Хәкимов Марат Нурый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәкимов Марат Нурый улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 июль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Үрге Этҡол, Ишембай районы, Стәрлетамаҡ өлкәһе, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, Дәүләт именлеге, юрист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Хәрби звание подполковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Хәкимов Марат Нурый улы (10 июль 1952 йыл) — педагог, комсомол һәм дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, подполковник (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2009). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1977) һәм Рәсәйҙең 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2000) менән бүләкләнеүсе.


Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Нурый улы Хәкимов 1952 йылдың 10 июлендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Этҡол ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғаиләһендә тыуған.

1959 йылдан урындағы урта мәктәптең беренсе синыфына бара. Уҡыу йылдарында пионер отряды советы рәйесе, мәктәптең комсбюро ағзаһы була. Етенсе синыфты тамамлағандан һуң йәйге айҙарҙа колхозда мал аҙығы әҙерләүҙә даими ҡатнаша. 1969 йылда урта белем алғас, Башҡорт дәүләт университетының физика–математика факультетына уҡырға инә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2009)
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1977)
  • 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2000)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]