Черногорияла дин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Черногорияла дин
Дәүләт  Черногория
 Черногорияла дин Викимилектә

Черногорияла дин - (Черного́рия (черногор. Црна Гора, Crna Gora), Монтенегро йәки Ҡаратау) - Көньяҡ-Көнсығыш Европала, Балҡан ярымутрауының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, халҡы серб телендә аралашҡан дәүләттәге дин.

Илдәге диндәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногорияла православие дине тота. Байтаҡ мосолман дини йәмәғәттәре бар. Шулай уҡ католиктар күп һанлылар иҫәбендә. Башҡа дин вәкилдәре һаны халыҡтың 0,1 процентынан артмай.

Дин тотоусылар һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Будвалағы сиркәүле күренеш

2003 йылда халыҡ иҫәбен алғанда конфессиональ билдәләнеш тураһындағы пункт индерелгән. Уның йомғаҡтарына ярашлы, ил халҡы тотҡан дине буйынса ошо рәүешле бүленгән[1]:

6 003 кеше (0,97 %) бер ниндәй ҙә дин тотмауын белдергән, 2 424 кеше (0,39 %) үҙен агностик тип атаған, 13 867 кеше (2,24 %) яуап биреүҙән баш тартҡан.

Православие[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Цетин монастыры — Серб правослау үҙәге

Черногорияла правослау христиандар күпселекте тәшкил итә - (ҡаратаулылар) (52,5 %) һәм сербтар (42,7 %). Православие диндарҙары илдең к Серб правослау сиркәүенә лә, Черногория правослау сиркәүенә (уныһын башҡа правослау сиркәүҙәр танымай) лә ҡарай. Серб правослау сиркәүе митрополия статусына эйә булған Черногория-Приморье епархияһына инә

Которҙағы католик Соборы

Католицизм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногория католиктары иҫәбенә албандар (36,98 %), хорватар (31 %) һәм ҡаратауҙар (черногориялылар) (22,76 %) инә, улар башлыса диңгеҙ буйында йәшәй. Структураһы йәһәтенән илдә католик сиркәүе Бара Архиепархияһына һәм Котор епархияһына бүленгән. Бара Архиепархияһы бер ниндәй митрополиға ла буйһонмай һәм туранан-тура Рим папаһы идаралығында тора. Котор епархияһы Сплит-Макарска Архиепархия митрополияһына буйһона.

Ислам[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Плевлдәге мәсет

Черногорияның Ислам дине тотоусылары башлыса түбәндәге милли төркөмдәргә ҡарай: босниялылар (43,49 %), славян-мосолмандар (21,91 %), албандар (20,75 %) һәм ҡаратаулылар (10,64 %). Мосолмандар Төбәк башлыса Плав, Рожае һәм Улцинь ҡалаларына яҡын йәшәйҙәр һәм ундағы халыҡтарҙың күпселеген тәшкил итә.

Йәһүдилек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың 18 сентябрендә Черногорияның Премьер-министр ашкеназ израиль баш раввины Йона Мецгер менән әңгәмәһендә йәһүдилекте дәүләт дине тип таныуҙарын белдерҙе[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]