Эстәлеккә күсергә

Ханттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ханты
Үҙ атамаһы

Ханти

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 31 500 кеше
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: 30 943 (2010)[1], 28 678 (2002)[2]

Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан:429 (перепись 2009 года)[3]
Украина Украина:100 (перепись 2001 года)[4]
Беларусь Беларусь:14 (2009 й.)[5] Латвия Латвия:5 (баһалама 2021)[6]

Тел

Ханты теле, рус

Дин

шаманизм, анимизм, православие

Раса тибы

субурал тибы

Халыҡ

Фин-уғыр халыҡтары

Туғандаш халыҡтар

манси, венгрҙар

Остяк (хант) Томскиҙа, 2006 йыл.

Ханты (үҙатамаһы — ханти, хандэ, кантэк, ас хоят; рус.  иҫкесә «остяки́») — Көнбайыш Себерҙең төньяғында, башлыса Ханты-Манси автономиялы округы — Юграла йәшәүсе аҙ һанлы урындағы фин-уғыр халҡы. Ас хоят атамаһы Обь кешеһе тигәнде аңлата.

Хантэ атамаһы кеше тигәнде аңлата. Урыҫ телендә был халыҡ вәкилдәрен билдәләү өсөн: мн. ч. ханты (склоняемый була); ед. ч. хантыйка (ж. род) шулай уҡ ханты (несклоняемый) ир-егетте йәки ҡатын-ҡыҙҙы билдәләү өсөн. Хантыйский сифаты һәм (үҙгәрмәй) ханты[7].

Һаны һәм таралып йәшәүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Томск һәм Төмән өлкәләрендә (Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Ханты-Манси автономиялы округы менән бергә) ханттар өлөшө 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса %-тарҙа.
Ханттарҙың Урал федераль округының ҡала һәм ауыл биләмәләрендә урынлашыуы проценттарҙа, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән.
Ханттар Нумто күле янындағы чум алдында.

Ханттар өс этнографик төркөмгә айырыла: төньяҡ, көньяҡ һәм көнсығыш; көньяҡ (Иртыш йылғаһы буйы) ханттар урыҫ һәм татар халҡы менән ҡатнашҡан[8]. Брокгауз менән Ефрондың XIX быуат аҙағында — XX быуат башында нәшер ителгән энциклопедик һүҙлеге, остяк (ханттар) халҡын түбәндәгесә билдәләгән —

Обь, Иртыш һәм уларҙың ҡушылдыҡтары (Конда, Васюган һ. б.) буйлап, Тубыл губернаһында һәм Томск губернаһының Нарым округында йәшәгән уғыр-фин ҡәбиләһе. Өс төркөмгә бүленә: төньяҡ остяктар — Березовка округында, көнсығыш — Сорғот һәм Нарым (Васюган йылғаһы буйлап) һәм көньяҡ-көнбайыш йәки Иртыш — Тубыл округының төньяҡ өлөшөндә, Обь, Иртыш, Конда йылғалары ярҙары буйлап һ. б.[9]

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә ханттар һаны 28 678 кеше тәшкил итә, шуларҙың 59,7 % — Ханты-Манси округында, 30,5 % — Ямал-Ненец округында, 3,0 % — Томск өлкәһендә, 3,0 % — Ханты-Манси автономиялы округы һәм Ямал-Ненец автономиялы округынан тыш Төмән өлкәһендә, 0,3 % Коми Республикаһында йәшәй. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ханттар һаны 30 943 кешегә тиклем артты, шуларҙың 61,6 % Ханты-Манси округында, 30,7 % — Ямал-Ненец округында, 2,3 % — Төмән өлкәһендә Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Ямал-Манси автономиялы округынан тыш, 2,3 % — Томск өлкәһендә, 1,4 % — Новосибирск өлкәһендә йәшәй.

Халыҡ иҫәбен алыу буйынса ханты халҡының һан яғынан үҫеш динамикаһы
1926[10] 1939[11] 1959[12] 1970[13] 1979[14] 1989[15] 2002[2] 2010[16]
22,306 18,468 19,410 21,138 20,934 22,521 28,678 30,943
Ханттар Обь йылғаһы буйында.

