ышанысын һындыра алмай. Танымаҫлыҡ булып зәғифләнгән, ҡанһыраған Шәрифулла Хамматов 1918 йылдың 22 июнь төнөнә ҡаршы Үрге Ҡыйғыла атып үлтерелә.

Шаһиттар әйтеүенсә, Хамматов дошмандарға былай тип ҡысҡырған:

Һеҙ мине үлтерәһегеҙ, әммә минең урыныма тиҫтәләгән кеше баҫасаҡ. Һеҙ Совет власын быуып ташларға теләйһегеҙ, ләкин һеҙҙеңсә килеп сыҡмаҫ

[1].

1920 йылда ғына кәүҙәһе Үрге Ҡыйғыла туғандаш ҡәберлегенә ерләнә.

1967 йылда, Октябрь революцияһының 50 йыллығын билдәләгән көндәрҙә, комиссар Шәрифулла Хамматовтың кәүҙәһен яҡташтары тыуған ауылы Лаҡлы үҙәгендәге скверҙа ерләне. Ҡәберенә обелиск ҡуйылды.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лаҡлы ауылында совет осоронда Шәрифулла Хамматов исемендәге данлыҡлы колхоз бар ине.
  • Лаҡлы ауылында уның хөрмәтенә урам аталған һәм мәҙәниәт йорто алдында обелиск ҡуйылған.
  • 1984 йылдың ғинуарында, 1994 йылда Лаҡлы мәҙәниәт йортонда Ш. Хамматовтың 90 һәм 100 йәше тантаналы билдәләнде.
  • 1991 йылдың июнь айында Лаҡлы йәмәғәтселеге Хамматов исемендәге колхоздың 60 йыллыҡ юбилейын билдәләп үтте.
  • 1958 йылда Өфө ҡалаһы Дим районы урамдарының береһенә уның исеме бирелә[1].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зия Аскатович Аминев.Октябрская социалистическая революция и гражданская война в Башкирии: 1917-1919 гг. Башкирское книжное издательство,1966,482 с.
  • Гибадуллин В. Г., Гафаров Х. А., Ахмадиев Б. Х. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.
  • Зинуров Г. Н. История села Лаклы, Уфа, 2004.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Он от земли Салаватской // Уфа-гид
  2. Окунцев Ю. Хамматов Шарифулла Хабибуллович // Златоустовская энциклопедия.