Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы
Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 ноябрь 1959 (65 йәш) |
Тыуған урыны | Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | актёр |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | bashdram.ru/troupe/utyas… |
Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы (23 ноябрь 1959 йыл) — актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ (2008) һәм атҡаҙанған (1998), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1995) һәм атҡаҙанған (1992) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев 1959 йылдың 23 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районының Солтанғужа (хәҙер Таштуғай) ауылында тыуған.
Бала сағынан театр менән ҡыҙыҡһына, 4-се синыфтан алып дөйөм мәктәп байрамдарын алып барыусы була.
1986 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ф. Т. Ҡасимова курсы), 2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған.
Институтты тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй: 1986—2000 йылдарҙа — актёр, 2000 йылдан — актёр һәм төп эшмәкәрлек буйынса директор. 2012 йылда директор вазифаһынан бушатыла[1]. Хәҙер директорҙың беренсе урынбаҫары. Героик-романтик ролдәр хас.
1991 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, 1991—2001 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.
Хөрмәтулла Ғаззали улы 1995 йылда Салауат драма театрында «Маугли» спектаклен ҡуя (Р. Киплингтың «Книга джунглей» әҫәрен үҙе башҡорт теленә тәржемә итә), шулай уҡ «Ҡатынымдың исеме Морис» (Р. Шарт), «Алдан түләйем» (Н. М. Птушкина), «Бенжамент институты» (Р. Вальзерҙың «Якоб фон Гунтен» романы буйынса) пьесаларын башҡорт теленә тәржемә итә.
Ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Айтуған («Утлы өйөрмә», Ә. М. Мирзаһитов; дебют, 1986),
- Юлдыбай («Башҡорт туйы»),
- Аҡйегет («Ай тотолған төндә», Мостай Кәрим),
- Салауат («Салауат. Өн аралаш ете төш», Мостай Кәрим),
- Малик («Төнгө ҡунаҡ», Ф. В. Богданов),
- Шайморатов («…Шайморатов генерал», Ф. М. Бүләков),
- Темуджин («Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге», Н. Абдыҡадыров),
- Йәмил («Диләфрүзгә дүрт кейәү», Т. Ғ. Миңнуллин),
- Жора («Талаҡ, талаҡ!..» — «Камикадзе», Ф. М. Бүләков),
- Стенька Разин («Бибинур, ах, Бибинур!», Ф. М. Бүләков),
- Петрюс («Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир», Ф. Кроммелинк),
- Эгей («Медея», Еврипид),
- Доменико («Илай белмәгән ҡатын» Э. де Филиппоның «Филумена Мартурано» пьесаһы буйынса),
- Мак Мерфи («Кәкүк ояһы», К. Кизи романы буйынса Ә. Ә. Абушахманов ҡуйған).
Кинолағы ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәүлит («Ауыл өҫтөндә йәйғор», «Башҡортостан» киностудияһы, 2001),
- Тайан хан («Чингис Хаан сере», «Каропрокат» һәм «Ургэл В» киностудияһы «NYAMGAVAA FILM PRODUCTION» һәм «Brown Wolf Production» кинокомпанияһы менән берлектә, 2009).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1992)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998)
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2008)
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002)
- Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты — «Февраль. Буран…» спектаклен ҡуйған өсөн (З. Бураҡаева) (2013)
- Ҡазандағы Халыҡ-ара төрки халыҡтарының «Науруз» театр фестивале (2002), Бишкәктәге «АРТ ОРДО» (2003) һәм «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивалдәре (2006) лауреаты
- Салауат Юлаев ордены (2019)[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Последний из могикан и тёща Илимбетова — nabatrb — Сохраненная запись в кэше | Ljrate.ru 2017 йыл 3 февраль архивланған.
- ↑ СПИСОК награжденных(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2022)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирское театральное искусство. Хурмат Утяшев //Культурное наследие народов России. Башкиры. — М., 2003
- Иксанова Г. О театре И не только: очерки, интервью, рец. — Уфа, 2006.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 март 2022)
- http://www.biogr.ru/biography/?id_rubric=1&id=6060 2013 йыл 11 декабрь архивланған.
- http://www.agidel.ru/?param1=13304&tab=7 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://ljrate.ru/post/6868/433559 2017 йыл 3 февраль архивланған.
- 23 ноябрҙә тыуғандар
- 1959 йылда тыуғандар
- Хәйбулла районында тыуғандар
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған артистары
- XX быуат актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- СССР актёрҙары
- Алфавит буйынса актёрҙар
- Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаттары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары