Хорватияла дин
Хорватияла дин. Хорватияла иң таралған дин булып католицизм һанала, дөйөм халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йылда үҙен католик тип 3 697 143 кеше йәки илдең дөйөм халыҡ һанының 86,28 % һанай[1]. Хррват католиктарының латин обрядына, грек католиктары тип үҙен 6 219 кеше (0,14 %) күрһәткән.
Дин әҙселеге — православие (нигеҙҙә, этник сербтар), мосолман, протестанттар (адвентист, баптист, методист, кальвинист, лютерандар, пятидесятник һ. б.), Йәһүә шаһиттары, йәһүҙиҙәр. Атеистар һәм агностиктар 195 893 кеше (5,57 %) иҫәпләнә.
Дөйөм мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Католик сиркәүе үҙ эсенә 4 митрополияны, бер архиепархия һәм 9 епархияны (уларҙың береһе византия обрядына ҡарай) ала. Хорватия примасы Загреб архиепархия-митрополияһын етәкләй. Әлеге ваҡытта Хорватия примасы — кардинал Йосип Бозанич. Сплит-Макарск архиепархия-митрополияһы үҙ эсенә шулай уҡ күрше Черногорияның Котор епархияһын үҙ эсенә ала.
Берҙән-бер грек католиктары епархияһының үҙәге Крижевцы ҡалаһында урынлашҡан һәм Хорват грек католиктары сиркәүен тәшкил итә, уның юрисдикцияһы Босния һәм Герцеговинаның мәхәлләләренә тарала.
Хорватияның күпселек православие мәхәлләләре Загреб-Любляна митрополияһының Сербия православие сиркәүенә ҡарай.
Илдең Конституцияһы дин тотоу иркен гарантиялаған. Илдә католик сиркәүе дәүләт статусына эйә түгел, әммә де-факто дәүләт тарафынан төрлө өҫтөнлөктәр менән файҙалана, йәмәғәт финанслауы менән ҡуллана. Дәүләт мәктәптәрендә дин дәрестәре бар, әммә уларға йөрөү мотлаҡ түгел.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хорват бойондороҡһоҙ дәүләте иң тәүге осоронан алып (IX быуат) латин Көнбайыш илдәре менән тығыҙ бәйле булған. Хорват короле Томислав I батшалығы ваҡытында ике сплит сиркәү соборы ойошторола, славян телдәрендә ғибәҙәт ҡылыу мәсьәләһен хәл иткәндәр. Ҡарар латин файҙаһына сығарылһа ла, ғибәҙәт ҡылыу латин һәм рим телендә йәнәш алып барылған.
Бөйөк сиркәү тарҡалыуынан һуң, Византия менән сәйәси бәйләнеше тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, хорват сиркәүе Рим епископы менән дә аралашыуҙы һаҡлай. Бойондороҡһоҙлоҡто юғалтҡандан һуң, хорват сиркәүе тәүҙә Венгрия короллеге, ә һуңынан Австро-Венгрия составында үҙаллылыҡ менән ҡуллана. 1687 йылда хорват парламенты рәсми рәүештә изге Иосифты илде ҡурсалаусы тип таный.
Австро-Венгрия тарҡалыуынан һуң Хорватия Югославия составына инә, унда милләт-ара католик хорваттар, православ сербтар һәм Босния мосолмандары араһындағы насар мөнәсәбәттәр дини ыҙғыштар менән ҡатмарлаша. Һуңғылары булып Хорватиялағы һуғыш һәм Босния һуғышы тора.Һуғыш ваҡытында күп католик һәм православие ғибәҙәтханалары емерелә. Ҡасаҡтар күплеге (Хорватиянан сербтар, Босния һәм Герцеговинанан хорваттар) этно-конфессиональ һүрәтләнештең ҡырҡа үҙгәреүенә килтерә.
