Эстәлеккә күсергә

Черногорияла ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ислам Черногорияла битенән йүнәлтелде)
Черногорияла ислам
Дәүләт  Черногория
 Черногорияла ислам Викимилектә
Плевелдәге мәсет

Черногорияла мосолмандар — илдең халыҡ һаны буйынса (христиан) динендәгеләрҙән ҡала икенсе урынды биләгән төркөм.

Исламдың таралыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногория, Монтенегро йәки Ҡаратау — Көньяҡ-Көнсығыш Европалағы дәүләт, Балҡан ярымутрауының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, бер нисә дин тотҡан, төрлө инаныслы, төрлө милләттәр йәшәгән дәүләт.

Черногорияла йәшәгән мосолмандар 110 000-дән ашыу һәм илдең бөтә халҡының 17,74 процентын тәшкил итә. Мосолман-славяндар бер нисә төп төркөмгә бүленә: босния телендә һөйләшкән бошняктар, славян мосолмандар үҙҙәре һәм ҡаратау телендә һөйләшкән ҡаратаулылар, шулай уҡ этник албандар.

Албандар — айырым этник төркөм, үҙ-ара албан телендә һөйләшә. Албан телен ил халҡының 5,26 проценты белә. Улар башлыса Улцинь ҡалаһында, илдең көньяҡ-көнсығышында йәшәй. Бында улар иң ҙур диаспора булып тора. Бошняктар — славян мосолмандар, боснийя телендә һөйләшә. Башлыса төньяҡ-көнсығышта йәшәйҙәр[1].

Черногория мосолмандары — сөнниҙәр.

XV быуатта Ғосман империяһы Черногорияның ҙур өлөшөн яулап ала һәм уның биләмәләренә Ислам дине индерә[2]. Илгә хакимлыҡ иткән Черноевичтар династияһы быға бик скептик ҡарашта була.

1499 йылда Черногория Искәндәриә санжагы (рус. Скадар санджак) составына инә. 1513 йылда бында Ивана Черноевичтың Ислам ҡабул иткән улы Станко-Искәндәр бәк (рус. Скендер бег) идара иткән үҙаллы санджак барлыҡҡа килә (Скендер санджак (төр. İskenderiye Sancağı, İşkodra Sancağı, алб. Sanxhaku i Shkodrës, сер. Скадарски санџак) — Осман империяһының 1479 йылдан — Албания һәм 1496—1867 йылдарҙа Черногорияла булдырылған өлкәһе, артабан ул Искәндәр вилайәте тип үҙгәртелә[3].

1704 йылда ҡаратаулылар Раштыуа байрамы алдынан мосолман халҡын ҡанға батыра, был хәл тарихҡа «Төрөктәрҙе эҙәрлекләү» булараҡ инеп ҡалған.

Черногория бошняктары һәм албандары мосолман булып тора, әммә шулай уҡ үҙҙәрен бошняк һәм/йәки албандар менән бер ҡан тип иҫәпләйҙәр (улар үҙҙәрен ислам дине менән ассимиляцияланған ҡаратаулылар тип һанай). Башлыса мосолмандар Черногорияның Санджак өлкәһендә йәшәй.

2011 йылда Черногория Мосолмандары берекмәһе менән хөкүмәт ҡул ҡуйған Беркетмәгә ярашлы Ислам диненә рәсми дин статусы бирелә. Был Беркетмәгә ҡул ҡуйыуға өлгәшкән Черногория Мосолмандары берекмәһе башлығы Рифат Фейзич, килешеү мосолмандарға киң мөмкинлектәр аса, тип белдерә.

Фейзич, 8 йыл эшмәкәрлеге осоронда Черногорияла бик күп мәсет һәм мәҙрәсәләр төҙөлдө, әммә иң ҙур ҡаҙаныш — ошо документтың рәсиләштерелеүе, тип хәбәр итә. «Беркетмә беҙгә йома намаҙҙарына эштән китеү хоҡуғы, армияла, именлек органдарында, хастаханаларҙа, уҡыу йорттарында һәм социаль учреждениеларҙа хәләл туҡланыу тәьмин ителә, ә хижәп ябыныу һәммә уҡыу йорттарында һәм йәмәғәт урындарында гарантиялана», — ти Фейзич. Уның һүҙҙәренсә, Беркетмә Черногория мосолман йәмғиәтенең төп проблемаларын хәл итеүҙә һәм ирекле йәмғиәт төҙөү юлында бер аҙым булып тора[4].

2011 йылғы йәниҫәп буйынса илдең этник составы түбәндәгесә[5]:

  • барлығы 118 479 мосолман:
    • 53 453 — бошняктар (45,12 %);
    • 22 267 — албандар (18,79 %);
    • 20 270 — славян мосолмандар (17,11 %);
    • 12 758 — ҡаратаулылар (10,77 %);
    • 5 034 — сиғандар (4,25 %);
    • 2 003 — мысырлылар (1,69 %);
    • 1 435 — күрһәтелмәгән (1,21 %);
    • 1 159 — башҡалар (0,98 %).
  1. Minority Rights Group International : Montenegro : Montenegro Overview[1]
  2. История Югославии. — Москва: Издательство Академии Наук СССР, 1963. — Т. 1. — С. 63.
  3. История Югославии, 1963, с. 199
  4. В Черногории Ислам признан официальной религией[2]
  5. Popis stanovništva, domaćinstava i stanova u Crnoj Gori 2011. godine. Izdaje i štampa Zavod za statistiku Crne Gore - MONSTAT (2011).