Ханттарҙың ата-бабалары көньяҡтан Обь түбәнге ағымына үтеп инеп, хәҙерге Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарының көньяҡ райондарына күсеп ултырған, ә I мең йыллыҡ аҙағында аборигендарҙың һәм ситтән килгән уғыр ҡәбиләләренең ҡушылыуы һөҙөмтәһендә ханттарҙың этногенезы (полуй-тамаҡ мәҙәниәте) башланған[17].

Ханттар үҙҙәрен күбеһенсә йылға буйынса атаған, мәҫәлән, Kondikhou ï = «Конда кешеләре», As-jah = «Обь халҡы», һуңғыһынан, башҡа тикшеренеүселәрҙең фекеренсә, урыҫтарҙың остяки тигәнен татарҙарҙан алған булыуы мөмкин: «үштәк» = варвар[17]. Самодийҙар (самоеды) (ненец, энец, нгансан, селькуптар һәм революцияға тиклемге Рәсәйҙә юғалған саян самодийҙарының дөйөм атамаһы) ханттарҙы яран йәки ярган тип атаған[9] (иртыш-ханти теленә яҡын һүҙ — «сит кеше»)[17].

Традицион кәсептәре — балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ һәм болан үрсетеү. Традицион дин — шаманлыҡ һәм православие (XVI быуаттан алып).

Урал расаһына ҡарай[18].

Аҫ (горностай) тотоусы остяк. И. Г. Георгиҙың "Рәсәй дәүләтендә йәшәгән халыҡтар тасуирламаһы"нан һүрәт (1781)

Брокгауз менән Ефрондың энциклопедик һүҙлеге ханттарҙы түбәндәгесә тасуирлай[9]:

Остяктар кәүҙә төҙөлөшө буйынса уртаса, хатта уртаса буйлынан түбәнерәк (156—160 см), ҡара йәки ҡуңыр йөҙлө (һирәкләп аҡ тирелеләр), ғәҙәттә төҙ, оҙон сәсле (таратылып, йәки үрелеп йөрөтәләр), ҡара күҙле, һирәк һаҡаллы, тән тиреһе ҡуңыр төҫтә, яҫы йөҙлө һәм сығыңҡы яңаҡлы, ҡалыныраҡ иренле һәм төптән батынҡыраҡ, осо киңерәк һәм өҫкә ҡараған танаулы. Ғөмүмән, бындай тип бер аҙ монголдарҙы хәтерләтә, әммә күҙ киҫелеше дөрөҫ һәм баш һөйәге йышыраҡ осраҡта тар һәм оҙонса (долихо- йәки субдолихоцефальный). Быларҙың барыһы ла остяктарға айырым йоғонто яһай, һәм ҡайһы берәүҙәр уларҙа Европаның бер өлөшөндә йәшәгән үҙенә бер төрлө боронғо раса халҡы һыҙаттарын күрергә әҙер. Ҡатын-ҡыҙҙар бәләкәй буйлы һәм, ир-егеттәргә ҡарағанда, күберәк дәрәжәлә монголға оҡшаш.

Ханты (манси кеүек үк) түбәндәге билдәләр комплексы менән ҡылыҡһырлана:

  • ҡыҫҡа буй (ир-егеттәр өсөн уртаса 160 сантиметрҙан кәмерәк),
  • дөйөм грациллек (төҙөлөштөң миниатюрлығы),
  • киң булмаған баш, формаһы буйынса мезо- йәки долихокефаль һәм бейеклеге буйынса тәпәш,
  • йомшаҡ ҡара йәки аҡ тура сәс,
  • ҡара-ҡуңыр йәки ҡатнаш төҫтәге күҙ,
  • йәш түмһәләген (бугорок) ҡаплай биргән төркөмдәр буйынса алмашыныусан процентлы күҙ ҡабаҡтарының монгол һыры (складки) (эпикантус),
  • уртаса бейеклектәге, һиҙелерлек яҫы һәм яңаҡлы бит,
  • аҙ йәки уртаса сығып торған, киңлеге буйынса уртаса, башлыса ҡыры тура йәки бөгөлгән, осо һәм төбө күтәренке танау.
  • һаҡал-мыйыҡ үҫеше кәмерәк дәрәжәлә,
  • сағыштырмаса киң ауыҙ,
  • ирендәре ҙур булмаған ҡалынлыҡта,
  • уртаса сығып тороусы йәки артҡараҡ китеүсе эйәк[19].