2011 йылғы иҫәп алыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылғы иҫәп алыу буйынса Хорватияла дин[1]:
Абсолют һандарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаны | Католиктар | Православие | Протестанттар | Башҡа христиандар |
Мосолмандар | Йәһүдтәр | Көнсығыш диндәр |
Башҡа диндәр |
Агностиктар | Атеистар, динһеҙҙәр |
Күрһәтелмәгән | Билдәһеҙ | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Хорваттар | 3 874 321 | 3 599 038 | 16 647 | 8 042 | 10 502 | 9 647 | 231 | 1 969 | 1 924 | 27 076 | 124 811 | 69 789 | 4 645 |
Албандар | 17 513 | 7 109 | 2 | 2 | 13 | 9 594 | - | 2 | 22 | 43 | 273 | 414 | 39 |
Австрия | 297 | 206 | 1 | 6 | 9 | 3 | 2 | 3 | - | 4 | 37 | 26 | - |
Боснийҙар | 31 479 | 317 | 293 | 16 | 23 | 27 959 | - | 5 | 14 | 308 | 1 613 | 904 | 27 |
Болгарҙар | 350 | 81 | 158 | 9 | 8 | 2 | - | 2 | 2 | 9 | 63 | 14 | 2 |
Черногорҙар | 4 517 | 379 | 1 822 | 21 | 36 | 159 | - | 9 | 14 | 266 | 1 459 | 347 | 5 |
Чехтар | 9 641 | 8 521 | 12 | 242 | 35 | 1 | - | 8 | 5 | 92 | 445 | 243 | 37 |
Венгрҙар | 14 048 | 9 396 | 78 | 3 344 | 205 | - | 2 | 6 | 8 | 83 | 522 | 356 | 48 |
Македондар | 4 138 | 494 | 2 401 | 33 | 51 | 217 | - | 7 | 6 | 98 | 591 | 231 | 9 |
Немецтар | 2 965 | 1 847 | 22 | 494 | 46 | 5 | 1 | 6 | 9 | 45 | 319 | 161 | 10 |
Поляктар | 672 | 585 | 6 | 3 | 3 | - | - | - | 1 | 8 | 34 | 29 | 3 |
Сиғандар | 16 975 | 8 299 | 2 381 | 62 | 177 | 5 039 | - | 2 | 124 | 25 | 255 | 414 | 197 |
Румындар | 435 | 186 | 147 | 14 | 31 | - | - | 1 | 1 | 2 | 29 | 22 | 2 |
Рустар | 1 279 | 209 | 729 | 10 | 21 | 9 | - | 6 | 3 | 32 | 162 | 97 | 1 |
Русиндар | 1 936 | 1 692 | 89 | 11 | 25 | - | - | - | - | 18 | 75 | 25 | 1 |
Словактар | 4 753 | 3 159 | 12 | 1 242 | 38 | - | - | 3 | 1 | 27 | 134 | 120 | 17 |
Словендар | 10.517 | 8 081 | 37 | 81 | 68 | 9 | - | 6 | 8 | 245 | 1 469 | 473 | 40 |
Сербтар | 186 633 | 2 391 | 159 530 | 350 | 657 | 24 | 6 | 72 | 56 | 2 099 | 17 385 | 3 896 | 167 |
Итальяндар | 17 807 | 15 083 | 26 | 26 | 57 | 6 | 3 | 25 | 17 | 233 | 1 579 | 682 | 70 |
Төрөктәр | 367 | 5 | - | - | - | 343 | - | - | - | 1 | 11 | 6 | 1 |
Украиндар | 1 878 | 1 339 | 341 | 6 | 14 | - | - | 2 | 1 | 18 | 87 | 68 | 2 |
Молдавандар | 29 | 4 | 11 | - | 1 | - | - | - | 1 | 2 | 6 | 4 | - |
Йәһүдтәр | 509 | 14 | 3 | 1 | 3 | - | 266 | 2 | 2 | 30 | 147 | 39 | 2 |
Башҡалар | 8.052 | 1 913 | 816 | 451 | 156 | 2 361 | 10 | 272 | 83 | 169 | 1 142 | 642 | 37 |
Хорватияның дөйөм халҡы |
4 284 889 | 3 697 143 | 190 143 | 14 653 | 12 961 | 62 977 | 536 | 2 550 | 2 555 | 32 518 | 163 375 | 93 018 | 12 460 |
Проценттарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаны | Католиктар | Православие | Протестанттар | Башҡа христиандар |
Мосолмандар | Йәһүдтәр | Көнсығыш диндәр |
Башҡа диндәр |
Агностиктар | Атеистар, динһеҙҙәр |
Күрһәтелмәгән | Билдәһеҙ | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Хорваттар | 3 874 321 | 92,9 % | 0,4 % | 0,2 % | 0,3 % | 0,2 % | 0,0 % | 0,1 % | 0,0 % | 0,7 % | 3,2 % | 1,8 % | 0,1 % |
