Эстәлеккә күсергә

Храмов Алексей Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Храмов Алексей Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 февраль 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Бәләбәй, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 ноябрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Японияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Алексей Васильевич Храмов (25 февраль 1909 йыл — 14 ноябрь 1978 йыл) — СССР рәссамы, Башҡорт АССР-ыың атҡаҙанған рәссамы (1974).

Алексей Васильевич Храмов [1] 1909 йылдың 25 февралендә Бәләбәй ҡалаһында тыуа.

Рәссамдың әсәһе яғынан олатаһы[2] — икенсе гильдия Өфө сауҙагәре Михаил Андреевич Степанов-Зорин (1845—1921). 1909 йылда ҡарт олатаһы Өфөлә Вознесение Господня ҡорамын төҙөй башлай. Аҡсаны Өфө сауҙагәрҙәренән йыя. Был төҙөлөшкә император Николай II лә хәйриә аҡсаһы күсерә. 1919 йылда Вознесение сиркәүе төҙөлә, һуңынан властар уны емереп, был урынға мәктәп һала. Михаил Андреевичтың ҡыҙы — Степанова Прасковья. Кейәүе, Бәләбәй сауҙагәре Василий Храмовты атып үлтерәләр. Алексей Васильевич Храмов һәм уның өс туғаны етем ҡала, уларҙы әсәләре тәрбиәләп үҫтерә.

1930 йылда Алексей Васильевич Өфө сәнғәт техникумының һынлы сәнғәт бүлеген Л. В. Лезенков һәм Н. В. Самарин класы буйынса тамамлай. Алексей Васильевичты, сауҙагәрҙәр сығышлы булараҡ, сәнғәт академияһына уҡырға алмайҙар, картиналарын һатырға рөхсәт итмәйҙәр. Ул айҙар буйы аҡсаһыҙ йәшәргә мәжбүр була. Күбеһенсә Өфөлә, ҡатынының ябай уҡытыусы аҡсаһына йәшәйҙәр.

Революцион Рәсәйҙең рәссамдар ассоциацияһының йәштәр секцияһын (1928), «Баш-рәссам» кооператив ширҡәтен (1932), Рәссамдар Союзының Башҡортостан бүлексәһен (1937) ойоштороуҙа ҡатнаша. Башҡортостан Рәссамдары союзы идараһы ағзаһы итеп һайлана (1937—1955), Башҡортостан һынлы сәнғәт оҫтаханалары ҡарамағындағы художество советы ағзаһы (1932—1956).

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, биш йыл алғы һыҙыҡта була, ҡамауға эләгә, Ленинградты обороналауҙа, Днепрҙы аша сығыуҙа, Кенигсбергты штурмлауҙа ҡатнаша. Өйөнә Японияны еңгәндән һуң ғына әйләнеп ҡайта һәм ҡабат рәсем төшөрөү менән шөғөлләнә башлай.

1937 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. 1974 йылдан БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы. Ике улы була. 1978 йылдың 11 ноябрендә Өфөлә вафат була.

А. В. Храмовтың улы, Петр Алексеевич Храмович[3] (1939—1995), билдәле рәссам-монументалист һәм яҙыусы була[2]. Ул — «Инок» роман-хәтирәләр авторы (беренсе тапҡыр (беренсе өлөшө) «Крещатик» журналында баҫыла (№ 23-24 −2004 йыл), тулыһынса — журнала «Бельские просторы» журналында (2008, № 9-10 һәм 2009, № 10-11). Баҫма Романы айырым китап итеп нәшер ителә (Өфө, «Китап», 2012 йыл, 1500 дана тираж).

Петр Алексеевич Храмовтың мозаикалары, биҙәктәре һәм рельефтары УЗЭМИК Мәҙәниәт һарайы, нефть университетының төҙөлөш факультеты, Өфө тимер юл вокзалы, Салауат, Благовещенск, Мәләүез райондары мәҙәниәт һарайҙары, балалар баҡсалары, институттарҙың стеналарын биҙәй.

«В паровозном депо», х. м., 1932. «В. И. Ленин в дни Октября», х. м., Панно «Коневодство» в павильоне «Башкирия» ВСХВ, Москва, «В. И. Чапаев и М. В. Фрунзе в боях за Уфу», х. м., 1947. «Уральский пейзаж», х. м., 1951. «Генерал Шаймуратов», х. м., 1955. «Урал», х. м., 1957. «Зимка», х. м., 1958. «Салават на коне», х. м., 1959. «Генерал Шаймуратов», х. м., 1963. «Первый снег», х. м., 1970—1971. «Башкирская деревня», х. м., 1969—1972. «Черемуха цветет», х. м., 1972. «Сирень», х. м., 1973. «Урал», х. м., 1973. «Осень», х. м., 1973. «Камни Урала», х. м., 1974. «На ферме», х. м., 1975, «Рыбаки», «Домой».

  1. АртРу.инфо — Персоны — Храмов Алексей Васильевич — АртРу.инфо. Дата обращения: 21 август 2012. Архивировано 5 март 2016 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 П. Федоров. Хрустальный крест. О творчестве Петра Храмова. 2015 йыл 22 декабрь архивланған. Ежемесячный журнал «Бельские Просторы» Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Пётр Храмов» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. Ежемесячный журнал «Бельские Просторы» 2015 йыл 26 июнь архивланған.
  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
  • Г. С. Кушнеровская—Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд «Советский художник», Москва, 1974.
  • Журнал «Творчество», 1937, № 11. Репродукция картины «В. И. Ленин в Октябре».
  • Каталоги вышеназванных выставок.
  • Живопись. Алексей Храмов. Каталог. (Составители: Борецкий Андрей Николаевич, Храмова Олеся Георгиевна) — Уфа: Китап, 2010. — 104 с.: ил.
  • Храмов Алексей Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.