Ханттарҙа беренсе урынды Y-хромосомалы N1c1-Tat һәм N1b-P43 гаплотөркөм биләй — 38,3 %. Артабан Y-хромосомалы R1b (19,1 %) һәм R1a (4,3 %) гаплотөркөмдәр килә[20]. В. Н. Харьковтың мәғлүмәттәре буйынса, ханттар һәм мансиҙарҙа (йыйылма алғанда) N1b (Y-ДНК) йәғни Y-хромосомалы N1b-P43 гаплотөркөм күпселекте тәшкил итә, 1-се урында — 57 %. Артабан икенсе урында Q1a3 гаплотөркөмө — 21 %. Унан R1a гаплотөркөмө — 14 % килә, N1c1-Tat — 7,1 %, R1b — 0,9 гаплотөркөмдәре килә[21].

Ханти теле (иҫкесә остяк теле) манси һәм венгр телдәре менән бергә Урал телдәре ғаиләһенең уғыр төркөмөн тәшкил итә. Ханти теле үҙенең ғәҙәти булмаған диалект бүленеше менән билдәле, шуның менән бәйле көнбайыш төркөмө — обдор, об буйы һәм иртыш буйы һөйләштәре һәм көнсығыш төркөмө — сорғот һәм вах-васюган һөйләштәре айырыла, улар, үҙ сиратына, 13 диалектҡа бүленә[22].

XIX быуаттан алып остяк (ханти) теле буйынса етди тикшеренеүҙәр алып барыла. Мәҫәлән, 1849 йылда А. М. Кастрен ханти телене ҡыҫҡаса грамматикаһын һәм һүҙлеген сығара, ә 1926 йылда - Паасонендың һүҙлеге донъя күрә[23]. 1931 йылда П.Е. Хатанзеевтың остяк әлифбаһы («Hanti knijga») донъя күрә, әммә уны төҙөгәндә бер нисә хата ебәрелә, атап әйткәндә, диалектты дөрөҫ һайламау, транскрипцияның нигеҙһеҙ принциптары һәм методик хаталар арҡаһында әлифба киң таралыу алмай. Шул уҡ йылда СССР Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы Төньяҡ халыҡтары институтының ғилми-тикшеренеү ассоциацияһы остяк алфавиттың яҡынса проектын эшләй, ә 1933 йылда казым диалектына нигеҙләнгән остяк әлифбаһы сығарыла[24]. 1950 йылда Алыҫ Төньяҡ халыҡтарының әҙәби телдәрен үҫтереү мәсьәләләренә арналған Бөтә Союз кәңәшмәһендә тағы ла өс ханти: вахов, сорғот һәм шурышҡар диалекттары буйынса яҙма булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.[25].

Когалымда «Болансылар көнө» байрамы, 2010 йыл.

1957 йылдың 1 ноябрендә Ханты-Манси автономиялы округында ханти телендә «Ленин пант хуват» («Ленин юлынан») исемле тәүге гәзит донъя күрә[26]. 1991 йылда ул хантының «Ханты ясанг»на һәм мансиҙың «Луима сэрипос» гәзиттәренә айырыла. Ханты телендә шулай уҡ «Лух авт» гәзите сыға.

1989 йылдың 10 авгусында «Юграны ҡотҡарыу» йәмәғәт ойошмаһы булдырыла. Уның төп бурыстарының береһе - Ханты-Манси автономиялы округының аҙ һанлы төп халыҡтарын туплау, шул иҫәптән ханттарҙың, мансиҙарҙың һәм ненецтарҙың этник үҙенсәлеген, йәшәү рәүешен, мәҙәниәтен һаҡлау[27].

