Харрасов Шәйхи Фәтҡулла улы
Уҡыу көйләүҙәре
Харрасов Шәйхи Фәтҡулла улы | |||
| |||
---|---|---|---|
1 апрель 1929 йыл — 14 август 1930 йыл | |||
Алдан килеүсе: | Абдулов Шакир Ғәфиәт улы | ||
Дауамсы: | Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы | ||
Тыуған: | 25 май 1898 (13 май 1898) Балҡан руднигы ҡасабаһы, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы | ||
Үлгән: | билдәһеҙ ? | ||
Партия: | ВКП(б) |
Харрасов Шәйхи Фәтҡулла улы (1898—?) — СССР-ҙың дәүләт хеҙмәткәре. 1929—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының эске эштәр халыҡ комиссары.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1898 йылда Ырымбур губернаһы Балҡан руднигы ҡасабаһында тыуған.
1919—1921 йылдарҙа Троицк—Орск тимер юлында эшләй.
1922—1924 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Хеҙмәт халыҡ комиссариаты инспекторы була.
1926 йылдан 1928 йылға тиклем Өфө ҡалаһы хеҙмәт биржаһы мөдире була.
1928 йылдан 1929 йылдың 1 апреленә тиклем Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй. Һуңынан, 1929 йылдың 1 апреленән 1930 йылдың 14 авгусына тиклем — Башҡорт АССР-ның эске эштәр буйынса халыҡ комиссары.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.