Эстәлеккә күсергә

Хауккаваара — Пеконлахти тар тимер юлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хауккаваара — Пеконлахти тар тимер юлы
Нигеҙләү датаһы 15 (27) декабрь 1898
Рәсем
Дәүләт  Финляндия
 Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Хийтольское сельское поселение[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1927
Ширина колеи 750 мм[d]
Оҙонлоҡ 7300 метр
Ошо юлдың картаһы
Карта
 Хауккаваара — Пеконлахти тар тимер юлы Викимилектә

Хауккаваара — Пеконлахти тар тимер юлы(фин. Haukkavaara–Pekonlahti-rata) — рельстары араһы 750 мм булған тимер юлы, 1898-1927 йылдарҙа Хийтол (хәҙер Хийтол ауыл биләмәһе, Лахденпохский районы Карелия Республикаһы) биҫтәһе территорияһынан килгән юл. Был юл башлыса Пеконлахти урман бысыу заводынан әҙер продукцияны тейәү һәм киң аралы тимер юлына ташыу өсөн ҡулланылған, әммә был юлда 1918 йылға тиклем пассажирҙар хәрәкәте лә эшләгән.

1865 йылда Пеконлахти ҡултығы янында, Хийтол биҫтәһе территорияһында, ағас бысыу заводы төҙөлгән, завод «Тиханов һәм улдары» Выборг сауҙа йортона ҡараған була. Был завод үҙ заманының иң алдынғы технологиялары буйынса төҙөлгән була — заводта бөтә станоктарҙы һәм механизмдарҙы хәрәкәткә килтереүсе пар машинаһы ҡуйыла. 1897 йылда заводты Oy Puutavara Viipurin компанияһы һатып ала. Бынан биш йыл алда асылған Антреа — Сортавала тимер юлында 1998 йылдың 15 декабрендә Хауккаваар станцияһы булдырыла, ләкин завод территорияһына тиклем киң тимер юлын төҙөргә был үҙенсәлекле территорияла кәрәкле шарттар булмай (юл радиусы бәләкәй кәкерелек буйынса барғанлыҡтан, трассала киң тимер юлы буйынса хәрәкәт итеүсе составтар йөрөй алмаған), шунлыҡтан тар колеялы тимер юл төҙөлә. Ул тимер юл буйынса заводтан киң тимер юлына эшкәртелгән продукция сығарыла һәм Выборгҡа ебәрелә. Шулай уҡ тар тимер юлы барлыҡҡа килеү менән Хауккавааранан верфтағы пристанға тиклем пассажирҙар хәрәкәте булдырыла, верфь пристанынан пассажирҙар Санкт-Петербург — Кексгольм — Сердоболь маршруты буйынса йөрөгән пароходтарға ултырып йөрөгән. 1910 йылда юл һәм завод Ahlstrom[1] компанияһы ҡулы аҫтына эләгә.

Октябрь революцияһынан һуң һәм Финляндия бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, был юл бөлә, ҡаҡшай башлай: Петроградтан йөрөүсе берҙән-бер пароход хәрәкәтен туҡтата, тимәк, пассажирҙар хәрәкәте лә туҡтатыла, Рәсәй территорияһына ағас сығарыу күләме лә кәмей. Шуға ҡарамаҫтан, тар тимер юлы эшләүен дауам итә; 1925 йылда юлдың оҙонлоғо 15 километр 600 метр тәшкил итә, унда 100-ҙән ашыу берәмек хәрәкәт составы ғәмәлдә тора. 1927 йылда илдәге иҡтисади хәл заводты тар тимер юлын ҡулланыуҙан баш тартырға мәжбүр итә, һәм юл, кәрәкһеҙ табылғанлыҡтан, һүтеп алына. Бындағы ике паровоздың береһе Тар тимер юлындағы Ляскельский ҡағыҙ заводына тапшырыла[1].

Беҙҙең көндәргә тиклем тар тимер юлы өйөмдәренең бер өлөшө генә һаҡланып ҡалған[1].

1923 йылда Хауккаваара күсереп тейәү станцияһы схемаһы һәм Хауккаваара 1930-сы йылдар картаһында

Тар тимер юлы Хауккаваара киң тимер юлы станция яғынан башланып киткән була, унда иң ҙур булған бер юлдан икенсеһенә күсереп тейәү станцияһы йыһазландырылған булған, ошо йыһаздар ике төрлө киңлектәге юлда торған вагондарҙан, йөктәрҙе келәттәргә һалмайынса, бебереһенә туранан-тура йөктәрҙе күсереү мөмкинлеген биргән, был йөк хәрәкәте тиҙлеген арттырған, әммә хәүефле ысул булған. Шулай уҡ станцияла пассажирҙар платформаһы була, уға айырым юл алып барған[1].

Артабан бер юллы тар тимер юлы көньяҡ-көнсығышҡа табан Хийтол автомобилдәр юлдары менән киҫешкән урынға тиклем Хийтолға сығып, тауҙы көньяҡтан урап үткән һәм көньяҡ-көнсығыш йүнәлештәге Кивиккой йылғаһы яры буйлап төньяҡ-көнбайыштағы Расинселькя ҡултығы ярына тиклем барған. Был урында ағас эшкәртеүсе завод һәм верфь торған. Юл Пеконлахти ҡултығы ярынан төньяҡ-көнбайышҡа табан тармаҡтарға бүленгән. Пеконлахтиҙа өс тауар келәте урынлашҡан, ә верфь территорияһында пассажирҙар порты эшләгән. Был араның оҙонлоғо 7 километр 300 метр тәшкил итә. Тимер юлының бер нисә урынында радиусы бәләкәй боролошло кәкрелеге рельефтың ҡатмарлы булыуы арҡаһында килеп сыҡҡан[1].

Локомотив паркы Диксон америка компанияһы етештергән ике тар тимер юлы паровозынан торған. Шулай уҡ юлда йөҙгә яҡын йөк вагондары[1] һәм бер нисә пассажирҙар вагоны булған[2].

Хауккаваара станцияһында йөк күсереү платформалары
Пеконлахти заводы территорияһындағы юлдарҙың үҫеше
Пеконлахти тар тимер юлындағы паровоз.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Верёвкин Д. Вокзалы и станции ветки Выборг — Хийтола — Сортавала. 176 км. Terijoki.spb.ru (23 май 2018). Дата обращения: 7 ноябрь 2020.
  2. Haukkavaara: Tarkempi kuvaus. Hiitola.fi (31 май 2001). Дата обращения: 7 ноябрь 2020.
  • Iltanen J. Radan varrella. Suomen rautatieliikennepaikat. — Helsinki: Karttakeskus, 2009. — 432 с. — ISBN 978-951-593-214-3. (фин.)