H-Ural этно-рок төркөмө 2009 йылдан алып ханти теленең шурышкар, казы һәм урта обь диалекттарында йырҙар башҡара. «Эмигрант шәүләһе» этно-рок төркөмө ханти теленең пим диалектында (көнсығыш ханты) йырҙар башҡара.

Элек ханттарҙа һауала күмеү йолаһы булған.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2020 йыл 30 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Всероссийская перепись населения 2002 года. Дата обращения: 24 декабрь 2009. 2008 йыл 2 февраль архивланған.
  3. Агентство Республики Казахстан по статистике. Перепись 2009. 2012 йыл 1 май архивланған. (Национальный состав населения 2011 йыл 11 май архивланған.)
  4. &n_page=5 Всеукраинская перепись населения 2001 года. Распределение населения по национальности и родному языку. Государственный комитет статистики Украины.
  5. Перепись населения Республики Беларусь 2009 года. НАСЕЛЕНИЕ ПО НАЦИОНАЛЬНОСТИ И РОДНОМУ ЯЗЫКУ. belstat.gov.by. Дата обращения: 16 октябрь 2011. Архивировано 3 февраль 2012 года. 2010 йыл 18 сентябрь архивланған.
  6. Распределение населения ЛР по национальному составу и государственной принадлежности на 01.01.2021. (латыш.)
  7. Ожегов С. И. Словарь русского языка: 70 0002 слов / Под ред. Н. Ю. Шведовой. — 23-е изд., испр. — М.: Рус. яз., 1991. — 917 с. — ISBN 5-200-01088-8.
  8. Ханты. БСЭ.
  9. 9,0 9,1 9,2 Остяки. Брокгауз-Ефрон.
  10. Всесоюзная перепись населения 1926 года.Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Дата обращения: 10 ғинуар 2011.
  11. Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Дата обращения: 10 ғинуар 2011.
  12. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Дата обращения: 10 ғинуар 2011.
  13. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Дата обращения: 10 ғинуар 2011.
  14. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Дата обращения: 10 ғинуар 2011.
  15. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Дата обращения: 10 ғинуар 2011.
  16. Всероссийская перепись населения 2010 г. Национальный состав населения Российской Федерации. «Демоскоп». Дата обращения: 21 апрель 2012.
  17. 17,0 17,1 17,2 Владимир Вольфович Богуславский. Славянская энциклопедия: XVII век в 2-х томах. Н-Я. — Olma Media Group, 2004. — Т. 2. — С. 557. — ISBN 5224036607, 9785224036608.
  18. Лев Миронович Минц. Большая энциклопедия народов. — Olma Media Group, 2007. — Т. 2. — С. 556. — ISBN 5373010537, 9785373010535.
  19. Г. А. Аксянова. Итоги расогенетических исследований обских угров // Вестник Томского государственного университета. — 2008. — № 3(4). — C. 21
  20. Архивированная копия. Дата обращения: 8 май 2009. Архивировано из оригинала 20 июль 2011 года. 2011 йыл 20 июль архивланған.
  21. Харьков В. Н. Структура и филогеография генофонда коренного населения Сибири по маркерам Y-хромосомы. Томск, 2012
  22. Хантыйский язык. БСЭ.
  23. ОСТЯЦКИЙ ЯЗЫК, ФЭБ "Русская литература и фольклор".
  24. ОСТЯЦКАЯ ЛИТЕРАТУРА, ФЭБ "Русская литература и фольклор".
  25. Н.И. Терешкин. Хантыйский язык // Языки народов СССР: в 5-ти томах. Финно-угорские и самодийские языки. — М: Наука, 1966. — Т. 3. — С. 320—321.
  26. Объединённая редакция национальных газет "Ханты ясанг" и "Луима сэрипос". www.admhmao.ru. Дата обращения: 21 февраль 2011. Архивировано из оригинала 19 март 2011 года. 2011 йыл 19 март архивланған.
  27. Общественная организация "Спасение Югры". www.admhmao.ru. Дата обращения: 20 февраль 2011. Архивировано из оригинала 10 февраль 2011 года.

Ҡалып:Коренные малочисленные народы России Ҡалып:Народы России Ҡалып:Финно-угорские племена