Хәлилов Леонард Мөхип улы
Хәлилов Леонард Мөхип улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1951 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Малаяҙ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, физик, химик |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт университеты ӨДНТУ Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге) |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге) |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хәлилов Леонард Мөхип улы (рус. Халилов Леонард Мухибович;1 ғинуар 1951 йыл — ғалим-физик-химик. 1974 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институты хеҙмәткәре, 1981 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1993 йылдан Нефтехимия һәм катализ институтының лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Леонард Мөхип улы Хәлилов — 1951 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған[1].
1967—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында уҡый.
1974—1972 йылдарҙа Совет Армияһында взвод командиры булып хеҙмәт итә.
1974—1992 йылдарҙа Органик химия институтында эшләй.
1981 йылдан шул уҡ институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре, кандидат диссертацияһы яҡлай.
1993 йылдан башлап Нефтехимия һәм катализ институтында лаборант мөдире, бер үк ваҡытта 2002 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта.
1991 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2003 йылдан — профессор.
Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни хеҙмәттәре ядро-магнит резонансы спектроскопияһы һәм рентген дифрактометрияһы ысулдары менән органик берләшмәләрҙе структур тикшереүгә арналған[1].
Леонард Мөхип улы тарафынан хираль системалар теорияһы эшләнә, хираль үҙәктәре, күсәрҙәре, яҫылыҡтары булған гликозидтар, пиретроидтар, простаноидтар, органик сульфидтар, терпендар һәм башҡа берләшмәләрҙең ядро-магнит резонансы спектрҙарында диастереомер эффекттар (диастереомерҙар парында бер типтағы ядроларҙың төрлө магнит әйләнмәһе) табыла;
— Шайтан текәне, һыйыр теле үләндәренән алынған берләшмәләр структураһы;
— Цирконийлы комплекслы катализаторҙар булғанда олефиндарҙың алюминорганик берләшмәләр менән каталитик реакциялары механизмы асыҡлана.
170-тән ашыу фәнни хеҙмәт, 30 уйлап табыу авторы.
- Экдистероиды и их аналоги на основе химических трансформаций 20-гидроксиэкдизона. Өфө, 2016 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011);
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәлилов Леонард Мөхип улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Англо-русскоязычный научный журнал «Бутлеровские сообщения» Халилов Леонард Мухибович 2021 йыл 18 октябрь архивланған.