Албандар | 17 513 | 40,6 % | 0,0 % | 0,0 % | 0,1 % | 54,8 % | 0,0 % | 0,1 % | 0,2 % | 1,6 % | 2,4 % | 0,2 % | |
Австрия | 297 | 69,4 % | 0,3 % | 2,0 % | 3,0 % | 1,0 % | 0,7 % | 1,0 % | 1,3 % | 12,5 % | 8,8 % | ||
Боснийҙар | 31 479 | 1,0 % | 0,9 % | 0,1 % | 0,1 % | 88,8 % | 0,0 % | 0,0 % | 1,0 % | 5,1 % | 2,9 % | 0,1 % | |
Болгарҙар | 350 | 23,1 % | 45,1 % | 2,6 % | 2,3 % | 0,6 % | 0,6 % | 0,6 % | 2,6 % | 18,0 % | 4,0 % | 0,6 % | |
Черногорҙар | 4 517 | 8,4 % | 40,3 % | 0,5 % | 0,8 % | 3,5 % | 0,2 % | 0,3 % | 5,9 % | 32,3 % | 7,7 % | 0,1 % | |
Чехтар | 9 641 | 88,4 % | 0,1 % | 2,5 % | 0,4 % | 0,0 % | 0,1 % | 0,1 % | 1,0 % | 4,6 % | 2,5 % | 0,4 % | |
Венгрҙар | 14 048 | 66,9 % | 0,6 % | 23,8 % | 1,5 % | 0,0 % | 0,0 % | 0,1 % | 0,6 % | 3,7 % | 2,5 % | 0,3 % | |
Македондар | 4 138 | 11,9 % | 58,0 % | 0,8 % | 1,2 % | 5,2 % | 0,2 % | 0,1 % | 2,4 % | 14,3 % | 5,6 % | 0,2 % | |
Немецтар | 2 965 | 62,3 % | 0,7 % | 16,7 % | 1,6 % | 0,2 % | 0,0 % | 0,2 % | 0,3 % | 1,5 % | 10,8 % | 5,4 % | 0,3 % |
Поляктар | 672 | 87,1 % | 0,9 % | 0,4 % | 0,4 % | 0,1 % | 1,2 % | 5,1 % | 4,3 % | 0,4 % | |||
Сиғандар | 16 975 | 48,9 % | 14,0 % | 0,4 % | 1,0 % | 29,7 % | 0,0 % | 0,7 % | 0,1 % | 1,5 % | 2,4 % | 1,2 % | |
Румындар | 435 | 42,8 % | 33,8 % | 3,2 % | 7,1 % | 0,2 % | 0,2 % | 0,5 % | 6,7 % | 5,1 % | 0,5 % | ||
Рустар | 1 279 | 16,3 % | 57,0 % | 0,8 % | 1,6 % | 0,7 % | 0,5 % | 0,2 % | 2,5 % | 12,7 % | 7,6 % | 0,1 % | |
Русиндар | 1 936 | 87,4 % | 4,6 % | 0,6 % | 1,3 % | 0,9 % | 3,9 % | 1,3 % | 0,1 % | ||||
Словактар | 4 753 | 66,5 % | 0,3 % | 26,1 % | 0,8 % | 0,1 % | 0,0 % | 0,6 % | 2,8 % | 2,5 % | 0,4 % | ||
Словендар | 10 517 | 76,8 % | 0,4 % | 0,8 % | 0,6 % | 0,1 % | 0,1 % | 0,1 % | 2,3 % | 14,0 % | 4,5 % | 0,4 % | |
Сербтар | 186 633 | 1,3 % | 85,5 % | 0,2 % | 0,4 % | 0,0 % | 0,0 % | 0,0 % | 0,0 % | 1,1 % | 9,3 % | 2,1 % | 0,1 % |
Итальяндар | 17 807 | 84,7 % | 0,1 % | 0,1 % | 0,3 % | 0,0 % | 0,0 % | 0,1 % | 0,1 % | 1,3 % | 8,9 % | 3,8 % | 0,4 % |
Төрөктәр | 367 | 1,4 % | 93,5 % | 0,3 % | 3,0 % | 1,6 % | 0,3 % | ||||||
Украиндар | 1 878 | 71,3 % | 18,2 % | 0,3 % | 0,7 % | 0,1 % | 0,1 % | 1,0 % | 4,6 % | 3,6 % | 0,1 % | ||
Молдавандар | 29 | 13,8 % | 37,9 % | 3,4 % | 3,4 % | 6,9 % | 20,7 % | 13,8 % | |||||
Йәһүдтәр | 509 | 2,8 % | 0,6 % | 0,2 % | 0,6 % | 52,3 % | 0,4 % | 0,4 % | 5,9 % | 28,9 % | 7,7 % | 0,4 % | |
Башҡалар | 8 052 | 23,8 % | 10,1 % | 5,6 % | 1,9 % | 29,3 % | 0,1 % | 3,4 % | 1,0 % | 2,1 % | 14,2 % | 8,0 % | 0,5 % |
Хорватияның бөтә халҡы |
4 284 889 | 86,3 % | 4,4 % | 0,3 % | 0,3 % | 1,5 % | 0,0 % | 0,1 % | 0,1 % | 0,8 % | 3,8 % | 2,2 % | 0,3 % |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 STANOVNIŠTVO PREMA NARODNOSTI I VJERI, POPIS 2011. (ингл.). Статистическое бюро Хорватии (ДЗС). Дата обращения: 19 декабрь 2012. Архивировано 19 декабрь 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальные итоги переписи населения 2001 года
- Статистика католической церкви в Хорватии
- Сайт Хорватской конференции католических епископов